Башҡортостан Ҡыҙы

Бангладешҡа сәйәхәт

Бангладешҡа сәйәхәт Бангладеш – Һиндостандың көнсығыш яғында урынлашҡан ил. Ҙурлығы буйынса тап беҙҙең Башҡортостан кеүек. Шул илдә 142 миллион кеше йәшәй!
Хәләл ефетем Зилә бәләкәй саҡтан Һиндостанға барырға хыялланған икән. Ләкин Һинд иленә бер ҙә юлыбыҙ төшмәне: тәүҙә уның төньяғындағы Непалға, аҙаҡ көньяғындағы Цейлонға, ә хәҙер Һиндостандың көнсығышында ятҡан Бангладешҡа барып сыҡтыҡ. Үҙем эшләгән фирма мине Бангладештың баш ҡалаһы Даккаға бер айлыҡ командировкаға ебәргәс, матурымды яңғыҙ ҡалдырмайынса, алып барырға булдым. «Бангладеш бит элек Һиндостандың бер өлөшө булған, миңә лә ҡыҙыҡ!» – тип Зилә үҙе лә шатланып риза булды.

Рус турамаһы
Ҡаршы алған фирма беҙҙең өсөн фатир әҙерләп торған, шулай уҡ ашнаҡсы, машина һәм водитель бирҙе. Иртәнсәк беҙгә бенгал ашамлыҡтарын тәҡдим иттеләр. Нан роти (йоҡа көлсә), сыр, алу бажи (ҡурылған бәрәңге) һәм берәр табаҡ туралған папайя менән ананас. Ашап алғас, «машина килде», тип хәбәр иттеләр. Фатирҙан лифт менән беренсе ҡатҡа төшкәйнек, тап машина алдына килеп сыҡтыҡ.
Йыйылыш һәм презентациялар кискә тиклем дауам итте. Улар араһында бер нисә тапҡыр төрлө ҡабымлыҡтар килтерҙеләр: самуса (яҫы борсаҡ, бәрәңге һәм төрлө тәмләткестәр ҡушылған бәлеш), гәрсис ҡушылған ананас. Беҙҙең өсөн махсус «рус турамаһы» әҙерләгәндәр, эсендә – ананас, алма һәм майонез!
Кис төшкәс, ҡайтырға сыҡтыҡ. Юл буйында бер нисә туй машинаһын сәскәләр менән биҙәйҙәр ине. Ләкин беҙҙәге һымаҡ таҫма, шар ҡуймағандар, сәскәләрҙе бауҙарға теҙеп, машинаны тотошлай гөлләмә менән ҡаплағандар! Мин дә сәскә магазинына һуғылдым. Бер букет орхидея һайлап алғас, хаҡын һораным. «Ун орхидея етмеш така», – тип яуапланы һатыусы. Иҫәпләп ҡараһам, гөлләмәнең хаҡы бер доллар ғына икән! Зиләгә көн һайын төрлө сәскәләр бүләк итергә булдым! Сәскә хаҡтарын, әлбиттә, әйтмәнем. Беҙҙең ашнаҡсы Дипок көн дә иртән: «Кискә нимә бешерәйем?» – тип һорай, унан баҙарға барып йәшелсә-емеш алып килә. Бангладешта йәшелсә һәм емештәр көндәлек кенә алына. Дипок элек Швеция илселегендә эшләгән. Иҫ киткес тәмле итеп бенгал һәм ҡытай аштарын бешерә.
Беҙҙең өсөн ризыҡтарға борос ҡушмай, ә үҙенә тип әҙерләгәненә услап чили боросо һала. Мин ҡалаҡ осо менән генә ашап ҡарағайным – күҙемдән ялҡын атылып сыҡҡандай булды! Телем көнө буйы янып йөрөнө. Бенгалдар өсөн борос – аштың йәме лә, тәме лә. Бер таныш егет өләсәһе бешергән өйрәкте маҡтап: «Боросо шул тиклем әсе, ашап бөткәнсе күҙҙәремдән йәштәр ағып, тиргә батып бөтәм!» – тип һөйләгәйне. «Ни өсөн ул тиклем күп борос ҡуша?» тигән һорауыма «Тәмле бит!» тип яуапланы...

Дакка ҡалаһы
Йома – был мосолман илендә рәсми ял көнө. Ҡала буйлап йөрөргә сыҡтыҡ. Ғинуар айының уртаһы – Дакка өсөн иң һыуыҡ мәл. Кешеләр йылы кофта һәм башлыҡ кейгән, ә үҙҙәре ялан аяҡ! Беҙ ҡыҫҡа еңле күлдәк кейеп йөрөгәнгәлер, барыһы ла беҙгә аптырап ҡарай. Улар өсөн көн һыуыҡ тойолһа ла, беҙҙең өсөн +28 дәрәжә йылы бит! Урамда беҙ белгән машина-таксиҙар күренмәй, барыһы ла рикша (вело-такси) менән йөрөй. Ҡайһылары бер рикшаға дүртәүләп ултырып китә. Яҡын-тирәгә барырға 5–10 һум һорайҙар. Беҙҙең юл йыраҡ булғас, өҫтө көплө «сиэнжи» тигән мотороллерға ултырырға булдыҡ. «Зоопаркка тиклем күпме алаһың?» – тип инглизсә һораныҡ, ул «биш» тип яуап бирҙе. Башҡортса әйтмәгәндер, моғайын, тип, ҡағыҙға яҙып бирергә ҡуштыҡ. «20» тип яҙҙы. Бенгал телендә егерме – «биш» була икән! Шулай итеп аңлашып, сиэнжиға менеп ултырҙыҡ та ҡала буйлап киттек.
Дакка юлдарында машиналар, мотоциклдар ифрат күп, шуға әкрен генә барабыҙ, тирә-яҡты, кешеләрҙе күҙәтәбеҙ. Дакка ҡыҙҙары, ғөмүмән, барыһы ла бик матур, сағыу төҫтәрҙә кейенә. Күлдәктәренең ситтәре ҡул менән сигелгән. Ир-егеттәр ҙә семәрле, зауыҡлы кейенә.
Бангладеш халҡының күпселек өлөшө ярлы булһа ла, йөҙҙәренән йылмайыу китмәй. Рикшалар үҙҙәренә бер көн ашарлыҡ аҡса эшләп ала ла шуның менән ҡәнәғәт була. «Аҡса эшләп бай булайым, балаларымды уҡытайым!» тип ҡайғырмайҙар, барына риза булып бәхетле йәшәйҙәр... Үҙҙәре бала-саға кеүек бар нәмәгә ҡыҙығып бара. Зилә фото төшөрә башлаһа, бенгалдар уны уратып ҡарап тора. Мин Зиләгә «тик кенә тор!» тием дә, тиҙ генә үҙҙәрен фотоға төшөрәм!

Зоопарк
Шулай тирә-яҡты күҙәтеп, зоопаркка барып еттек. Зоопарктың биләмәһе бик ҙур – кискә тиклем йөрөп тә тулыһынса күрә алманыҡ. Һуҡмаҡ буйҙарында кешеләр павлин ҡауырһындары һатып тора. Ағас төбөндә бер ғаилә үләнгә одеялдар түшәп, пикник ойошторған.
Ағастар араһынан фил торған яҡҡа барып сыҡтыҡ. Кешеләр филгә менергә сиратҡа баҫҡан. Бер билет хаҡы – ике така (бер һум самаһы). Алты кешене бер филгә мендереп, түңәрәк буйлап йөрөтәләр. Беҙ Зилә менән бенгалдарға ҡарағанда эрерәк кәүҙәле булғас, алты билет алып, икебеҙ генә ултырып йөрөп килдек.
Зоопарктан һуң Буриганга йылғаһы буйына төшөп, кәмәлә йөҙҙөк. Ҡаршыбыҙға төрлө кәмәләр осрай, кешеләр йылға аша күп йөрөй икән. Барыһы ла беҙгә йылмайып ҡул болғай. Бер кәмәлә аҡ тәнле туристар осраны, хатта улар ҙа ғәҙәт буйынса йылмайып ҡул болғаны… Шул ваҡыт беҙ бер аҙна буйы беренсе тапҡыр турист күреүебеҙҙе аңлап ҡалдыҡ. Даккала беҙҙән башҡа турист юҡ шикелле!
Урам буйлап һатыусылар йомро батмуста тере тауыҡтарҙы теҙеп һатып йөрөй. Бенгал халҡы ваҡ ауыл тауыҡтарын ныҡ ярата, магазин тауыҡтарының ите йомшаҡ булһа ла, ауылдыҡы тәмлерәк, тиҙәр. Бер урамда яңы өй төҙөйҙәр. Ситтәрәк ҡатын кеше кирбес ватып ултыра. Бангладешта таш бик һирәк булғас, кирбесте онтап, ҡырсынташ урынына иҙмәгә ҡушалар икән. «Вестин»да аҡ икмәктән эшләнгән тәмле бутербродтар ашаныҡ. Аҡ икмәкте һағыныуыбыҙҙы шунда ғына аңланыҡ.
Тамаҡ ялғап алғас, Бонани күперенә барып сыҡтыҡ. Йылғаның бер яғында яңы бейек йорттар һәм бизнес-үҙәктәр төҙөлгән, ә икенсе яғында ярлылар бамбук һәм фанеранан үҙҙәренә ҡыуыштар эшләгән. Йылға аша кәмәләр бер туҡтауһыҙ үтеп тора: кешеләр ярлы райондан бай районға эшкә ашыға...

Рангамати күле
Икенсе ялда мәшһүр Рангамати күленә барҙыҡ. Күл буйындағы тауҙа, ағастар араһында, йәшерен бер ауыл урынлашҡан. Кис төшмәҫ борон ауылды ҡарап сығырға булдыҡ. Өйҙәр текә яр буйлап теҙелгән, ҡураларында тауыҡтар һәм кәзәләр йөрөй. Бейек ағастарҙа үҙе ҡарбуз ҙурлығында, ләкин тышы эре сығынты ҡаплы джекфрут емештәре үҫә. Джекфрут – Бангладештың милли емеше.
Ауылды урап сығып, ҡунаҡханаға табан киттек. Шунда ҡаршыбыҙға бер отряд һалдат йүгереп килеп баҫты. Капитан беҙҙең менән ихтирамлы иҫәнләште лә: «Ул яҡҡа йөрөмәгеҙ! Ярамай!» – тип аңлатты. Беҙ бенгал телен яҡшы белмәйбеҙ, ул инглиз телен белмәй. «Ниңә ярамай?» – тип һорап ҡарайбыҙ, уныһын әллә аңламай, әллә аңлата алмай. «Унда насар кешеләр, бармағыҙ!» – тип кенә әйтә алды. Һалдаттар беҙҙе ҡунаҡханаға тиклем оҙатып ҡуйҙы. Ҡунаҡхана мөдире ҡаршыбыҙға сығып, ул тирәлә террористар йәшенгәнен, кешеләрҙе урлап, аҡса һорауҙарын һөйләне. Һалдаттар беҙҙең яңғыҙ йөрөгәнде ишеткәс, шуға йүгереп килеп еткәндер, моғайын...
Таң атыу менән катерҙа йөрөргә теләп, күл буйына киттек. Килеүебеҙгә ике һалдат мылтыҡтарын тотоп беҙҙе көтөп тора ине. «Капитан һаҡларға ебәрҙе. Кискә тиклем һеҙҙең менән йөрөйбөҙ», – тип, беҙҙең арттан катерға менеп тә ултырҙылар. Иртәнге һалҡынлыҡта күлде урап сыҡтыҡ. Төшкә табан эҫетте, термометр 42 дәрәжә күрһәтә. Һауа ныҡ дымлы булғас, үҙебеҙҙе мунсала һымаҡ тоябыҙ! Шунда бер шарлауыҡ янына барып сыҡтыҡ. Шарлауыҡ яны һалҡын, тропик ағастарҙың күләгәһе йәннәт кеүек тойолдо беҙгә… Фото төшкәс, ҡунаҡханаға кире килдек. Беҙгә Даккаға ҡайтырға ваҡыт еткән ине.
Шулай итеп, бер ай үтеп китте. Бангладешта Европа кешеһенә йәшәүе, әлбиттә, ҡыйыныраҡ. Ләкин беҙҙең өсөн бөтә нәмә яңы һәм ҡыҙыҡ булғас, тик күңелле хәлдәр генә иҫтәлеккә ҡалды. Даккала бер ай буйы көн дә иртәнсәк берешәр кило ананас һәм банан ашаныҡ. Чили боросло ашамлыҡтарға ла өйрәндек. Ҡәҙерле Зиләмә көн һайын бер ҡосаҡ тропик сәскәләр һәм орхидеялар бүләк иттем! Манго, джекфрут һәм төрлө емеш-еләктәрҙе беренсе тапҡыр тәмләп ҡараныҡ. Беҙҙең өсөн һөйләп бөтөрә алмаҫлыҡ хәтәр тропик мажаралар бүләк итте был ил. Бөгөнгө көн менән бәхетле булып, донъяға йылмайып бағып йәшәгән Бангладеш кешеләренә ҡарап һоҡландыҡ.
Рим ХАЖИН.
Бангладеш.


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Счетчик


Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook