Именлек нигеҙе – мөхәббәтле ғаилә

Именлек нигеҙе – мөхәббәтле ғаилә
Быйыл Көньяҡ Кореяла Бөтә донъя тыныслыҡ өсөн Федерацияһы тарафынан үткәрелгән «Хәҙерге замандың мөһим мәсьәләләрен хәл итеү: парламентарийҙарҙың һәм дин әһелдәренең яуаплылығы» тип исемләнгән 32-се Халыҡ-ара лидерлыҡ конференцияһында ҡатнаштым. Cәйәхәттән бай тәьҫораттар алып ҡайттым. Уларҙы һеҙҙең менән дә уртаҡлашырға булдым.

Тыныс иртәләр иленә
Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова менән Федерацияның Өфөләге вәкиле Ольга Ким фатихаһы менән сәфәргә сыҡтым. Ҡулымда – Бөтә донъя тыныслыҡ өсөн Федерацияһының рәйесе, доктор Томас Г. Уолш ҡул ҡуйған саҡырыу ҡағыҙы. Программала ер йөҙөнөң юғары дәрәжәләге етәкселәре, закон сығарыусылары, дин әһелдәре һәм йәмәғәт ойошмалары лидерҙары ҡатнашлығында урындағы, милли, төбәк һәм глобаль кимәлдәге мөһим мәсьәләләрҙең, шул иҫәптән климат шарттарының үҙгәреүе, экстремистик идеологияларҙың таралыуы, гуманитар катастрофалар һәм конфликттар кеүек күренештәрҙең инновацион сиселеше ҡараласағы, ҡунаҡтарҙы Федерацияны ойоштороусыларҙың береһе доктор Мун Хан Хак Джа никахҡа инеүселәргә фатиха биреү сараһына йыясағы хаҡында хәбәр ителгәйне.

Һаумы, Сеул!
Мәскәүҙән осҡан самолет туғыҙ сәғәттән һуң Сеулдан 70 километр алыҫлыҡта ятҡан иҫ киткес мөһабәт Инчхон аэропортында ине. Унда мине «UPF» («Федерация за всеобщий мир») яҙыулы ҡатырға тотҡан мөләйем ҡыҙ ҡаршы алды. Бер рейста килгән мәскәүҙәр менән дә таныштыҡ: ирле-ҡатынлы Разбегиндар икән. Виктор Николаевич грунттар һәм төҙөлөш механикаһы буйынса ғалим, эшҡыуар, Рәсәйҙә сыҡҡан һәм сит илдәрҙә инглиз телендә таралған «Основания, фундаменты и механика грунтов» тип аталған фәнни баҫманың баш мөхәр­рире булып сыҡты.

Сеулға аяҡ баҫҡас, ҡараһаң, кәпәс төшөп китерлек быяла бинаға арбалып текәләбеҙ. Донъяла бейеклеге буйынса (554,5 м.) өсөнсө урында торған 123 ҡатлы Lotte World Tower башняһына яҡын ҡунаҡханаға урынлаштырҙылар. Көндәр йылы торһа ла (+30), ямғыр быҫҡаҡлай. Бында русса аңламайҙар, инглизсә белгәндәр ҙә һирәк.

Конференция асылышына хәтлем барырға өлгөргән джакузи ҙа, төрөк хамамы ла оҡшаны. Саунала ҡатын-ҡыҙҙарҙың телевизор ҡарап ятыуҙары мәҙәк тойолдо. Гүзәл заттар үҙҙәренең өҫ-башын ҡарауға күп ваҡыт бүлә.

Биш тәүлекте бергә үткәрәсәк танышым – «Владивосток» телевидение һәм радио тапшырыуҙары компанияһының ижтимағи-сәйәси бүлеге мөхәррире Галина Михайловна Медведева менән бик йылы таныштыҡ.
Именлек нигеҙе – мөхәббәтле ғаилә
Рәсәйҙән йәнә лә ҡалмыҡтар Саглар ханым һәм уның ире, лама дәрәжәһен алған Санал Санжиевтар менән дә еңел генә аралашып киттек. Асылышта Рәсәй делегацияһы бер өҫтәл артында ултырҙыҡ. Бөтә донъя тыныслыҡ өсөн Федерацияһының рәйесе Томас Г. Уолш, Федерацияның Евразия буйынса генераль секретары Константин Крылов, Мәскәүҙә теркәлгән Рәсәй йәмәғәт төбәк ойошмаһы рәйесе Дмитрий Викторович Самко, генераль секретары Мария Назарова (Башҡортостан килене, ире – Салауат ҡалаһынан) менән дә ошонда күрештек. Рәсәйҙән йәмғеһе 8 делегатбыҙ икән. Телмәрҙәр ете телгә тәржемә ителде. Русса каналға баҫһаң, ап-асыҡ ишетелеп, аңлашылып тора. Халыҡ күп, 120 ил вәкиле ҡатнашҡан сара бит, бигерәк тә Африка илдәренән килгәндәр күҙгә салына. Әлеге ваҡытта Көньяҡ Кореяның Асан ҡалаһында урынлашҡан Сан Мун университетында фото һәм видео­монтаж өлкәһендә реклама һәм пиар белгесе һөнәрен үҙләштергән Христина Паличева – Екатеринбург ҡалаһынан. Конференцияға тәржемәсе сифатында саҡырылған. Әсәһе Рәйсә Хөснитдин ҡыҙы Шәмсетдинованың башҡорт ҡыҙы булыуын, Өфөлә тыуып, аҙаҡ ғаиләһе менән Благовар районы Таң ҡасабаһына күсеүен, БДПИ-ның сит телдәр факультетын тамамлауын ғорурлыҡ менән һөйләне. Мин дә яҡташ ҡыҙыбыҙға сикһеҙ һоҡланыуымды белдерҙем. Сөнки сит илдә белем алыуы ғына түгел, ошондай конференцияларға эшләргә саҡырылыуы ла күпте һөйләй.

Тыныслыҡ өсөн!
Бөтә донъя тыныслыҡ өсөн Федерацияһы – бик абруйлы халыҡ-ара ойошма. Уның ғәйәт ҙур эштәр башҡарыуын, эшмәкәрлегенең күп яҡлылығын тормошҡа ашырған проекттарынан күрергә мөмкин: «Донъя шоссеһы», «Байкал», «Ауыл ҡалаға ярҙам итә», «Мистер һәм Мисс Университет», «Йәш тыныслыҡ илселәре», «Спорт – тыныслыҡ яҡлы!» программалары таныулы. Федерация кешелектең бер илаһи инештән яралып, аһәңдең һәм бергәлектең тотҡаһы булыуын таныуға нигеҙләнеп, бөтә диндәрҙе лә ерҙәге тыныслыҡ өсөн диалогҡа һәм хеҙмәттәшлеккә саҡыра. Өфөлә лә ойошманың вәкиле бар. Ольга Ким өфөләрҙе ошо изге эштәргә ылыҡ­тырыу буйынса эшмәкәрлек алып бара.
Именлек нигеҙе – мөхәббәтле ғаилә
Үҙе тере саҡта доктор Мундың «Человек планеты, любящий мир» китабының исем туйына бөтә донъянан ағылалар. Йыйынтыҡ Көньяҡ Кореяла бестселлерға әйләнә. Рәсәйҙә лә уның уҡыусыларының һаны артҡандан-арта. 1960 йылдың апрелендә доктор Мун Сон Мён менән Хан Хак Джа сәстәрен сәскә бәйләгән. Шул ваҡыттан алып улар ысын атай-әсәй, ысын остаз, ысын лидер өлгөһөн күрһәтеп, йәмәғәтселек һәм рухи тормошта әүҙем ҡатнашҡан. Заман заңы менән ауаздаш сараларҙы үткәреп, кешелектең рухи бейеклеген билдәләүсе бөтә донъяла тыныс тормош төҙөү хәстәрен күрәләр. Ирле-ҡатынлы Мундарҙың тыныслыҡ яҡлап 120 илде урап сыҡҡандары билдәле. Уларҙың мөхәббәткә һәм үҙ-ара килешеп йәшәүгә нигеҙләнгән йәмғиәт төҙөүгә ынтылыуҙары донъялағы бихисап проекттар аша тормошҡа ашырыла. Яҡын Көнсығыштағы дини-ара татыулыҡ һәм килешеүсәнлек, тәбиғи ресурстарҙы һәм технологияларҙы үҙ-ара тигеҙ бүлешеү идеяларын яҡлаусы бизнес-проекттар, донъялағы процестарҙы глобаль күҙаллаусы кадр­ҙарҙы үҫтереүсе мәғариф усаҡтарын, журналист этикаһын билдәләүсе медиа­ойошмалар булдырыу – шулар иҫәбендә.

Доктор Мун донъялыҡта юҡ инде. 6 йыл элек баҡыйлыҡҡа күскән. Уның тол ҡатыны Хан Хак Джа 4000 парға фатиха бирҙе, ә 200 мең пар фатиханы интернет аша алды. Донъялағы именлек хаҡына мөхәббәттә һәм килешеп йәшәүгә ант итеп, никах балдаҡтары алмашты йәштәр. Ғаилә институтына тарҡалыу хәүефе янаған хәҙерге заманда, мөхәббәтле ғаилә төҙөп, бер-береһенә тоғро булырға бөтә ғаләм алдында ант биргән йәш йөрәктәрҙең саф ниәттәре ҡыйралмаһын, һөйөүҙәре һүрелмәһен, парһыҙҙар табышып ҡауышһын, тормош юлын етәкләшеп үтеүҙән дә ҙурыраҡ бәхет юҡ, тигән идея менән һуғарылғайны сәхнәлә барған театрлаштырылған тамаша, сығыштар.

Берҙәмлеккә ынтылыш
«Тыныс иртәләр иле» Көньяҡ Корея һәм коммунистик режим хөкөм һөргән Төньяҡ Кореяның бер ғаилә булып берләшеүе элек мөмкин түгел хәл булһа, бөгөн ул – көн талабы. Халҡы нимә тиһә, шул алға киләсәк, – тине сығышында Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Сергей Свинцов. – Кибер атакаларҙы кире ҡағыу, иң шәп ҡорал уйлап табыу өсөн Ер йөҙөндә бер триллион доллар аҡса китә. Һуғышты президенттар түгел, ә кешеләр уйлап тапҡан яһалма аң башлауы хәүефе бар, шуға ҡоралланыуҙы туҡтатып, ул сығым­дарҙы яңы объекттар төҙөүгә йүнәлтеү файҙаһын ҡарарға кәрәк», – тигән тәҡдим менән сығыш яһаны ул. Конференцияла ҡатын-ҡыҙҙың ер йөҙөндә тыныслыҡ урынлаштырыуҙағы роле, ғаилә, экология, социаль тигеҙһеҙлек мәсьәләләре һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Илдәрҙә тыныслыҡ, дөйөм баҙар, сауҙа-иҡтисади берлек булдырыу, терроризм, эшһеҙлек кеүек күренештәрҙән ҡотолоу өсөн даими эшмәкәрлек алып барыу хаҡында сығыштар фәһемле тойолдо.

2018 йылдың апрелендә ике Корея башлығы 11 йыл эсендә беренсегә осрашып, һуғыш асылыу хәүефе бөтөүе хаҡында бөтә донъяға иғлан итте, денуклеаризация – атом йәҙрәһенән азат зона хаҡында декларацияға ҡул ҡуйҙы. Пхеньянда үткән саммит һөҙөмтәләре ҡыуандыра: КХДР Ионбендағы эксперименталь ядро реакторын ябырға, сиктәге бер километр алыҫлығында урынлашҡан күҙәтеү нөктәләрен дә алып ташларға килеште. Быйылғы йылдың ноябрь айынан халыҡ-ара килешеүҙәр буйынса ярамаған урындарҙа хәрби уҡыуҙар һәм осоуҙарҙы туҡтатырға тигән талапты ла үтәйәсәген белдерҙе. Ярымутрауҙың көнсығышында һәм көнбайышында тимер юл һәм автотрассаларҙы тоташтырыу эштәре башланасағын хәбәр итте. Был Рәсәй өсөн дә йөк ташыуға уңайлы буласаҡ. Төньяҡ һәм Көньяҡ Корея 2032 йылда берләшеп, йәйге Олимпиада уйындарын үткәреүгә теләк белдергән. 2020 йылда Токиола уҙасаҡ олимпиадаға ике илдән бер команда барасаҡ. 2018 йыл аҙағына тиклем Төньяҡ Корея хөкүмәте лидеры Ким Чен Ын Сеулға эшлекле сәфәр менән киләсәк. Көньяҡ Корея Президенты Мун Чжэ Инды КХДР халҡы иҫ киткес күңел күтәренкелеге менән ҡаршы алғаны ҡыуандырҙы. Тимәк, тыныслыҡ илселәренең эше бушҡа түгел. Мөнәсәбәттәр йылына, ҡоралланыуҙан туҡтап, барлыҡ ынтылыштар кешеләр файҙаһына ыңғай эшмәкәрлек алып барыуға йүнәлтелә. Ким Чен Ындың АҠШ Президенты Дональд Трамп менән быйылғы дипломатик осрашыуҙары киҫкен һорауҙарҙың тыныс юл менән хәл ителәсәгенә ышаныс өҫтәй һәм өмөт уята.

***
Киләсәктә Ер шарын йәшел планета итергә, бөтөн, имен килеш һаҡларға, уның байлыҡтары киләһе быуындарға етерлек итеп йәшәргә тигән илаһи ынтылыш фарыз халыҡтарға. Яҡты киләсәккә илткән юлдарҙы асыҡ тойомлау, уны хәстәрләү – бөгөнгө көн талабы. Ошо хаҡта һәр кем уйланырға тейеш. Аңлашылмаусанлыҡ йә уйлап еткермәгәнлек арҡаһында донъялар көлгә әйләнмәһен, халыҡтарыбыҙ бер-береһенең үҙенсәлектәрен, телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен ихтирам итһен, татыу һәм дуҫ йәшәһен. Кешене кеше иткән сифаттар, мәңгелек ҡиммәттәр ергә һалып тапалмаһын. Сеул тәьҫораттары шул хәҡиҡәтте тәҡрарлай.
Гөлназ ҠОТОЕВА.




Теги: Сеул




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook