Ҡыйҙы ҡалай итәбеҙ?

Ҡыйҙы ҡалай итәбеҙ?Пластик һәм башҡа синтетик материалдар тормошобоҙға илле йылдар самаһы элек кенә ингән. Бөгөн иһә уларһыҙ көндәлек әүеш-тәүеште күҙ алдына килтереү ауыр. Уны ҡулланыу даирәһе һәм күләме йылдан-йыл киңәйә, йәшәйешебеҙҙе уңайлыраҡ та, еңелерәк тә итә. Әрнеткәне шул: пластик шешәләрҙе, һауыт-һабаны, ҡаптарҙы, синтетик памперстарҙы, йүргәктәрҙе, дымлы салфеткаларҙы һәм башҡа шундай әйберҙәрҙе бер-ике тапҡыр ғына ҡулланып ырғытабыҙ. Ә бит күбеһенең тарҡалыу ваҡыты өс йөҙҙән алып һигеҙ йөҙ йылға тиклем.

… Бер ғаилә магазиндан әйбер алып ҡайтыу өсөн генә лә йылына уртаса 500 пластик пакет-муҡсай тотона. Донъяла шул ихтыяжды ҡәнәғәтләндереү өсөн йылына 4-5 триллион пакет етештерелә һәм уның 95 проценты ҡабат эшкәртелмәй сүплектәрҙә йөҙәр йыл «ял итеп» ятасаҡ. Был күләмде күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел. Әле донъяның байтаҡ илдәрендә яһалма материалдарҙан эшләнгән әйберҙәрҙе ҡулланыуҙы кәметеү, уларға алмашҡа тиҙ тарҡала торған материалдар уйлап табыу өҫтөндә эш алып баралар. Мәҫәлән, бер эшҡыуар, көн һайын авиакомпанияларҙың самолетта осоусы халыҡты ашатыу өсөн күпме пластик тәрилкә, сынаяҡ һәм ҡалаҡ-сәнске һатып алыуын белеп аптырап, аҙаҡ үҙен дә ашап ҡуя торған, бойҙайҙан эшләнгән һауыт-һаба етештереүҙе яйға һалған. Әле был төр һауыт-һаба ҡайһы бер осоштарҙа һынау үтә.

Ҡыйҙы ҡалай итәбеҙ?Бөйөк Британияла һәм Данияла пластик пакет ҡулланыусылар айырым һалым түләй, ә Ирландияла уның хаҡын ныҡ ҡына күтәргәндәр, шуға кешеләр кибеткә туҡыманан тегелгән муҡсай алып йөрөй. Хәтерегеҙҙәлер, бөгөн эко-пакет тип аталған ундай муҡсайҙарҙы егерме-утыҙ йыл элек Советтар Союзында ла ҡуллана инеләр. Бауҙан шаҡмаҡлап үрелгәндәре бигерәк тә популяр булды, бына шуларҙы яңынан тергеҙгәндә яҡшы булыр ине. Сөнки шешәләрҙе, ҡаптарҙы йыйып ҡабаттан эшкәртеү әҙме-күпме яйға һалына башлаһа, әлегә Рәсәйҙә полиэтилен моҡсайҙарҙы ҡабул итеүсе нөктәләр юҡ тиерлек. Ә бына беҙҙең илгә күпләп осһоҙ пластик тауарҙар һатҡан Бангладеш, Сингапур, Тайвань һымаҡ илдәрҙең үҙҙәрендә, баҡтиһәң, беҙ магазиндарҙан көн дә эләктереп ҡайтҡан пластик майка-пакеттар бөтөнләй тыйылған. Яңыраҡ Францияла бер тапҡыр ҡулланыла торған һауыт-һабаны ил эсендә һатыуҙы сикләгән ҡанун ҡабул ителде.

Ауылдарҙа өмә үткәреп тирә-яҡты, йорт-ҡураны ҡыйҙан таҙарталар, шатлыҡлы күренеш, әлбиттә. Тик йыш ҡына унда йыйылған сүп-сарҙы утҡа яғалар. Ә пластикты яғыу асылда закон тарафынан бөтөнләй тыйылған. Ул янғанда бүленеп сыҡҡан токсиндар һауаны ла, тупраҡты ла, шул һауаны һулаған кешене лә зарарлай. Поливинилхлоридты утҡа ырғытҡас бүленгән фосген тигән газды Беренсе донъя һуғышында химик ҡорал булараҡ тотонғандар. Тағы ла ул төтөндә иң ағыулы матдә тип һаналған диоксин була. Яман шеш ауырыуҙарының ҡырҡа артыуын ошо органик булмаған сүпте яғыу менән дә бәйләйҙәр, сөнки улар осоп китмәй, тупраҡҡа, үҫемлектәргә ултыра.

Бына нисегерәк килеп сыға! Бер генә ҡулланған нәмәне ташлап та булмай, күмергә лә кәңәш ителмәй, яндырыу ҙа бөтөнләй ҡурҡыныс. Ҡала ерҙәрендә, Аллаға шөкөр, хәҙер күп фатирлы йорт ихаталарындағы сүп ташлай торған урындарҙа ПЭТ шешәләрҙе, шулай уҡ ҡулланылған аккумуляторлы батареялар һәм люминесцентлы лампаларҙы һалыу өсөн махсус контейнерҙар урынлаштырылған. Бындай батареялар һәм лампаларҙың бер генә данаһы ергә эләкһә лә, егерме квадрат метр тупраҡты йәки дүрт йөҙ литр һыуҙы токсинлы элементтар менән ағыулауын белә­һегеҙҙер. Әгәр ҙә ундай контейнерҙар әлегә ҡуйылмаған булһа, мәҫәлән, Өфөлә +7 (987) 606-95-51 һандарына шылтыратып уны бушлай ҡуйҙырыуға заказ бирергә мөмкин. Шул рәүешле йыйылған пластиктан махсус аппараттар ярҙамында яңынан эшкәртеп, яһалма шекәрә (пленка), сүс еп, йорт йыһаздары, автомобиль бамперҙары, канцелярия тауарҙары, сумкалар, кейем етештерәләр. Мәҫәлән, Мәскәүҙең «Спартак» футбол командаһының формаһы тап шулай ҡабат эшкәртелгән сеймалдан әҙерләнә.

Тотонолоп ырғытылған пластик әйберҙәр – аяҡ аҫтында аунап ятҡан аҡса ла ул. Быны аңлаған эшҡыуарҙар көндән-көн күбәйә, ҡабул итеү пункттары асыла. Әммә йыйылып эшкәртелгән сеймалдан тауар етештереүселәр республикала юҡ кимәлендә, шуға ла беҙҙә аяҡ аҫтындағы байлыҡ күрше төбәктәргә оҙатыла, файҙаһын әлегә улар күрә. Өфөлә урынлашҡан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын полигондарға оҙатыу һәм ҡабаттан ҡулланыу юлдарын яйлаусы «Тәбиғәт» ойошмаһы белгесе Айгиз Нәғим улы Кималов әйтеүенсә, ҡыйлыҡтарҙың ҡануниәт талабына ярашлы ойошторолоуына урындағы ауыл хакимиәттәре яуаплы. Пластик шешәләрҙе йыйыу өсөн ауылдарҙа ла махсус контейнерҙар урынлаштырыу бөгөнгө көндә отошло. Сөнки сортҡа айырылмаған сүп-сарҙы сығарыу өсөн кешеләр аҡса түләһә, айырым төрҙәре иһә – килем килтерә торған тауар. Ауыл ерендә был эштәр менән шөғөлләнгән кеше һирәк әле, әммә ул – заман талабы, теләйбеҙме, юҡмы, ысулдарын табып, өйрәнеп һәр ауыл-ҡасабала ла тыуған ерҙең һаулығын ҡайғыртыу юлдарын эҙләү зарур. Ҡабат эшкәртелә торған сүпте, кәрәкле күләмдә йыйылғанында, яҡындағы ҡаланан йә ҡасабанан эшҡыуарҙар үҙҙәре килеп алып ҡына китмәй, аҡсаһын да түләй. Интернет селтәрендәге экологик порталда Башҡортостанда ҡулланылған икенсел ресурстарҙы (пластик, макулатура, эшлектән сыҡҡан техника, тимер-томор, иҫке кейем һәм башҡа нәмәләр) ҡабул итеү менән шөғөлләнгән алтмышҡа яҡын ойошманың исемлеге һәм адресы бар…
Гөлнара БУРАНҠАЕВА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы (2017) һанында уҡығыҙ.




Теги: 2017-Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook