Бәхет ҡояшы балаһы

«Атайымды юҡһынып йәшәйем», – тине генерал Шайморатовтың ҡыҙы Октябрина. Миңә уның менән ҡыҫҡа ваҡытлы һөйләшеү насип булғайны. Ышанысын яулай алдыммы, ул, күҙҙәремә ҡарап, атаһын һағыныуын, уның тынғыһыҙ йәне менән теге донъяға барғас осраша алырына өмөтләнеүен асып һалды. Пенсия йәшендәге был ханым, балаларса ихласлыҡ менән, һөйөклө атаһын юҡһыныуын, уны төштә күреүен һөйләне.

Һуңғы йылдарҙа, Шайморатов дивизияһы уҙамандары мәңгелеккә китеп барғанда, уларҙың ҡартлыҡ йәшенә еткән балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре менән йыш-йыш осрашып торабыҙ. Шайморатовтың ғаилә хәле, туғандары тураһында яҙма баҫтырыуымды һораусылар байтаҡ.
Атаһының йылы ҡанаты аҫтында балалыҡ йылдарын уҙғарған Октябрина үҫә килә был бәхеттән мәхрүм ителә. Һис көтөлмәгән хәл. Үҫмер ҡыҙ быны ғәфү итмәгәндер, тип уйларға мөмкин.

Миңлеғәли Минһаж (Минһажетдин) улы Шайморатов 1899 йылдың 15 авгусында ул саҡтағы Биштәкә, бөгөнгө Ҡырмыҫҡалы районының Шайморатов ауылында, тыуған. Барлыҡ мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә – ярлы ғаиләлә. Нәҫел тамырҙары алыҫта, Әй йылғаһы буйҙарында, ҡалғанлыҡтан, аҫабалыҡ хоҡуғы ла елгә осҡандыр. Биш балалы Шайморатовтар аҙ ерле иҫәпләнгән. Өҫтәүенә, игенселек һөнәрен үҙләштереү һәр кемгә бирелмәгән. Минһажетдин ситкә йөрөп эшләүҙе хуп күргән. Ағиҙел, Кама һыуҙарында һалсылар артеленә керә, йөк тейәүселектә бил бөгә. Ҡыштарҙы өйҙә үткәрә. Һыуҙар менән бергә ағып киткән баһадир көсөн яңынан туп­лағас, ялбыр сәкмәнен алып, юлға сыға. Ҡатыны Бибитайфа байҙарға хеҙмәт итә. Көн күреүҙәре етеш булмай. Май сүлмәге тышынан билдәле, тигәндәй, торған өйҙәрен бик бәләкәй, һалам башлы, ҡаралтыһыҙ итеп һүрәтләгән фоторәсем бар. Уны кемдер музей экспозицияһына ҡуйғайны. Урынһыҙ тип таптыҡ. Шайморатов исеменә тап төшөрөргә ынтылып торған көнсөлдәр шатланмаһын өсөн, фондҡа һалып ҡуйҙыҡ.

Октябринаның тормошо ла еңел­дән булмай. Балаға яңғырауыҡлы исем биргәндә, атаһы уның тормо­шо революция ҡояшы яҡтыһында гөр­ләп торорона шикләнмәгәндер. Бала Бөйөк Октябрҙең тантаналы ун йыллығы көндәрендә донъяға килгән бит.
Миңлеғәлигә ун йәш тулғанда, әсәһе Бибитайфа вафат була. Уңғанлығы менән танылған был ҡатын байҙарҙың ниндәй генә ауыр эшен башҡармай. Шуның менән үҙен бөтөрә. Биш балаһы ҡала – Әхмәт­гәрәй, Миңлеғәли, Камила, Ғәлимә, Абдулла. Бер Әхмәтгәрәй ҡул ара­һына ингән: ат менән йөк ташып аҡса таба. Миңлеғәлиҙе ауыл байы малайлыҡҡа ала. Булдыҡлының белә­генән беленеп тора, тигәндәй, бала үҙен тиҙ таныта. «Ат ене ҡағылған» малайҙың йылҡы өйөрөн үҙ ихтыярына буйһондора белеүе байҙы һөйөндөрә.

Ун биш йәше тулғас, атаһы Миңлеғәлиҙе Өфөгә алып килеп, Якимов пароходына матрос итеп урынлаштыра. Минһажетдинѓа революциянан һуң ер бирелә, ләкин, сирләү сәбәпле, ул, ерен үҙләштереп өлгөрмәйенсә, яҡты донъянан китеп бара.

Бай тормош мәктәбе уҙған Шайморатов, 1919 йылдың июнендә Ҡыҙыл Армияға үҙе теләп яҙылып, адмирал Колчак армияһына ҡаршы һуғыштарҙа тағы ла сынығыу ала. Үҙенең хәрби хеҙмәт өсөн яратылғанлығына инана. Командирҙар мәктә­бендә ике тапҡыр уҡый. Урта мәктәп белемен үҙ аллы үҙләштерә.
Тамбов губернаһындағы хәрби час­та хеҙмәт иткән саҡта Шайморатов Елена исемле сибәр ҡыҙ менән яҙмышын бәйләй. Беҙ юғарыла телгә алған Октябрина, 1927 йылдың ноябрендә донъяға килеп, ғаиләгә йәм-нур һирпә, бәхетле тормош дауам итәсәгенә ышанысты нығыта.

Өмөтлө командир Шайморатов 1929 – 1934 йылдарҙа М.В.Фрунзе исемендәге хәрби академияла белем ала: башта әҙерлек курсын уңышлы үтә, унан махсус факультетта, хәрби разведчиктар әҙерләй торған иң мөһим бүлектә, уҡый. Академияны фәҡәт отличноға тамамлағанлыҡтанмы, уны Генштабтың разведка идаралығында эшкә ҡалдыралар. Шәхси делоһында уның был эште белеп, бөхтәлек һәм ныҡышмалылыҡ менән башҡара килеүен билдәләгән яҙмалар бар.

Октябрина күҙгә күренеп үҫә. Уның ал-ҡыҙыл сәскәле бәхетле бала сағын беҙ йылдар уҙғас яҙған хаттары буйынса күҙ алдына баҫтыра алабыҙ. 1986 йылда Шайморатовҡа беренсе һәйкәл асыу тантанаһында рәсми ҡунаҡ булараҡ ҡатнашҡандан һуң, ул Шайморатов ауылы мәктәбе балаларының яратҡан шәхесенә әүерелә, улар менән хатлашып йәшәй. Хат аша килеп тор­ған һорауҙарына ихлас яуап яҙа.

«Атайым тураһында тәүге тәьҫо­раттарымды һорағанһығыҙ, – тип башлана хаттарҙың береһе. – Бөгөн­гөләй хәтерләйем. Уның ҡулында – фотоаппарат. Ул мине фотоға төшө­рөргә әҙерләнә. Йә баҫтырып ҡуя, йә ултыртып ҡарай. Үҙе шат, туҡтауһыҙ йылмая. Бына ҡарап тор, ошонан ҡошсоҡ осоп сығасаҡ, ти. Ситкә ҡарама, юғиһә күрмәй ҡалырһың, имеш. Мин ышанам, шунлыҡтан күҙемде йоморға ҡурҡам. Минең фоторәсемем атайымдың эш өҫтәлендә, һәр саҡ уның күҙ алдында булыр ине».

«Мин бәхет ҡояшы балаһы булып үҫтем, – тип яҙа Октябрина икенсе хатта. – Мәскәүҙә йәшәйбеҙ. Фатир иркен. Мин балалар баҡсаһына йөрө­йөм. Әсәйем йөрөтә. Атайым ҡайтыуына өйҙәмен. Ул ишектән кереүгә ҡаршыһына йүгерәм. Кейемемде сискәнде көт, ти. Мин тыпырсынам. Ул ҡулын йыуып сыҡҡас, мине ҡосаҡ­лап, күкрәгенә ҡыҫа. Биттә­ремдән үбә. Миңә шундай рәхәт. Ә әсәйем аш хәстәрләй. Беҙ атайым менән уйнап туйғас, аш өҫтәле тирәләй ултырабыҙ. Улар нимәлер һөйләшә, ә мин тынғы бирмәйем».

Яҡташыбыҙҙың разведка идаралығындағы үтә ҡатмарлы һәм яуаплы хеҙмәтен китаптарҙа уҡығанса күҙаллап була. Бына Шайморатов – Төркиәлә. Вазифаһы – хәрби атташе. Был сәйер атама артында нимәләр ятҡанын үҙе генә белә.

Ул тәрән белемле була. Академиянан һуң энциклопедист тип йөрөтәләр. Теүәл фәндәрҙә тиһеңме, сәйәсәттәме, өлкән начальниктар уны юғары баһалай. Өҫтәүенә, телдәрҙе үҙләштереүҙә уңыш ҡаҙана. Европа телдәре менән бер ҡатарҙан ҡытай телен өйрәнә. Бөгөн Республика Милли музейында һәм Хәрби Дан музейында Шайморатовтың «Ҡытай теле һүҙлектәре» – ҡалын-ҡалын дәфтәрҙәр һаҡлана. Күпме тырышлыҡ, йоҡоһоҙ төндәр, ялһыҙ көндәр үткәргән ул! Бынан тыш, төрки телдәрҙең күбеһен яҡшы белә. Шул иҫәптән уйғыр телен өйрәнә.
Шулай итеп, Ҡытайға оҙайлы командировкаға барыу көндәре етә. Ҡытайҙа, Синьцзян провинцияһында күпмелер булып ҡайтҡас, ғаиләһен үҙе менән алып китә.

Октябрина яҙмаларынан: «Сүл тигеҙлеге бер мәл бөттө лә ҡуйҙы. Ҡаршыла тауҙар теҙмәһе ҡалҡып сыҡты. Бейек тауҙар. Йәшел урман. Бер аҙҙан аҡ ҡар ҡаплаған тауҙар алға баҫҡандай булды. Үҙҙәре бер ҙә алыҫ түгел һымаҡ. Миңә һалҡын булып китте. Әсәйем йылы кейем бир­ҙе, үҙе лә кейенде, ә атайыбыҙ уйлап та бирмәй, сөнки һалҡынға бирешмәй ине. Беҙ өшөгәнгә көлә генә.
Ҡытайҙа Урумчи ҡалаһында йәшә­нек. Беҙҙең өй консуллыҡтарға ҡаршы урынлашҡан. Атайым ҡытайҙарса кейенеп йөрөй. Ҡайта-киткәндә һыбайлы ҡытай һалдаттары оҙата.

Бер нәмәгә мохтажлыҡ кисермә­нек. Әсәйем эшләмәй. Байрам көн­дәре булып тора. Хәтеремдә, атайым менән әсәйем, музыка ҡуйып, бейергә төшөрҙәр ине. Йөҙҙәренән йылмайыу китмәне. Өсөбөҙ бергә боҙҙа коньки шыуырға йөрөй инек. Һис шикһеҙ, шат-рәхәт йәшәнек. Бөтәбеҙ бергә булғанғалыр, сит ил­дә икәнебеҙ һиҙелмәй ҙә ине (Шаймо­ратов ҡытайса Ша-И тип яҙылған).
Бер мәл атайым, ике ай самаһы булһа кәрәк, юғалып торҙо. Ҡайт­ҡа­­нында бер аяғына сатанлай ине. Әсәйем әйтте, имеш, командировка­ла сағында атайым аяғын өшөткән һәм шуға бәйле дауаланып ятҡан.
Үкенес, ниңә төпсөнөбөрәк һо­рашманым икән?..»
Шайморатов Ҡытайҙа һуғыштарҙа ҡатнаша, хәрби операцияларға етәк­селек итә, ҡытай офицерҙарын уҡыта. Октябрина һөйләүенсә, генералдар өйгә килеп йөрөй, оҙаҡ фекер алыша. Күп осраҡта тәржемәсе булмай. Бер мәл бала шуны күрә: Шайморатов һәм ҡунаҡ генерал үҙ-ара яҙышып аралаша. Һүҙҙәре сыҡмай.

Ошо тән яраһы алғандан һуң булһа кәрәк, Шайморатовтарға Мәскәүгә ҡайтырға рөхсәт бирелә. Һауыҡҡас, яңынан Ҡытайға ебәрәләр. Ләкин был юлы – яңғыҙын. Ғаиләһе Мәскәүҙә ҡала. Гонаһ шомлоғона ҡаршы, яңғы­ҙы булғанда, Елена Степановна, ниндәйҙер ҙур дәрәжәле хәрби кешегә эйәреп, Мәскәүҙән алыҫҡа китә. Шайморатовтың ғәзиз балаһын да ала.

Был көтөлмәгән боролош Октябринаның күңеленә тәрән яра һалғандыр, тип уйлайым.
Хат аша күңелһеҙ хәбәр алыуына ҡарамаҫтан, Шайморатов ҡатмарлы һәм яуаплы хеҙмәтен уңышлы атҡарып сыға.
Ләкин яңынан илгә ҡайтырға ҡу­шыл­ғас, шикләнә биреп ҡуя. Репрессия­ларҙың ҡыҙған мәле. Белдекле органдар күптәрҙе ҡулға ала, сит илдәрҙә булғандарҙың байтағы тотҡонлоҡта.

Генштабҡа хеҙмәт урынына саҡы­ралар, парад кейемендә булырға ҡушалар. Барһа, шат йылмайып ҡаршы алалар. Башта майор званиеһы, һуңынан Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм «РККА-ның XX йыллығы» миҙалы бирәләр.
Ләкин өйҙә көтөп тороусы юҡ. Шайморатов еңел-елпе эш итә торған кеше түгел. Төплө фекерле, бөтәһен тәрәндән уйлап ҡарарға килә торған заттан. Тормошонда Ольга Павловна исемле ҡатын барлыҡҡа килә. Күп­тәнге таныш, Елена Степановнаның әхирәте. Хәрби кеше булған иренең ғүмере хеҙмәт иткәндә өҙөлә. Ҡыҙы Нина үҫеп килә.

Тағы ла командировкала булып ҡайтҡас, Шайморатовҡа полковник званиеһы бирелә. Подполковник званиеһын аша уҙып. Карьера үҫешендәге һуңға ҡалыу өсөн ғәфү үтенгән һымаҡ килеп сыға. Шайморатовтың тиңдәш­тәре араһында күптән генерал погонын йылҡылдатып йөрөткәндәр осрап тора, дивизияға, корпусҡа командалыҡ итәләр. Һуң булһа ла, уң булһын тип, Шайморатов яҡшыға юрай. Алдында баш етмәҫ мөмкинлектәр асыла.
Кемдер ҡарамағында үгәй бала булып көн иткән ҡыҙына хаттар яҙып тора, тейешле көндәренә бүләктәр ебәрә. Матди ярҙам күрһәтергә әҙерлеген белгертә. Шуныһы бәғерен телгеләй: күрешеү мөмкинлеге юҡ. Ғәзиз балаһын һағыныу ваҡыты-ваҡыты менән йөрәген һулҡылдата. Берҙән-бере бит ул уның.

Шайморатов, СССР Оборона комиссариаты ҡарамағындағы 1-се махсус кавалерия полкы командиры булып, 1941 йылдың көҙөндә Мәскәү яны һуғыштарында батырлыҡтар күрһәтә һәм, Көнбайыш фронт командующийы Г.К.Жуков приказы буйынса, икенсе Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. 1941 йылдың 25 декабрендә Өфөгә ҡайтарыла, бында 112-се Башҡорт атлылар дивизияһын ойоштора һәм өйрәтә.
Уның хәрби белеме иҫ киткес бай, командирлыҡ һәләте һоҡланғыс, һалдаттарға итәғәтле мөнәсәбәте тиң­дәшһеҙ. Бөтөнләй һуғышсан әҙерлеге булмаған, иген игеп, мал һимертеп йәшәр өсөн тылда ҡалдырылған тыныс хеҙмәт кешеләренән көслө дивизия әҙерләй. Милләтебеҙ вәкилдәре ара­һынан сығып, бейеккә күтәрелгән ыласын бит ул! Күренекле полководецтар рәтендә булаһы шәхес ине. Ҡыҙғаныс, һуғышсан юлы 1943 йылдың 23 феврале иртәһендә өҙөлә. Корпус командиры генерал М.Д.Борисов һалмыш баштан урынһыҙ приказ бирмәһә, иҫән ҡалған булыр ине.
Шайморатовтың берҙән-бер бала­һы барлығы тураһында 112-се Баш­ҡорт атлылар дивизияһы ветерандары советын етәкләгән Ғүмәр Чурмантаев йыш һөйләй ине. «Ригала йәшәй, Өфөгә, Ҡырмыҫҡалыға ҡунаҡҡа са­ҡырырға ваҡыт», – тигәне хәтерҙә. Һәм бер көн ул шылтырата: «Риганан ҡәҙерле ҡунаҡ килә, ҡаршы алабыҙ».

Минең телевидениела эшләгән ваҡыт. Яңылыҡтар өсөн бер нисә минутлыҡ материал кәрәк. Октябрина менән осрашыу өсөн Офицерҙар йортона барҙыҡ. Чурмантаев уны, хөрмәт күрһәтеп, ҡултыҡлап алып килде.
Йә, Хоҙай! Булһа ла, була икән. Алдымда – Шайморатов ҡыҙы Октябрина. Тап атаһы, тиерһең, йөҙ төҙөлөшө тулыһынса уныҡы. Тик атаһына хас хәйләкәрлек, үтә күреү­сәнлек һиҙелмәй. Күңеле нескә. Буй-һыны зифа, кәүҙәһе тал сыбығылай һығылмалы, тауышы баҫалҡы.
Алдан әҙерләнгән һорауҙарға яуап ауыр алынды. Ун дүрт йәшлек улы Сергей олатаһы тураһында ләм-мим һүҙ әйтә алманы.
Оператор камераны алып киткәс кенә Октябрина бер аҙ асыла төштө. Ире – хәрби офицер, һуңғы хеҙмәт урыны Рига ҡалаһында булғас, пенсияға сыѓып, шунда ҡалғандар. Күптән түгел вафат булған. Октябрина атаһы­нан айырылған йылдарҙың ауырлыҡта үтеүе, үгәй бала булып үҫкәндә ҡы­йынлыҡтар күреүе тураһында бик аҙ һөйләне. Һәм шуны өҫтәне: «Мин ғүме­рем буйы атайымды юҡһынып йәшә­йем. Әгәр һин булһаң, тип уға өндәшәм. Әсәйем, мөхәббәт яңыртып, бәлки, бәхет татығандыр, ләкин мин үҙемде ҡыйырһытылған бала тип хис иттем».

Генерал Шайморатовҡа Ҡырмыҫҡалыла һәйкәл асыу тантанаһында ҡатнашҡандың һуңында, Октябрина Шайморатов мәктәбе уҡыусыларына яҙған хаттарында тормошоноң ауырлығын һүрәтләй. Мәҫәлән, туҡһанынсы йылдарҙа пенсияға йәшәү мөмкинлеге ҡалмай, хаҡтар буй етмәҫ булып үҫә. Улы Сергей техникумда уҡый, ләкин уны тамамлай алмай, фотограф һөнәренә күсә. Оҙаҡламай яҡты донъянан китеп бара. Яңғыҙы ҡалған Октябрина, матди хәлен аҙмы-күпме еңеләйтеү маҡсатынан, фатирын ҡуртымға биреп, үҙе әхирәтендә көн итә. 2003 йылда вафат була.
Шайморатовтың «сыбыҡ осо» ту­ғандары аҙ түгел. Улар Өфөлә һәм Ҡырмыҫҡалы районында йәшәй.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтә билдәле шәхестәрҙең дә балалары күренекле булып китә алмай. Октябринаның яҙмышы ла шундайҙарҙан.

Фәрит ВАХИТОВ,
Республика Хәрби Дан музейының ғилми хеҙмәткәре.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook