Янып йәшәлгән йылдар

Янып йәшәлгән йылдар«Башҡортостан ҡыҙы»на биргән ун йылым – йәшлегемдең иң матур сәхифәһе. Шунда халҡымдың данлыҡлы ҡыҙҙары Зәйнәб Биишева, Фәүзиә Рәхимғолова, Мәрйәм Бураҡаева, Факиһа Туғыҙбаева, Әнисә Таһировалар менән танышып, дуҫлашып киттем. Ете йыл профсоюздың редакция бүлексәһе рәйесе лә булдым, ойоштороу эше лә оҡшай ине», – ти баҫмабыҙҙың тәүге биҙәлеш мөхәррире Роза Барый ҡыҙы Зиннәтшина, журнал сыға башлаған мәлдәрҙе хәтерләп.

...Бынан ярты быуат самаһы элек редакцияла Роза ханым Рәми Ғариповҡа бала сағын һөйләй. «Бәләкәй инем әле, ғаилә­беҙҙе ауылдаштарым ҡунаҡҡа алды. Ҡыҙҙарын минең менән серҙәш итергә уйлағандар икән. Бүләккә матур сынаяҡтар, сәйнүк бирҙеләр, ә беҙ кәзә бәрәсе инселәнек. Боронғо йола буйынса, Игеҙәк йондоҙлоғо аҫтында яңғыҙ бала тыуһа, уға һыңар һайлап, парлап ҡуйыр булғандар. Иште «Игеҙәк» йә «Буға»лар араһынан ҡарағандар. Шул сәбәпле ауылым әбейҙәре Клараға иптәшкә мине самалаған. Ул саҡта миңә ни эшләп Буға тиеүҙәрен аңламағайным да, тыуған көнөм – апрель аҙағы. Ә Буғалар кемгә лә серҙәш булып, ярашып китә икән. Һеҙ бөгөндән серҙәш, тип үкел (ҡиәмәтлек) апай иттеләр. Тиҙ дуҫлашып киттек, һаман хәбәр­ләшеп торабыҙ», – ти ул...

...Балаҡатай районы (хәҙер Мәсетлегә ҡарай) Ҡаранай ауылынан һуғыш ветераны Барый Ғатауллиндың ҡыҙы ул. Күп балалы ғаиләлә хеҙмәттә сынығып үҫкән Роза сибәр ҙә, һәләтле лә була. Райондарына йәш таланттар эҙләп килеп сыҡҡан данлыҡлы ре­жиссер, ул ваҡытта Башҡорт академия драма театры директоры Ғабдулла Ғиләжев уны – оҙон ҡара сәсле, һомғол буйлы, моңло, көслө тауышлы ҡыҙҙы – айырыуса оҡшата, һин актриса булырға тейеш, тип Өфөгә саҡыра. Имтихан тапшырып, сәнғәт училищеһының актерҙар бүлегендә уҡып йөрөгән ҡыҙ бер көнө яңылы­шып, мольберт артында ултырған студенттар бүлмәһенә барып инә. Бала саҡтан яратҡан шөғөлө иҫенә төшөп, сәмләнеп рәссамдар әҙерләү бүлегенә күсергә була. Унда художество мәктәбен тамамлаған­дарҙы ғына алғандарын белгәс, Златоуст ҡалаһына китә. Балалар баҡсаһына эшкә төшөп, кистәрен һынлы сәнғәт мәктәбенә йөрөй. Дүрт йыллыҡ программаны бер йылда үҙләштерә. Үҙе эшләгән баҡса диуарҙарына әкиәт геройҙарын төшөрөп бөтә. Хеҙмәттәштәренең унан айырылғыһы кил­мәй, йылы пальто, ҡыҙыл кизе күлдәк, утыҙ һум аҡса биреп оҙаталар. Билдәле рәссам, скульптор Ғүмәр Мөхәмәтшин класында уҡый ул. Тәбиғәтте матур төшөргән, кешеләр­ҙең йөҙ һыҙаттары аша холоҡтарын оҫта һүрәтләгән ҡыҙҙы уҡыуын Ленинградта дауам итергә өндәйҙәр. Ләкин студент йылдарында уҡ «Ағиҙел» журналын иллюстрациялар менән биҙәп йөрөгән һылыуҙың юлын яҙмыш матбуғат донъяһына бора.
Янып йәшәлгән йылдар

...«Әҙәби журнал редакцияһына Фәрит Иҫәнғолов, Әхиәр Хәкимов, Абдулхаҡ Игебаевтар йыйылды. Тиҙҙән «Урал ҡыҙы» тигән журнал сыға башларға тейеш, тип яңы баҫманың киләсәген уйлаштылар. Шунда Кәтибә апай Кинйәбулатова менән таныштыҡ. Ул мине етәкләп «Совет Башҡортостаны» гәзите редакцияһына алып китте, Рәми ағай менән күрештек, шағирыбыҙ шунда эшләй ине. Уҡыусылары булмайынса нисек таратабыҙ тип, тәүҙә журналға яҙылыу ойошторорға тотондолар. Яйлап коллектив тупланды, баш мөхәррир – Кәтибә апай, Рәми ағай – яуаплы сәркәтип, мин биҙәлеш мөхәррире булып киттек, күп тә үтмәй Фәүзиә апай Рәхимғолова, Мәрйәм Бураҡаева килде. Миңлегөл апай Хисмәтуллина машинкала баҫыусы булып эшкә төштө. Студент ҡыҙҙар Әнисә Таһирова, Таңһылыу Ҡарамышевалар ҙа редакция тормошо менән янып йәшәй башланы. Шулайтып, «Урал ҡыҙы» тип ҡабынған ниәт «Башҡортостан ҡыҙы» булып бойомға ашты. Тәжрибә туплау өсөн мине Ҡазанға, «Азат ҡатын» (хәҙерге «Сөйөмбикә») журналына стажировкаға ебәрҙеләр. Һуңынан уларҙан эшкә саҡырыу ҙа алдым, барманым. Тираж арттырыу өсөн райондарға йыш йөрөттөләр. Ҡариҙел, Учалы яҡтарына, урмансылар янына барыуҙарым айырыуса иҫтә ҡалған. Колхоз, совхоз рәйестәре менән килешеп, журналды күберәк хужалыҡ иҫәбенә яҙҙыра инек. Баҫма тышлығын алдынғы һауынсылар, сөгөлдөрсөләр, эшселәр, яҡшы уҡыған студент ҡыҙҙар биләне. Гел биҙәү эштәре менән генә булашып ултырырға тура килмәне, ситтән тороп БДУ-ның филология факультетында уҡып сыҡтым.. .

...Роза ханымдың хәтерендә Рәми Ғариповтың тағы бер һүҙе ҡалған. «Журналға илле йәш тулғанда һиңә етмеш буласаҡ. Эх, шуғаса йәшәһәм, һинең хаҡта мәҡәләне, бергә эшләгән йылдар иҫтәлеге итеп үҙем яҙыр инем», – ти ул. Йәл, шағирға был көндәрҙе күрергә насип булмаған, ә васыяты бына онотолмаған...
Гөлнара БУРАНҠАЕВА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се һанында уҡығыҙ.




Теги: Журнал




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook