КҮҢЕЛ КҮҘҘӘРЕНӘ НУР БӨРКӨП

КҮҢЕЛ КҮҘҘӘРЕНӘ НУР БӨРКӨП Ғаләмдең үҙе кеүек бөйөк тә, изге лә уҡытыусы һөнәре. Бары уға мәңгелеккә нескә генә ҡағылып, уны үҙгәртеү, яҡтыраҡ, миһырбанлыраҡ итеү ҡөҙрәте бирелгән. Йәмғиәттең камил үҫеше лә, тәү сиратта, балаларға мәрхәмәтле мөнәсәбәт менән билдәләнә. Тамсылай саф сабый күңеле, нәфрәт ғазабынан төңөлмәй, һөйөү, ышаныс тойғоларына һуғарылып, ҡаяларҙы ярып, тәрән диңгеҙҙәргә ҡойһон өсөн, ысын педагог үҙе йөрәк нуры менән белем, аҡыл, әхлаҡ донъяһына юл аса. Фиҙакәр йәнле уҡытыусылар, ирле-ҡатынлы икеһе лә мәктәп директоры Лилиә Фаил ҡыҙы менән Юлай Камил улы Әмәкәсовтар ошо ҡиммәттәрҙең аҫыл асылын үҙ тормош миҫалында дәлилләй.

...Бер-береһен ярты һүҙҙән, күҙ ҡарашынан аңлаған, бер төрлө фекерләгән, йылдар үтеүгә ҡарамаҫтан, йөҙҙәренән бәхет нуры һирпелеп торған мөхәббәтле ғаиләләр була. Күңел һалып башҡарған берҙәм эштәре лә, киләсәккә ҡорған ҙур маҡсаттары ла уларҙың йөрәген дөрләтеп, йәшәүгә ҡуҙ өҫтәйҙер. Лилиә Фаил ҡыҙы менән Юлай Камил улына республикабыҙҙың төрлө абруйлы белем биреү усаҡтарында ең һыҙғанып эшләү бәхете насип була. Күмертауҙағы 3-сө Башҡорт республика гимназияһының һәм Республика политехник лицей-интернатының инешендә торған шәхестәр мәғариф өлкәһендәге инновацион программаларҙы ғәмәлгә ашырыу менән бер рәттән, тыуған халҡының яҡты киләсәге, белеме, рух ныҡлығы хаҡына ла көс түгә. Юлдарында ҡаршылыҡ тыуһа ла, һәр осраҡҡа яҡты мәғәнә һалып, фәһем туплап, яңы һулыш менән талпынып алға ынтыла улар.

Әле ҡасандыр Салауат музыка училищеһын тамамлаған ҡала ҡыҙына Көйөргәҙе районының Мораптал урта мәктәбенә йүнәлтмә бирелгәс, ҡатмарлы ғына ауыл тормошон ҡыйынлыҡһыҙ үҙләштереп, белем усағының мәҙәни-ағартыу эшен тулыһынса үҙ иңенә ала ул. Бары юғары белеме юҡлығы ғына күңелен ҡыра. Бер көндө тота ла Өфөгә юллана. БДУ-ның тарих факультетына ситтән тороп уҡырға ингәнен хатта әсәһе лә белмәй ҡала. Яҙмыштыр инде, ти үҙе хәҙер йылмайып, тап тарих факультетында ул буласаҡ тормош иптәше Юлай Камил улын осрата. Ике йәш йөрәк араһында мөхәббәт уты ҡабына. Киләсәккә оло маҡсаттар ҡорған һылыу уйламағанда Морапталдан тағы ла төпкөл, газы, уты булмаған Уңғар ауылына килен булып төшкәнен аңғармай ҙа ҡала. Һөйөү көсөн әйтсе әле?!
КҮҢЕЛ КҮҘҘӘРЕНӘ НУР БӨРКӨП
Ҡайны-ҡәйнәһенең иҫке өйөн йүнләп, шунда урынлаша йәш ғаилә. Ҡалала буй еткергән ғорур тәбиғәтле башҡорт ҡыҙына ят ауыл мөхитенә берегеп китеү еңел булмай. Йә тотош ауылда ут һүнә лә ҡуя, газ юҡ, тәүге ҡояш нурҙары менән уянып, һыу индереп, ике мейес яғып, аш-һыу хәстәрләгәнсе хәлдән тая йәш килен. Мәктәп эшен дә, уҡыуҙы ла тигеҙ алып барырға кәрәк. Етмәһә, сараларға ла ул яуаплы. «Улыбыҙ Ильяс менән ҡыҙыбыҙ Аида эш араһында үҫте. Ҡура тултырып мал аҫрайбыҙ, ике һауын һыйыры, шул арала йорт күтәрттек. Тарихты уҡытыу ҙа төплө белем, донъяға киң ҡараш һәм ентекле әҙерлек талап итә. Мәктәптә сара үткәреп ҡайтып, һыйыр һауып, һөт айыртҡансы төн уртаһы етә. Ултырған урында йоҡлай яҙам. Шуға бер ҡул менән сепаратор әйләндергәндә, икенсеһенә китап тотоп уҡырға әүәҫләндем. Һөт айыртҡанымды көтөп алам – әҫәрҙең дауамын белге килә. Шулай һәр ябай ғына шөғөлгә лә ниндәйҙер яҡты сатҡы ҡундырһаң, тормошоңа яңы балҡыш, мәғәнә өҫтәлгәндәй була», – ти мөләйем ханым.

«Ҡатынымдың тормош аҡылы, новаторлығы йыш ҡына үҙемде лә хайран итә, – тип һүҙгә ҡушыла Юлай Камил улы. – Мәҫәлән, ғүмерендә бер ҡасан да мейес яҡмаған, ауыл эшен белмәгән кәләшем бар нәмәне уңайлы ғына итеп үҙенә яраҡлаштыра ла ала ине. Мейескә ут тоҡандырыуҙың да яңы ысулын ул уйлап тапты. Иҫке камераларҙы балта менән ярып, туҙ урынына ҡулланған – утын йәһәт тоҡана икән. Зирәк, етеҙ, сабыр, эшкә маһир, шул уҡ ваҡытта үҙе, уңыштары хаҡында ҡысҡырып йөрөмәҫ, зарланғанын һиҙҙермәҫ ипле тәбиғәтле кеше ул»...

...Әлеге көндә Лилиә Фаил ҡыҙы һуҡыр һәм насар күреүсе балалар өсөн Өфөнөң 28-се махсус (коррекцион) мәктәп-интернаты директоры вазифаһын башҡара, ә уның тормош иптәше Юлай Камил улы Өфөнөң 59-сы махсус (коррекцион) дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты менән етәкселек итә...
...Мөмкинлеге сикләнгән сабыйҙың эске донъяһы бик нескә һәм күп ҡырлы, улар яратыуға, аңлауға айырыуса мохтаж. «Йәмғиәттә яңылыш фекер таралған: интеллекты зәғиф сабыйҙар күберәк эскесе, наркомандарҙан тыуа йәки нәҫелдән күсә, йәнәһе. Мәҫәлән, беҙҙең учреждениела өлгөлө ғаиләләрҙән етәксе балалары ла уҡый», – ти Әмәкәсовтар...
Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се һанында уҡығыҙ.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook