ҠУЛДАРЫНДА – МОҢ АСҠЫСЫ

Тотҡан ерҙән һындырырға яратмай ул. Уҡыусыларының иң һәләтлеләренә лә мотлаҡ йырсы булырға кәрәк, тимәй. Тауыштары сәхнәгә барырлыҡ тойолмағандары менән дә ихлас шөғөлләнә, күңелдәрен ҡыймай. Уҡытыусы – оҫталыҡҡа өйрәтеүсе, ә яҙмыштар менән уйнаусы түгел, тип ҡабатларға ярата. Һәр шәкертенә хөрмәт менән ҡарап, эшен намыҫлы башҡарыуын белә. Бәлки, шуғалыр уға һәр ваҡыт тартылалар. Башҡортостанда ғына түгел, бөтә Рәсәйҙә эстрада һәм джаз йүнәлешендә йырларға өйрәтеү буйынса көслө мөғәллимәләрҙең береһе һанала ул. Унан ғилем алыу өсөн илебеҙҙең һәммә мөйөштәренән киләләр, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтергә лә төрлө яҡҡа саҡырып торалар. Һөнәренә булған мөхәббәте арҡылы исем-атын бренд кимәленә күтәргән ханым – БР-ҙың мәғариф отличнигы һәм атҡаҙанған уҡытыусыһы Светлана Әнүәр ҡыҙы Слягузова.
ҠУЛДАРЫНДА – МОҢ АСҠЫСЫ
...«Беҙҙе институтта академик вокалға өйрәттеләр. Сәнғәт училищеһында эстрадала йырлаясаҡ балалар менән шөғөлләнергә кәрәк, тигәс, бер аҙ аптырап та ҡалғайным. Әлбиттә, төрлө методикаларҙы өйрәндем, әммә иң мөһиме – уҡыусыңдың тәбиғи тауышын табып асыу һәм уны тейешенсә яңғыратып ебәреү барыбер ҙә тойомлау аша килә. Мин уҡыусыларыма, йырлау – Хоҙай тарафынан бирелгән бүләк, тием. Моң – ул тын алыу менән тауыш сығарыу (артикуляция) һәм уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәтенең һөҙөмтәһе булып торған яңғыраш (резонанс). Бер мәл эштән ҡайтып барғанда диуарҙағы «Таня + Петя = Мөхәббәт» тигән яҙыуға иғтибар иттем дә башыма ошо уй килде. Ысынлап та, ДАР – русса вариантта тын алыш, артикуляция, резонанс һүҙҙәренең баш хәрефтәре бүләк тигән мәғәнә бирә. Ошо ябай ғына асыш үҙем уйлап сығарған методиканың – дидактик алгоритмдың нигеҙенә ятты, тормош фәлсәфәмде формалаштырҙы. Был формуланы ғаиләгә лә күсереп була бит. Ике кешенең мөнәсәбәте тыуҙырған резонанс, ниндәй булыуына ҡарап, ғаиләне бәхетле итә йә һәләкәткә илтә. Тауыш урынында, моғайын, ҡатын-ҡыҙҙыр, һулыш – ир-ат, сөнки артикуляция ла ҡатын-ҡыҙ һымаҡ һығылмалы, ә һулыш – ир-аттарса тотороҡлораҡ дәүмәл. Асылда ир кешене төптән үҙгәртеп булмай, бәхетле булам тиһәң, уны нисек бар, шулай ҡабул итергә йә үҙеңә яраҡлашырға кәрәк...
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се һанында уҡығыҙ.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook