Хозур баҡсаның бер гөлө

Хозур баҡсаның бер гөлө Ҡара ерҙә илаһи ожмах баҡсаһы тыуҙырған һәм миллионлы ҡала эсендә мөғжизәле йәшеллек оазисы сәскә атһын өсөн йөрәк көсөн, йән йылыһын йәлләмәгән мөләйем ханымдың күңел донъяһы ла гөлләмәләй сағыу һәм киң ҡоласлы. Тәбиғәттең һәр һулышын, тын алышын нескә тойған, тәү ҡараштан үҫемлектәрҙең үҙенсәлеген, холоҡ-кәйефен билдәләй алған һәм ғүмерен ошо мәңге йәшел хозурлыҡҡа, затлы емештәр үҫтереүгә бағышлаған Өфө лимонарийы етәксеһе Фәриҙә Вәлиулла ҡыҙы Садиҡованың йәмле йәшәү ағышына байҡау яһап, үҙебеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирергә саҡырҙыҡ.

...– Бала саҡ кеше ғүмеренә, киләсәгенә ифрат йоғонто яһай. Һеҙҙең хәтерләүҙәрегеҙ ниндәй тәьҫораттар уята?
– Бәләкәй сағым тауҙар, урмандар төйәге – Ейәнсура районының Байдәүләт ауылында үтте. Атайым Вәлиулла Сәлим улы менән әсәйем Сәғиҙә Фәтих ҡыҙы өйләнешкәс тә, Белоруссияға китеп бер аҙ йәшәп алған. Шуға өлкән улдарына Юрий тип исем ҡушҡандар. Ауылға ҡайтҡас, Баязит ағайым тыуған. Мин, түҙемһеҙләнеп көтөп алған ҡыҙҙары, ағайымдар бер аҙ буй еткергәс донъяға килгәнмен. Кендегем муйыныма уралып, хәлһеҙ, сырхау ғына булып тыуғанмын. Табип әсәйемә: «Был балаң ҡырҡ көн дә тормаҫ инде», – тигән ҡайғырып. Хоҙай ғүмер биргәс, йәшәп киткәнмен, әммә йыш сирләй торғайным. Ауырыһам, атайым карауатым янына төрлө тәм-том өйә: кәнфит-печеньеның ниндәйе генә юҡ. Эргәмдә нимә эшләргә белмәй өлтөрәп торалар. Атайым урмансы булғас, беҙ ауылдан йыраҡ түгел урман эсендәге кордонда йәшәнек. Тәбиғәт яратҡан, йәнлек-кейектәргә, ҡоштарға, хатта бәләкәс кенә үҫемлектәргә лә иң изге йән эйәһенә кеүек һаҡсыл, игелекле мөнәсәбәт һаҡлаған эшһөйәр кеше ине атайым. Ете класс белеме менән генә Бөйөк Ватан һуғышында 6-сы кавалерия дивизияһында кадрлы офицер дәрәжәһенә еткән ҡуш йөрәкле яугирҙең хатта «ҡурҡыу белмәҫ башҡорт» тигән ҡушаматы ла булған. Яңауылдан килен булып төшкән әсәйем Байдәүләт урта мәктәбендә тарихтан уҡытты, аҙаҡ директор булды. Оҫта ойоштороусы һәм егәрле баҡсасы ине, Яңауылдан ауылыбыҙға яңы сорт емеш-еләк ҡыуаҡтары алып ҡайтып ултыртты, мәктәптә башҡорт милли музейы асты, урмандан утын ташыуҙы еңеләйтеү өсөн күпер һалдырҙы, әле лә уны «Сәғиҙә күпере» тип йөрөтәләр...

... – Ғаиләгеҙ эшегеҙҙе шулай уҡ яратып ҡабул итәме?
– Ишембай районы Кинйәбулат ауылына килен булып төшкәйнем. Ул яҡтарҙың ғәжәйеп тәбиғәте лә һоҡландыра мине. Ирем Себергә күсергә теләгәс, сирләгән атайымды, түшәктә ятҡан әсәйемде, башлаған эшемде ҡалдырып китергә йөрәгем етмәне. Ләйсән ҡыҙым күберәк олатаһы менән өләсәһе янында үҫте. Эшемә күп ваҡыт бүлергә тура килгәнгә, Ләйсән бәләкәс саҡта мине лимонарийға көнләшә ине. Аллаға шөкөр, ҡыҙымдан уңдым, ул минең яҡын серҙәшемә, ышаныслы кәңәшсемә, тоғро таянысыма әйләнде. Мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, БДУ-ның сит телдәр факультетына уҡырға инде. Грантҡа лайыҡ булып, Германиялағы Галле университетын ҡыҙыл диплом менән бөттө. Шунан курд егетенә кейәүгә сығып, әле Дубай ҡалаһында йәшәйҙәр. Берләшкән Ғәрәп Әмирлегенең Гете исемендәге университетында немец телен уҡыта. Күҙҙе наҙлап, йөрәкте һөйөндөрөп Мөхәммәт менән Сара исемле балалары үҫеп килә. Ләйсән ярҙамында төрлө илдәрҙә үткән күргәҙмәләрҙә ҡатнашыу бәхетенә эйәмен. Ҡыҙым янына барған һайын яңы экзотик үҫемлектәр алып ҡайтам. Баязит, Юрий ағайымдарҙың ғаиләләре менән дә татыубыҙ...
Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА әңгәмәләште.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се һанында уҡығыҙ.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook