Мәңгелек сер асылында

Мәңгелек сер асылында Республика Журналистар союзы Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосоповтың ярҙамы менән матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре өсөн Бөрйән районы буйлап онотолмаҫ сәйәхәт ойошторҙо. Шүлгән һәм Урал эҙҙәрен юллаған экотурҙа «зәңгәр экрандар» аша һәммәбеҙгә лә яҡшы таныш БСТ каналының «Эҙәрмән» («Следопыт») тапшырыуын төшөрөүсе берҙәм һәм дәртле ижади төркөм дә ҡатнашты. Был тарихи, мөғжизәүи урында «Эҙәрмән» буйынса телевизор ҡараусыларҙың иғтибарын һәм ихтирамын яулаған Гүзәл Хәмитованың белемдәре сәйәхәтебеҙҙәге тәьҫораттарҙы байытты. Уның һәр күренеште төплө, нигеҙле итеп аңлатыуы, бихисап тапшырыуҙар циклы төшөрөүҙә ҡатнашыуынан ҡалған иҫтәлекле лә, мауыҡтырғыс та хәтирәләре менән уртаҡлашыуы үҙенең шәхесенә хеҙмәттәштәремдең ҡыҙыҡһыныуын уятты. Күптәр уны журналист һөнәрен үҙ иткән археолог, геолог, тарихсы, тип тә фаразланы. Ләкин уның музыкант икәнлеген белеү бөтөнләй көтөлмәгән асыш булды.

...– Тапшырыуҙарҙы төшөргәндә йәшәү менән үлем араһында ҡалғаның бармы?
– Ҡоҙоҡсумған – Рәсәйҙәге берҙәнбер шахта-упҡын. 78 метр тәрәнлегендәге ҡая. Мәмерйәгә төшкән ваҡытта ҡап-ҡараңғы, шуға хәүефле түгел. Ә ҡоҙоҡта бөтөнләй икенсе, ҡайҙа төшкәнеңде һәм ҡайҙа менгәнеңде күрәһең, шуныһы ҡурҡ ыныс. Өҫтән кеше бәләкәс кенә бөжәк һымаҡ күренә. Һуңғы тапшырыуҙы эшләгән ваҡытта ҡотҡарыусылар 5 кешене төшөрҙө. Улар ярайһы уҡ оло йәштә, 70-тән үткән, Ҡоҙоҡсумған мәмерйәһен асыусылар. Булат Вил улы менән Ринатҡа, әҙерлектәре минекенән ҡайтышыраҡ булыу сәбәпле, рөхсәт итмәнеләр. Төркөмдә ҡотҡарыусылар 5 кешене төшөргәнсе миңә камера менән үҙ яйыма төшөү ышанып тапшырылды. Улар менгәнсе мин дә күтәрелергә тейеш инем. Шул ваҡытта…

Гөлназ ҠОТОЕВА һөйләште.


Әңғәмәнең тулы вариантын журналдың 10-сы һанында уҡығыҙ.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook