Әсәй ҡыҙы

Әсәй ҡыҙы Яурындарына һибелгән сәсен елберҙәтеп килеп ингән гүзәл шаян яҙғы елде хәтерләтә ине. Кисәге мәктәп уҡыусыһылай күренгән был һылыуҙа донъя финанс баҙарында үҙен һыуҙағы балыҡтай һиҙгән иҡтисадсыны, абруйлы банктың мөһим тармағы башлығын ҡапыл ғына сырамытыуы ла мөмкин түгел. 32 йәшендә тәжрибәле финанс белгесе булып танылып, ҙур банктың иҫәп-хисап үҙәген етәкләгән Алина Хөсәйенова – донъялағы күп ваҡиғаларҙы миһырбанлы йөрәге аша үткәреүсе замандашыбыҙ, әсәһе өсөн йәнен бирергә әҙер, уны тын алышынан тойған ҡыҙ, үҙе лә һоҡланғыс әсә.

«Терпе лә балаһын «йомшағым» тип яратҡан кеүек, һәр кем сабыйына бәхеттәр генә юрап, «яҡшы кеше булһын» тип теләп үҫтерә. Ләкин балаһының зиһененә, күңеленә хайран ҡалырлыҡ күпте һалып та, уның бәғерһеҙлегенән йөрәге боҙ булғандар күпме! Алина ҡыҙымдың һөнәри ҡаҙаныштарына, әлбиттә, ҡыуанам. Ләкин иң һөйөндөргәне – уның тормошҡа шәфҡәтле ҡараш менән бағыуы. Сөнки әллә ниндәй үрҙәр яулаһа ла, ошо сифат юҡ икән, әҙәм балаһынан нур ҡаса», – ти Алинаның әсәһе Рәшиҙә ханым.
Әсәһенән күргән тун бескән, ти халыҡ. Ғүмерен республикабыҙҙа банк эшен үҫтереүгә арнаған Рәшиҙә Ғәббәс ҡыҙы Шакирова – Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы, төбәгебеҙҙә күп банк белгестәренең остазы. «Улым Роберт та, ҡыҙым Алина ла минең эшкә мөкиббәнлекте күреп үҫте – һайлаған һөнәрҙәрендә фиҙакәр булыуҙары ла шунандыр. Ә фиҙакәрлек, теләйһеңме, юҡмы, барыбер бер ҡасан уңышҡа килтерә. Ул дәүерҙә баланы әлеге кеүек ун алты йәштән машина бүләк итеп ҡотортоу булманы. Матур күлдәк тә ғаиләлә төп ҡиммәт һаналманы. Минең кеүек көнө-төнө эштә йөрөгән совет заманы әсәһенең «шулай булма, былай бул!» тип тәрбиәләп ултырырға ваҡыты ла юҡ ине. Тәрбиә менән һалып булмаған, ҡандан күскән, йәндән бирелгән нәмәләр күп бит», – тип һөйләй ул. Түбәндәге хәтирәһе шуға дәлил түгелме икән?

Егерме йыл элек ҡыштың сатнама һыуыҡ айында Рәшиҙә апай юл фажиғәһенә эләгә. Әжәлдән саҡ ҡалған ханым ярты йылдан ашыу түшәктә ята. «Алтынсы синыфта уҡыған ҡыҙымдың өйҙә хужабикә бу- рысын үҙ өҫтөнә алыуына, мине оҫта шәфҡәт туташылай тәрбиәләүенә бөгөн дә таң ҡалам, – тип һөйләй әсә. – Иртәнге алтыла тороп, мине йыуындырып, ашатып-эсереп, һигеҙгә мәктәпкә бара. Уҡыуынан төшөн ҡайтып, йәнә мине ҡарарға тотона. Сәғәт дүрткә – музыка мәктәбенә. Ыжғыр буран уйнағанда ла ҡала буйлап ауыр сумкаһын күтәреп, шунда юллана. Кисен ғаиләгә ризыҡ әҙерләү, дәрес ҡарау, тағы мине тәрбиәләү – быларҙы башҡарғанда йөҙөнә арыуҙың ғәләмәте лә сыҡмай. Ун ике йәшлек ҡыҙға шуларҙы кем ҡушҡан инде? Балам көнөнә ҡалған ваҡытымда уға ҡарап, үҙемдең бәләкәй сағымды, таң һарыһынан көрт кисеп һыйыр һауырға киткән әсәйемә саҡ ҡына булһа ла рәхәтерәк булһын тип, ул ҡайтыуға өйҙәге бөтә эште бөтөрөп ҡуйыуымды иҫкә төшөрөп яттым...»
«Бала саҡ шуныһы менән бәхетле: һиңә бер нәмә лә ауыр тойолмай, күңел төшөнкөлөгөн дә, арыуҙы ла белмәйһең. Ул ваҡытта әсәйемде ҡарау ҙа, ашарға әҙерләү ҙә тамсы ла ҡыйын күренмәне, – тип хәтерләй Алина. – Хәйер, мин әле лә эштән хәлдән тайып ҡайтмайым, кисен тағы әллә нәмәләр ҡыйратырлыҡ көсөм ҡала. Яратҡан эш ялҡытмай ҙа, арытмай ҙа!»
Ә банк йөрәге тип аталған иҫәп-хисап үҙәгенетәкләүсе һылыуҙың вазифаһы уйнап йөрөй торғандарҙан түгел. Үҙәккә ун биш филиал ҡарай, уларҙа етмеш кеше эшләй. Банк эшмәкәрлеген үҙәктән башҡа күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел. Банк аша күсерелеүсе төбәк, Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдәге барлыҡ иҫәптәрҙең теүәл, дөрөҫ үтеүен ойоштороу өсөн оло яуаплылыҡ, һөнәри оҫталыҡ талап ителә. Иҡтисад һәм хоҡуҡ буйынса юғары белемдәргә эйә, банк филиалдарының береһенә оҙаҡ йылдар етәкселек итеү тәжрибәһе булған һылыу даими камиллашыуға ынтыла. «Күҙ асып йомғансы үҙгәреп торған финанс баҙарында банк уңышлы эшләһен өсөн, үҙеңә генә хәбәрҙар булыу аҙ, ҡул аҫтындағы барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри белем кимәлен күтәреү өҫтөндә эшләйбеҙ», – ти ул.
Алина республикабыҙ, төбәгебеҙҙең финанс үҫешенә лайыҡлы өлөш индергән ойошмала эшләүе, банктың социаль йүнәлешле эшмәкәрлеге менән ғорурлана. Мәҫәлән, коммерция банкылары араһында улар иң беренсе булып Ҡырым халҡына ярҙам күсергән. Балалар һәм ҡарттар йорттарына, мохтаждарға милли матбуғат яҙҙырып бүләк итеү, етемдәргә кейем-һалым алыу, халыҡтың финанс белемен күтәреү буйынса үҙ өлөшөн индереү – ошо һәм башҡа эштәр һәр тин иҫәпле ҡәтғи баҙар шарттарында ла һәр кем, һәр ойошма миһырбанлы йөҙлө булып ҡалырға тейеш, тигән ҡараштан сығып башҡарыла. Алина күп шәфҡәтле ғәмәлдәрҙең башында әсәһе, банк идараһы рәйесе урынбаҫары Рәшиҙә Шакирова тороуына тын ҡыуаныс кисерә.

Әсәһе менән икәүләшеп ғаиләләре исеменән украин ҡасаҡтарына былтыр ярты йөк машинаһы аҙыҡ-түлек илтеп, йөҙҙәрсә кешеләрҙең рәхмәтен алғандар. «Биргәнең йөҙ тапҡыр әйләнеп ҡайта – йыһан ҡанундары шулай. Ләкин кемгәлер ярҙам иткәндә изгелегең әйләнеп ҡайтһын, тип көтмәйһең. Бары тик унан әйтеп бөткөһөҙ ҡәнәғәтләнеү алаһың, – ти Алина. – Мин балалар йорттарында йыш булам. Берәй тоҡ памперс, күстәнәс алып барам. Барған һайын ундағы сабыйҙарҙың ҡарашындағы һағыштан тетрәнеп ҡайтам. Үҙем әсә булараҡ, оҙаҡ ул тәьҫораттан айный алмай йөрөйөм. Әлбиттә, күстәнәс-бүләктән бигерәк, уларға йылылыҡ, тормошта үҙ урынын табыуҙа ярҙам кәрәклеген беләм. Киләсәктә, ныҡлап аяҡҡа баҫҡас, мотлаҡ балаларҙы етемлектән ҡурсалаған закондар ҡабул ителеүенә йоғонто яһарға теләйем. Ғөмүмән, хәйриәлек, мәрхәмәтлек менән киңерәк кимәлдә шөғөлләнергә йыйынам. Ҡулыбыҙҙан килгән тиклем был донъяны миһырбанлыраҡ итергә тейешбеҙ, тип уйлайым!»

Тәүлектең ун сәғәтен банкта уҙғарған ҡыҙ эштән башҡаны белмәйҙер, тиеүселәр яңылыша. Йөҙөү, фитнес, биш йыл элек шөғөлләнә башлаған йога – тәненә лә, йәненә лә ял биргән шөғөлдәр. Шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрҙә алты йәшлек улы Таир менән кемуҙарҙан велосипедта елдерәләр. «Улымды киләсәктә ҡыйыу йөрәкле, яҡындарына ышаныслы терәк булырлыҡ, яҡшы белемле ир-егет итеп күрергә теләйем. Был – мине тағы ла көслөрәк итеүсе оло маҡсатым», – тип уртаҡлаша Алина. Тормошҡа күңел күҙе менән – берсә һоҡланып, берсә борсолоп баҡҡан һылыуҙың хыялдары сикһеҙ. «Бәләкәй сағымда бер мәл стюардесса булырға, бөркөт осор бейеклеккә күтәрелергә хыялландым. Әле иһә зәңгәр күктә парапланда йөҙөп, шул теләкте тормошҡа ашырғым, ҡыйғыр ҡоштар кисергәнде тойғом килә», – тип һөйләй ул. Матурлыҡҡа ынтылышын иһә берәй заман гүзәллек үҙәге асып ғәмәлгә ашырырға хыял итә: «Унан барыһының да үҙҙәренән ҡәнәғәт булып сығыуын теләр инем. Әгәр кеше йөҙ-ҡиәфәтенән, үҙенән ҡәнәғәт икән, баҙыҡ аҙымдар менән атлай, бәхет ҡапҡаларын ышаныслыраҡ аса».

«Мин – әсәй ҡыҙы! Һәр яҡлап уға оҡшарға тырышам. Әсәйем йәшенә еткәс тә, уның һымаҡ ямғыр моңон таң ҡалып тыңларға теләйем. Әле илебеҙгә ҡарата ҡулланылған санкцияларҙы баһалап: «Алма, банан ашап үҫмәгәнбеҙ! Ниндәй ауыр замандар булды, бирешерлек түгел илебеҙ!» – тип ҡабатлағанын яратам. Миндә лә, әсәйемдәге кеүек, илһөйәр йөрәк тибә!» – ти Алина. Ҡыҙ үҫтергән әсәләрҙең һәр береһе, моғайын, ошондай һүҙҙәр ишетергә теләйҙер.
Альмира КИРӘЕВА.


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook