Миләүшә Шәрипова

Миләүшә Шәрипова Йәш, һәләтле йырсы Миләүшә Шәрипованың зауыҡ менән биҙәлгән бер бүлмәле фатиры иһә аҡ тирмәне хәтерләтә. Аҡ түбә, ап-аҡ диуарҙарҙағы аҡ рамкаларҙа сигелгән рәсемдәр, аҡ торшер, аҡ йорт йыһаздары, хатта карауат япмаһы ла ап-аҡтан. Яңғыҙ йәшәйҙер, һәр әйберҙән саңды өрөп кенә торалыр, ҡунаҡтарға бер нәмәгә лә ҡағылырға рөхсәт итмәйҙер, бәлки, тип уйлап ҡуймағыҙ. Миләүшәнең ете йәшлек Азат тигән шуҡ улы менән биш йәшлек Гүзәл исемле тиктормаҫ ҡыҙы бар. Балалары кескєй булыуына љармаѕтан, өлгөр ҡатын эшләргә лә, ижад итергә лә ваҡыт таба. Улы менән ҡыҙы ла, үҙенә оҡшап, сафлыҡ һәм бөхтәлек ярата. Гүзәлгә әсәһе хатта борондан ҡалған көҙгөлө өҫтәлде яңыртып, аҡтан ғына буяп биргән, уның һыңары булған арҡалы бәләкәс ултырғыс та аҡ ҡына. Ә бит йорт эсен аҡ тирмәләй биҙәп ҡуйыу өсөн дә ҡыйыулыҡ кәрәк, аҡ нәмәләр керләнеп бара, һәр төшкән саң дә күҙгә эленә.
Миләүшә Шәрипова«Ә мин, киреһенсә, аҡты йәтеш күрәм. Беренсенән, аҡ төҫ бер бүлмәле фатирҙы иркенерәк күрһәтә. Балалар бәләкәй булғас, өйҙә төрлө төҫтәге уйынсыҡ күп. Диуарҙар ҙа, йыһаз да баҙыҡ төҫлө булһа, шул сағыулыҡта тағы ла уйынсыҡтар тулып ятһа, бигерәк сыбар булыр ине. Ә бысраҡтан мин ҡурҡмайым. Диуарҙы махсус буяу менән буяным, балалар унда һүрәт төшөрөп китһә лә, рәхәт кенә юйыла. Мин – һәр нәмәне үҙ ҡулдары менән эшләргә яратыусылар затынан. Хатта стеналарҙы ла үҙем тигеҙләнем. Ҡулдан эшләнгән әйберҙәргә йөрәк йылыһы ла һалына бит. Юҡ ҡына нәмәне лә гөл итеп ҡуйырға була. Гәлсәр люстраны биш иҫке люстранан йыйҙым, ә боронғо көҙгө тирәсен алтынһыу төҫкә буяп яңырттым. Бала саҡ хәтирәһе – әсәйемдәрҙән ҡалған торшерҙың, тояғын ағасҡа алмаштырып, тирәсенә аҡ өҫтөнә аҡһыл сәскәләр төшөрҙөм. Ә үҙем сиккән рәсемдәрҙең рамалары – боронғо кухня шкафы ишектәренән. Йыуыныу бүлмәһен дә тулыһынса үҙем төҙөкләндерҙем. Керамик плиткаларҙы йәбештерергә өйрәнеү бер ни торманы. Унда ла аҡ төҫ өҫтөнлөк итә, биҙәгәндә диңгеҙ тематикаһын ҡулландым. Мебелдең яңыһын да алып була, әлбиттә, хәҙер баҙарҙа нәмә генә юҡ. Әммә мин тәбиғи материалдан эшләнгән, әсәйем йә өләсәйҙәрҙән ҡалған боронғо йыһаздарға яңы ғүмер биреп, йәмләп ултыртһам, күңелем була. Винтаж әйберҙәр хәҙер модала. Бер яҡтан, улар тере хәтер һымаҡ, икенсе яҡтан, ҡул көсө, үҙ энергетикаң менән дә һуғарылғас, нәҫелдең ҡотон һаҡлай кеүек, миңә ҡалһа», – тип ҡәнәғәт йылмая оҫта ҡуллы һылыу.
Миләүшә Шәрипова
Әйткәндәй, йортто винтаж стилендә биҙәү йәш ғаиләләр өсөн уңайлы, сөнки боронғо мебелде беҙҙә бик осһоҙға һаталар, уны яңыртып алыу өсөн, ҡулың оҫта булһа, әллә ни ҙур сығымдар талап ителмәй. Өләсәйегеҙҙән ҡалған, егерменсе быуат башында ҡулдан эшләнгән тояҡлы шкаф-комодтар, түңәрәк өҫтәлдәр йә кәкүкле сәғәт булһынмы, береһен дә әрәм итмәй, яңыртып, бүлмәнең биҙәге итеп ултыртып ҡуйып була. Моңло йырсының ыҡсым фатиры быға асыҡ дәлил.

Гөлнара БУРАНҠАЕВА.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook