Арғаяштың аҫыл ҡыҙы

Арғаяштың аҫыл ҡыҙыУның кеүектәрҙе «ут шикелле» тиҙәр. Ысынлап та, 43 йыл ғүмерен мәғарифҡа арнаған, Силәбе өлкәһе Сосновка районында башҡорт ҡоролтайы ойоштороп, 15 йыл дауамында уны лайыҡлы етәкләгән, бөгөн «Аҡ тирмә» ойошмаһының филиалын булдырып, уның янында ағинәйҙәр ҡоро эшмәкәрлеген йәйелдереп ебәргән Рабиға Фәрит ҡыҙы Бикбулатованың булмышына тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәү, яңынан-яңы башланғыстар менән яныу, башҡаларҙы ла тоҡандырыу, дәртләндереү кеүек ғәмәлдәр хас. Тап уның ише рухлы замандаштарыбыҙ Башҡортостаныбыҙҙан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ араһында тарихыбыҙға, асылыбыҙға тоғролоҡ һаҡлау, рухи тамырҙарыбыҙҙы ҡоротмау йәһәтенән ғәйәт ҙур эш алып бара.

…Ҙур йылғалар кескәй инештәрҙән баш алған кеүек, кешенең дә бул­мышына, холоҡ-фиғеленә нигеҙ тыуып үҫкән мөхитендә, ғәзиз атай-әсәй йортонда һалына. Арғаяш районы Дәрбеш ауылы ҡыҙы Рабиға һөйөү менән солғанған ғаиләлә үҫә. Атай менән әсәй балаларын артыҡ тыйыуҙар менән сикләмәй, һәр башланғыстарын күрә, үҫтерә белә. «Музыкаға һәләтебеҙҙе күреп, ағайыма – баян, һеңлем менән миңә – мандолина, Сәғит ҡустыбыҙға гармун алып бирҙеләр. Мин һулаҡай булғас, атайым мандолинаны һул ҡул менән уйнау өсөн үҙгәртте. Кистәрен атай-әсәй эштән ҡайтып бушаниһә йә ҡунаҡ саҡырһаҡ, кемуҙарҙан концерт ҡуябыҙ», – тип алыҫта ҡалған бала сағын, ысын донъяға күскән ғәзиздәрен һағыныу ҡатыш яҡты хәтер менән иҫкә ала Рабиға ханым.

Тормошҡа сығып, ғаиләле булғас, яҙмыш елдәре уны Сосновка районының Торба ҡасабаһы менән бәйләй. Ҡасабала илленән ашыу милләт вәкиле йәшәй. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында милли үҙаң күтәрелеше башланыу менән уҡытыусылар ғаиләһе – Рабиға Фәрит ҡыҙы һәм Арыҫлан Абзал улы Бикбулатовтар ең һыҙғанып изге эшкә ҡушыла. Рабиға апай мәктәптә милләттәр музейы ойоштороп, уның бер өлөшөн башҡорт халҡының тарихына, мәҙәниәтенә, көнкүрешенә арнай. Милли мөйөштө тулыландырыуға уҡыусыларҙы, ауыл халҡын да йәлеп итә. Башҡорт теле дәрес булараҡ уҡытылмағанлыҡтан, түңәрәк асып ебәрә, унда тел нескәлектәренән тыш, балаларға халҡыбыҙҙың йыр-моңдарын, йолаларын, фольклорын өйрәтеү эшен яйға һала. Ә Арыҫлан Абзал улы зат-ырыуҙың тарихын өйрәнергә, шәжәрәләр төҙөргә тотона. Силәбе, Өфө архивтарында шөғөлләнеп, бай материал туплай. Бөгөн Бикбулатовтарҙың ҙур яңы йортоноң тотош бер стенаһын 200 йыллыҡ мәғрифәтселек династияһына эйә булған зыялы нәҫелдең шәжәрәһе биҙәй. Затының тарихы менән ҡыҙыҡһыныусыларға ла нәҫел ағасын төҙөү йәһәтенән ихлас ярҙам күрһәтә Арыҫлан Абзал улы...

…Өс балаһына матур тәрбиә, тейешле белем биреп, оло тормош юлына аяҡ баҫтырған Бикбулатовтарҙың ҡунаҡсыл, йылы, яҡты йортонда ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған етем йәнгә лә урын табыла. «Мин етәкләгән түңәрәккә Динис Хәлимов исемле малай йөрөй ине. Шул тиклем талантлы, тауышы моңло, – тип һөйләй Рабиға апай. – Бер мәл Динис ике-өс көн мәктәпкә килмәне. Ҡартатаһы менән йәшәгәнен белә инем. Социаль педагог булараҡ, хәлде асыҡларға тип өйөнә киттем. Барып инһәм, 9 йәшлек бала бәләкәс кенә ҡулдары менән шырпы һыҙып, мейескә ут тоҡандырып маташа. Ошо күренештән йөрәгем өҙөлөп төшкәндәй булды. Өй түҙеп торғоһоҙ һыуыҡ. Баҡтиһәң, ҡартатаһы мәрхүм булған икән. «Әйҙә, беҙгә бараһыңмы?» – тинем. Ризалығын белдереп баш һелкте. Динисты балалар йортона тәғәйенләнеләр, ләкин һис кенә лә ебәргем килмәй. Унда барһа, бала менән кем шөғөлләнһен, талантын үҫтерһен, тип һыҙам эстән генә. Иптәшем менән кәңәшләшеп, малайҙы тәрбиәгә алырға хәл иттек. Динис Өфө урта махсус музыка мәктәбен тамамлап, сәнғәт училищеһы студенты булып китте. Әрме хеҙмәтен дә үтеп ҡайтырға өлгөрҙө. Етемдәргә тейеш бушлай фатир юллап алып бирҙек, әле шунда үҙ аллы йәшәй, киләсәктә матур ғаилә ҡороп, балалар үҫтерер, йыр сәнғәтендә үҙ юлын табыр, тип ышанам»...

…Бикбулатовтар тураһында һүҙ алып барғанда, уларҙың тағы ла бер шөғөлө тураһында әйтеп үтмәһәк, яҙыҡ булыр. Бына ике тиҫтә йылдан ашыу улар баҡсасылыҡ менән ныҡлап шөғөлләнә. Хәҙер инде был мауығыу бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа әйләнгән. «Йыл һайын меңәр төп помидор ултыртабыҙ, уның күбеһен үҫенте килеш һатабыҙ. Тәбиғи ашламалар ғына ҡулланабыҙ, шуға үҫентеләребеҙ ныҡ була, ауырыуҙарға бирешеп бармай. Ҡыярҙы йылына ике тапҡыр сәсәбеҙ. Баҡса эше менән башлыса Арыҫлан ағайығыҙ шөғөлләнә, мин ярҙам ғына итәм. Ул беҙҙең төбәккә яраҡлы сорттарҙы айырып билдәләй, һынап ҡарай. Тейешле иғтибар бүлһәң, яратып баҡһаң, ер ҙә һине риза итә, уңышы менән һөйөндөрә. Башҡорт элек-электән ергә һыйынған, ер уны туйындырған, кейендергән. Байлыҡ – аяҡ аҫтыбыҙҙа, шуны күптәр аңламай», – ти Рабиға апай.

Эйе, Рабиға Фәрит ҡыҙының һүҙҙәрендә дөрөҫлөк бар. Сит өлкәлә йәшәп тә, асылына тоғро ҡалған, үҙе янып, башҡаларҙы да тоҡандыра белгән, етеш, мул тормошта ғүмер иткән милләттәштәребеҙ барҙа, күңел түрендә халҡыбыҙҙың матур киләсәгенә яҡты өмөт уяна.
Гөлдәр СӘЛИХОВА.
Силәбе өлкәһе.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 7-се (2017) һанында уҡығыҙ.


Теги: Ғаилә Ҡатын-ҡыҙ




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook