Селтәр, яға, хәситә – баҫҡан һайын сыңҡ итә!

Селтәр, яға, хәситә – баҫҡан һайын сыңҡ итә! ...Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейеменең айырылғыһыҙ бер өлөшө булған был затлы биҙәүес төрлө ерҙә төрлөсә атап йөрөтөлә. Уларҙың эшләнеше лә бер-береһенән айырылып тора. Шау көмөш тәңкәнән торғаны ла, тотошлайы мәрйендәр менән ҡапланғаны ла, тәңкә менән мәрйендәрҙе аралаштырып тегелгәне лә, ҡортбаш баҫылғаны ла... Билдәле булыуынса, башҡорт кейемендәге һәр биҙәктең үҙ мәғәнәһе булған. Кейем-һалымға ҡарап ҡына кешенең зат-ырыуын да; ялан яғынанмы, тау йә урманлы урынданмы икәнлеген дә; йәшен дә; йәмғиәттә тотҡан урынын да; ғаилә хәлен дә; дәрәжәһен йәки социаль ҡатламын да бер ҡарауҙа самаларға мөмкин булған...

...Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүестәрен ат ылауҙарына тейәп Силәбегә, трактор заводына алып киткәндәр. Бер һаҡалдан бер танк сыҡҡан, имеш, тигән мәғлүмәттәр ҙә бар. Затлы биҙәүестәрҙең, шанлы йылдарҙың иҫтәлеге булып ҡайһы бер ғаиләләрҙә рәхмәт хаттары һаҡлана. Бындай шарттарҙа бик һирәктәр генә ҡәҙерле ҡомартҡыларын алып ҡала алған...

...Сибай ҡалаһында йәшәүсе сәсәниә, башҡорт кейемдәре аксессуарҙары әҙерләү оҫтаһы Асия Ғәйнуллина Өфөлә оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Гүзәл заттар төрлө райондарҙан килде. Асия Солтан ҡыҙына ағинәйҙәр, «Ете ҡыҙ» этнография һәм матурлыҡ студияһында шөғөлләнгән ҡыҙҙар ҙа ярҙам итте. Селтәр эшләү серҙәренә өйрәнергә теләүселәрҙең күп булыуын иҫәпкә алып, был оҫталыҡ дәресендә өйрәнгәнебеҙҙе һеҙҙең менән уртаҡлашырға булдыҡ...
Гөлшат ҠУНАФИНА.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се һанында уҡығыҙ.


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook