Яңы көн һабаҡтары

Ярослава Пулиновичтың исеме Рәсәй театрҙарына яҡшы таныш. 1987 йылда Омск ҡалаһында донъяға килгән ҡыҙыҡай – журналистар ғаиләһенән. 2009 йылда Екатеринбург Театр институтының драматургия бүлеген тамамлаған. Мәшһүр Николай Коляданан оҫталыҡ дәрестәре алған Ярославаның пьесалары Англия, АҠШ, Польша, Эстония, Украинала һәм Рәсәйҙең ҡырҡлаған театрында уңышлы бара.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының йәш, әммә бөтә донъяла танылыу яулай барған драматургтың ижадына мөрәжәғәт итеүе һис тә осраҡлы түгел. Башҡорт сәхнәһендә уның пьесаһы буйынса «Йәнем, иртәгә яңы көн тыуыр» спектакле тамашасы күңеленә юл ала.
Беҙҙең көндәрҙе, әлеге заман мөнәсәбәттәрен бөтә ығы-зығыһы, матурлығы, бысраҡлығы менән сәнғәт кимәленә күтәреү еңел түгелдер. Барыһы ла шул тиклем яҡын, таныш, бәғерҙәрҙе телә, һиҫкәндерә, уйландыра. Шул уҡ ваҡытта образдар яңы. Әлегәсә бер ҡайҙа ла ҡуйылмаған, тапалмаған, әммә улар көндәлек тормошта бар. Уларҙың шулай уйлауы, шул йүнәлештә хәрәкәт итеүе бер кемдә лә икеләнеү тыуҙырмай.
Яңы көн һабаҡтары Сәхнәнән тормоштағы типик күренештәрҙе, типик характерҙарҙы таныуыбыҙ йәшәйешебеҙ хаҡында һығымталар яһарға, теге йәки был ҡарар ҡабул итергә йә теләктәш булырға этәргес тә.
Ир-аттың йәмғиәттә, ғаиләлә, роле кәмемәгән осраҡта ла, бер аҙ тоноҡлана төшөүен иҫәпкә алғанда, ҡатын-ҡыҙға көслө булырға тормош үҙе өйрәтә. Көслө зат менән майҙанда тиң көс һынашырға, еңелеп, алданып ҡалмаҫҡа тейеш ул. Әммә ниндәй хаҡ түләп?
«Йәнем, иртәгә яңы көн тыуыр» спектакле героиняһы ла бала сағынан уҡ донъяның әсе-сөсөһөн татыған. Атаһы ғаиләһен ташлап сығып киткәс, әсәһе бер үҙе балаларын аяҡҡа баҫтырған. Жанна ҡояш аҫтында үҙенә ҡыйыҡ эшләү өсөн генә түгел, йән аҫрау өсөн барыһын да эшләргә риза. Ныҡышлығы, йылдамлығы, һалҡын, иҫәпсел аҡылы уны уңышлы бизнес-леди яһай. Әммә... мөхәббәт иҫәпкә ҡоролмай шул. Яратҡан кешеһе, уның бизнесын тартып алыу маҡсатында, төрлө хәйләгә, мәкергә бара. Хыянатты Жанна йәш егеттең мөхәббәте менән баҫа, юл япрағы ише, уны йөрәгенең ҡанһырап торған яраһына яба. Күптән инде иллеһен түңәрәк­ләгән ханым үҙенең бәхетенә ышан­ғандай ҙа була. Һөйгәненә ел-ямғыр тейҙермәй, өрмәгән ергә ултыртмай йәшәтә. Әммә йәш егет өсөн дә Жанна аҡса моҡсайы, уның күңеле йәштәш ҡыҙға тартыла. Байбисә янында уға рәхәт, ләкин тиҫтере эргәһендә үҙен ысын ир-егет итеп тоя. Нисек тә алтын ситлектән ҡотолоп, үҙ ояһын булдырыу теләге менән яна. Бәхетһеҙ­леккә күрә, фатирға тигән хәрәмләп йыйған аҡсалары елгә оса. Һөҙөмтәлә ир йәш ҡатыны менән, сабыйын күтәреп, Жаннаның тупһаһына килеп йығыла...
Яңы көн һабаҡтары Сюжет һыҙығы буйынса фекер йөрөткәндә, тамашаның йөкмәткеһе бына шундай. Әммә был спектакль үҙе бер йомаҡ рәүешендә ҡуйылған. Заман умыртҡаһы тапҡырынан һынған «быуынһыҙ» быуын һәм уның вәкиле хаҡында ул. Төп герой матди яҡтан барыһына өлгәшә. Әммә ул «ҡыҫыр». Карьера, аҡса артынан ҡыуып, ошо юлда мөхәббәтен дә, ғаилә бәхетен дә «ерләгән». Күңеленә йәм тапмай, ошо бушлыҡты нисек тә тултырырға, тормошон камил итергә теләй Жанна.
...Театрҙың режиссеры, Башҡорт­остандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Абушахманов башҡортсаға тәржемәне артистарға таратып биргәс тә, ҡыҙыу эш башланды. Ролдәр алдан уйлап бүленгән. Режиссерҙың иҫәбе буйынса кемдең ниндәй йөктө тартасағы күҙалланған. Жаннаны – Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Эльвира Юнысова уйнаясаҡ! Уның эшҡыуар дуҫы, Вадим Робертович ролендә – Рәсәй­ҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев. Театр һөйөүселәргә күптән билдәле ике оҫтаның сығышы спектаклде күтәрҙе, ҡоршаны, тамашасыларҙы көсөргәнештә тотто. Руслан Хайсаров менән Лилиә Ғәлина үҙ ролдәрен күңел һалып, бөтә тулылығында башҡарҙы. Жаннаның хеҙмәттәш ҡыҙҙары ролендәге Зилиә Хәлилова менән Гөлфиә Рафиҡова ла ихласлыҡтары менән алдырҙы. Егеттәрҙе уйнаусы Урал Әминов, Фәнис Рәхмәтов, Артур Кәбировтар тамашасыны ышандырҙы.
Яңы көн һабаҡтарыСпектаклдең уңышын билдәләүсе тағы бер үҙенсәлек – уның биҙәлешендә. Иғтибарҙы ситкә тартыр артыҡ әйбер юҡ. Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Альберт Нестеровтың зауыҡлы күҙаллауы аша был донъя беҙгә тағы ла нығыраҡ тәьҫир итеү, үҙенә алып инеп китеү көсөнә эйә.
Музыкаль яҡтан биҙәүсе Илшат Яхиндың һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы, балетмейстер Сулпан Асҡарованың да күңел хеҙмәте, тырышлығы һалынған был тамашаға.
Ниндәйҙер һығымталар яһағансы, спектаклде мотлаҡ барып күрер кәрәк, әлбиттә. Тамашасы бигерәк тә йәнле ҡабул итә, тик кенә ултырмай, репликалар ташлай. Әйтерһең, бына-бына һикереп торор ҙа артистар менән бәхәскә инер төҫлө.
Яңы көн һабаҡтары
Театрҙың режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Абушахмановҡа өс һорау:
– Спектакль көнүҙәк мәсьәләне күтәрә. Ир-атты йомшаҡ характерлы, бер аҙ түбән итеп күрһәтеү ҡыйын булманымы?
– Ҡатын менән ир мөнә­сәбәтендә күп кенә парҙар бер-береһенең бурыстары айырмалығын аңламай. Гүзєл зат – ирҙең мөхәббәте һәм таянысы, ә көслө зат рухи һәм матди яуаплылыҡ аша ғаиләгә хеҙмәт итергә теләмәй. Бөтә бәлә шунда.
– Жанна образы һеҙгә яҡынмы?
– Юҡ, яҡын түгел. Әммә мин уны йәлләйем. Жаннаны ғәйепләп булмай. Атаһынан башлап бер нисә ирҙең хыянатынан хасил бөгөнгө заман емеше бит ул.
– Спектаклдең төп уңышы нимәлә тип һанайһығыҙ?
– Ысынбарлыҡты хәҡиҡәттә сағылдырған заманса пьесала.

Азалия МИРЗАЕВА әҙерләне.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook