Дәртлеләрҙе дәртләндереп

Дәртлеләрҙе дәртләндереп«Башҡортостан ҡыҙы» журналы ойошторған «Бөйөк әсә лә ул, данлы эшсе лә ул, йән биреүсе, йәм биреүсе Ватанға!» тип аталған сара Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан ғына, 7 мартта үтте. Республикабыҙҙың төрлө райондарынан ғына түгел, Мәскәүҙән, Ырымбур өлкәһенән дә гүзәл заттарыбыҙ йыйылған ине. Журналыбыҙҙа барған бәйгеләргә йомғаҡ яһау, еңеүселәрҙе тәбрикләү көнө булды был.

Саҡырылған ҡунаҡтарҙы, бәйге еңеүселәрен журналыбыҙ баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева сәләмләне һәм байрамды асып ебәрҙе. Тәүгеләрҙән булып баҫмабыҙҙың алтын тарихына арналған «Башҡортостан ҡыҙына – 50!» бәйгеһе еңеүселәре сәхнәгә саҡырылды. Улар – «Башҡортостан ҡыҙы»ның беренсе һанын ижад итеүҙә ҡатнашып, тышлығына Зөһрә Бәхтизина фотоһүрәтен төшөргән, журналдың нигеҙен булдырыусы Кәтибә Кинйәбулатова, Рәми Ғариповтар менән бергә эшләгән, Аҡман-Тоҡман псевдонимы аҫтында ижад иткән Вячеслав Стрижевский; 1982 йылдың апрель һанын йәмләгән Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Земфира Тимербаева; тәрән ғилми-тикшеренеүҙәргә таянып, журналыбыҙға ҡағылышлы тарихи ысынбарлыҡты халыҡҡа еткергән тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлихов; баҫманың легендар баш мөхәррире Гөлфиә Юнысова хаҡындағы мәҡәләһе менән Әбйәлил районы ағинәйе Зөһрә Бәшәрова.

2018 йылда «Башҡортостан ҡыҙы» журналы «Бәйләнештә» сайтындағы «Башҡорт ҡатын-ҡыҙы» төркөмө менән берлектә боронғо баш кейеме таҡыяға арнап бәйге иғлан иткәйне. Башҡорт халыҡ кейемен өйрәнеү, тергеҙеү, һаҡлау, үҫтереү һәм пропагандалау маҡсатында ойошторолған бәйгегә өс тиҫтәнән ашыу ҡатнашыусы үҙенең бер йәки бер нисә ҡул эшен ебәрҙе. Ҡайһы бер таҡыялар менән журнал уҡыусылар йыл дауамында танышып барҙы. Өфөнән Гөлназ Ҡорамшина – «Ҡатын-ҡыҙҙың боронғо баш кейеме таҡыя», Салауат районы Малаяҙ ауылынан Люциә Йәнтүрина – «Ир-аттың боронғо баш кейеме таҡыя (түбәтәй)», Сибай ҡалаһынан Әлфиә Арыҫланова – «Ҡатын-ҡыҙҙың заманса баш кейеме таҡыя», шулай уҡ Сибайҙан Зәйтүнә Биктимерова «Ир-аттың заманса баш кейеме таҡыя (түбәтәй)» номинацияһында еңеүсе тип табылды. Бынан тыш, Өфөнән Фатима Хәйретдинова, Сибайҙан Зәлиә Ишморатова махсус бүләккә лайыҡ булды. Өфөнән Фәнүзә Аллағолова – билдәле шағирә, прозаик, публицист, тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре, «Башҡорт ҡатын-ҡыҙы» төркөмө етәксеһе Гүзәл Ситдиҡованың, ә Белорет районы Йөйәк ауылынан Гөлсирә Салауатова башҡорт кейемен тергеҙеүсе дизайнер-реконструктор Илдар Ғатауллиндың махсус бүләген алып ҡыуанды.

«Башҡорт ҡурсағы» бәйгеһе быйыл икенсегә үткәрелде. Уға ла байтаҡ эштәр килгән. Сибайҙан Зәлиә Ишморатова менән Өфө районында йәшәгән Гүзәл Фәйзуллиналар башҡорт ҡурсағы эшләүселәр араһында «иң-иңдәре» тип табылһа, әҙер ҡурсаҡты башҡорт милли кейемен тегеп кейҙереү буйынса Мәләүез районы Смаҡ ауылынан Фәнзилә Буракановаға етеүсе юҡ.

Былтыр инде дүртенсе тапҡыр гөрләп үткән, видеоформатта барған «Әсә йөрәге» шиғри ярышы ла ошо йылдар дауамында үҙ йолаларын нығытҡан, ижадташ гүзәл заттарҙы туплаған интерактив аралашыу майҙаны булараҡ билдәлелек яулап өлгөрҙө. Бәйге – әсәләрҙе һәм әсәлек хистәрен данлау, интернет селтәрҙәрен туған телебеҙҙәге яңы шиғри видеолар менән байытыу кеүек тәү маҡсаттарынан тыш, башҡорт әҙәбиәтенә яңы көстәр ылыҡтырыу, яңы һәләттәр асыу йүнәлешендәге уңыштары менән дә маҡтана алған әһәмиәтле проект. Былтыр ҙа «Әсә йөрәге» бик дәррәү уҙҙы. Бәйге шарттарын теүәл үтәгән һәм ярайһы сифатлы видеолар ебәргән 22 кешенең эше финалға үтеп, халыҡ хөкөмөнә сығарылды. Улар араһынан түбәндәге номинацияларға лайыҡ булдылар:

«Моң һандығы» – Әбйәлилдән моңло шағир һәм үҙешмәкәр композитор Мөхәмәтйәр Мәғәсүмов;

«Өмөт» – БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы студенткаһы, Бөрйән ҡыҙы Алина Сәлихова;

«Зауыҡлы ҡәләм» – Ауырғазы ҡыҙы Минира Бикәнәсова;

«Хисле йәйғор» – Әбйәлил шағирәһе Нуриҙә Илһамова;

«Һөнәрмән» – шағирә Лилиә Һаҡмар;

«Бишек йыры» – билдәле балалар яҙыусыһы, шағирә Гөлсирә Шафиҡова;

«Тамашасы һөйөүе» – Шаран районы шағирәһе Зинфира Зәйҙуллина.

Өсөнсө урынды Ырымбур өлкәһе ижадсыһы Луиза Рай Бәхтийәрова менән Саҡмағош районы Яңы Ҡото ауылынан Алма инәй Нуриева, Ҡырмыҫҡалы районы Ҡарлыман ауылынан Ғәлимә Тимерғазина алды. Икенсе урынды Нәсимә Ғайсина менән Зөбәйлә Ҡасимова яуланы. Беренсе урынға Ырымбур өлкәһе Орск ҡалаһынан Миңзәрә Аҡҡошева сыҡты. Ә Гран-приға Айгөл Аҡҡужина лайыҡ булды.

Еңеүселәрҙең барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр, еңеүсе дипломдары тапшырылды. Уларҙы тәбрикләргә абруйлы ҡунаҡтарыбыҙ: БР Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Венера Хәкимова, БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова, баҫмабыҙға бөтә ғүмерен тиерлек биргән элекке баш мөхәрриребеҙ, Башҡортостандың халыҡ шағирәһе хөрмәтле Гөлфиә Юнысова, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова, «Ватандаш» журналының баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире, шағирә Тамара Юлдашева, яҙыусы-прозаик Гөлнур Яҡупова, композитор, Ишембай ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Мәрйәм Солтанова, башҡорт кейемен тергеҙеүсе дизайнер-реконструктор Илдар Ғатауллин, әзербайжан шағиры Балоғлан Жәлил, «Селтәр» студияһының иң әүҙем ағзаларының береһе, оҫтабикә Рима Абаковалар килгәйне. Улар ҙа баҫмабыҙға булған йылы тойғоларын әйтеп, хәтирәләрен уртаҡлашты.

Сараны Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Алһыу Бәхтиева, Башҡортостандың атҡаҙанған йырсыһы Лилиә Ишемйәрова, йәш йырсы Әлиә Исҡужина, Мәскәү ҡунағы Regina сығышы иһә байрамға йәм өҫтәне. Йыл дауамында «Башҡортостан ҡыҙы» тышлығын биҙәгән һылыуҙарыбыҙ ҙа сәхнәне биҙәне.

Бүләктәрҙе әҙерләргә ярҙамлашыусыларҙың да исемен телгә алып үтеү кәрәк. Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми‑тикшеренеү үҙәге етәксеһе Әмир Ишемғолов, «Bertone» кибете хужабикәһе Мәҙинә Фазылова, «Әсә йөрәге» бәйгеһенең үҙенең даими генераль спонсоры билдәле эшҡыуар Фәйрүзә Ниғмәтуллина, Зилара Йомағужиналарға байрамыбыҙҙы күтәрешкәне өсөн редакциябыҙҙың ҙур рәхмәтен еткерәбеҙ. Хоҙай һаулыҡ бирһен, күрһәткән йомартлығығыҙ өсөн бәрәкәтен арттырһын!

Алыҫ араларҙы яҡын итеп килеп еткән ҡунаҡтарыбыҙ, байрам алды көнө булыуына ҡарамаҫтан, таралышырға ашыҡманы. Сараға килгән һәр кем үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты, рәхмәт һүҙен, йылы тойғоларын әйтергә ашҡынды. «Әсә йөрәге» бәйгеһендә өсөнсө урынды алған Луиза Рай Бәхтийәрованың Өфөлә уҡыған ҡыҙы Сабрина Бәхтейәрованың йырлауы, «Башҡорт ҡурсағы»нда еңеүсе Гүзәл Фәйзуллинаның алты йәшлек ҡыҙы Алинаның ихлас шиғыр һөйләүе сараға йәм өҫтәне. Белорет районы Йөйәк ауылында йәшәүсе, даими бәйгеләребеҙҙә ҡатнашыусы Гөлсирә апай Салауатова менән Йөйәк ауылы мәҙәниәт йорто директоры Айгөл Закирова ҡул эштәренән сағыу күргәҙмә ойоштороп, байрамдың күрке булды.

«Башҡортостан ҡыҙы» хеҙмәткәрҙәренә зур рәхмәтлемен. Илдә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының йөҙөн сағылдырыусы берҙән-бер журнал да ул. Милләтебеҙҙең рухи матурлығын асып һалыусы ла, бөйөк әсәгә, гүзәл заттарға ихтирамлы, иғтибарлы ҡарашта булырға өндәүсе лә. Илебеҙҙә милли рухты үҫтереүҙә ниндәй фәһемле лә, тәрбиәле лә эш алып барыуығыҙ баһалап бөткөһөҙ. «Башҡортостан ҡыҙы» ҡабындырған дәртле усаҡ һүнмәһен генә. Һеҙгә һаулыҡ, ижади уңыштар теләп ҡалам», – ти «Әсә йөрәге» бәйгеһендә икенсе урын алған Нәсимә Ғайсина.

«Яҙҙың матур бер көнөндә «Башҡортостан ҡыҙы» журналы үҙенең бәйгеләрҙә еңеүселәрен ҡотланы. Йөҙөк ҡашы булырҙай ҡатын-ҡыҙҙар араһында беҙҙең «Селтәр» студияһы оҫтабикәләре лә булды. Туйҙа ҡыҙҙың бейеме таҡыяны алып ҡашмау кейҙергән. Ә ҡашмау –башҡорт халҡына ғына хас боронғо зиннәтле баш кейеме. Шуның өсөн журнал биттәрендә белгестәрҙең кәңәштәре, тегеү тәртибе, музейҙағы өлгөләрен тасуирлап яҙылып, ҡашмау эшләүгә лә бәйге ойошторолһа, бик һәйбәт булыр ине. Бренд булырлыҡ ҡашмауыбыҙҙы бөтә илгә танытыр инек», – тип теләген белдерҙе «Таҡыя нағышы» бәйгеһендә махсус бүләккә эйә булған Фәнүзә Аллағолова.

«Быйыл ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан Әбйәлил районынан дүрт кешегә баш ҡалабыҙ Өфөлә «Башҡортостан ҡыҙы» ойошторған ҙур сарала ҡатнашыу бәхете тейҙе: Зөһрә апай Бәшәрова, Мөхәмәтйәр Мәғәсүмов, Нуриҙә Илһамова, Нәсимә Гайсиналар. Был сарала тел оҫталары, ҡул эшенә маһирҙар йыйылды. Һәр береһенә һоҡланып, ғорурланып, халҡыбыҙҙың киләсәге өмөтлө булыуына тағы бер ҡыуаныу тойғолары кисереп ҡайттыҡ. Ошондай милли тарихыбыҙҙың йәшәүенә, артабан үҫеүенә этәргес саралар йышыраҡ булып торһон ине, тигән теләк менән янып йөрөүселәребеҙ ҙә һәр районда барлығына ышандым. Файҙалы, төрлө яҡлы бай йөкмәткеле сара ойоштороусыларға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ», – тине ғорурлыҡ менән «Әсә йөрәге» бәйгеһендә ҡатнашып «Хисле йәйғор» номинацияһына лайыҡ булған Нуриҙә Илһамова.

«Бөйөк әсә лә ул, данлы эшсе лә ул, йән биреүсе, йәм биреүсе Ватанға!» Был саранан барыһы ла шатлыҡ-ҡыуанысҡа сорналып, йылы тойғолары менән бүлешеп, артабан да ижад итергә, халҡыбыҙға хеҙмәт итергә тигән дәрт менән таралышты. «Башҡортостан ҡыҙы» йыл һайын төрлө бәйгеләр ойоштороп тора. Быйылғы конкурстарыбыҙҙа ла көтөп ҡалабыҙ һеҙҙе, оҫталарыбыҙ, уңғандарыбыҙ, егәрлеләребеҙ, бөтмөрҙәребеҙ!
Гөлшат ҠУНАФИНА.


Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп
Дәртлеләрҙе дәртләндереп




Теги: журнал бәйгеләр




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook