Башҡортостан Ҡыҙы

“Иҙел”дә моң тирбәлде

“Иҙел”дә моң тирбәлде
Халыҡ-ара «Иҙел» башҡорт-татар йыры фестиваль-бәйгеһе Өфө сәхнәһендә быйыл һигеҙенсе тапҡыр уҙҙы. Ике туғандаш халыҡтың йыр сәнғәте үҫешенә булышлыҡ итеү, тәжрибә уртаҡлашыу, йәш таланттарҙы табыу һәм үҫтереү маҡсатында ойошторолған был бәйге йылдың-йылы нығынып, юғарыраҡ кимәлгә күтәрелә бара. «Ошо фестивалдә танылыу яулаған йырсыларыбыҙ менән бәйләнеште өҙмәүебеҙ, бергә эшләүҙе дауам итеүебеҙ беҙҙе берләштерә, көслө итә. Уларҙы бәйгеләребеҙҙә сығыш яһарға саҡырабыҙ, ижади йәһәттән терәк-таяныс булырға тырышабыҙ», – тип әйтеп үтте «Иҙел» фондының үҫеш буйынса директоры Диана Бәйтүрина. Нәҡ ошо фестивалдән үҫеп сығып, халыҡтың һөйөүен яуларға өлгөргән Нурзиә Сабитова (2014), Алмаз Хөсәйенов (2017), Алмаз Сирусин (2017), Рәфис Сирусин (2015), Зилиә Бәхтиевалар (2013) ҙа был сарала тамашасыларға моңло йырҙарын бүләк итте.

Ике халыҡ өсөн дә яҡшы аңлашылған йыр-моңдарыбыҙ, башҡорт менән татарҙың бер ҡоштоң ике ҡанаты икәнен тағы берҙе иҫбатлап, күңелдәргә берҙәй үтеп инде, араларҙы яҡынайтты, шатландырҙы, моңландырҙы, был үҙенсәлекле сараны ысын мәғәнәһендә байрамға әүерелдерҙе.

Бәйгеселәр ете номинация буйынса көс һынашты: «Башҡорт халыҡ йыры», «Татар халыҡ йыры», «Башҡорт эстрада йыры», «Татар эстрада йыры», «Балалар йырлай», «Академик йыр», «Ансамбль». «Тамашасы һөйөүе»нә йәш йырсы Линар Белый лайыҡ булды.

Быйылғы бәйгегә бөтәһе 80 ғариза ҡабул ителгән һәм, иләктән иләнеп, шуларҙың 33-ө финалға үтеү бәхетенә өлгәшкән. Конкурста, Башҡортостан һәм Татарстан йәштәренән тыш, Мәскәү, Волгоград, Ульяновск, Һарытау, Ҡытайҙан килгән егет һәм ҡыҙҙар ҡатнашып, һәр береһе юғары кимәлдә, лайыҡлы сығыш яһаны. Иҙрис Ғәзиев, Флүрә Килдейәрова, Урал Иҙелбаев, Айгөл Һағынбаева кеүек мәртәбәле шәхестәребеҙҙән торған баһалаусылар иләге аша үтеүе, ай-һай, еңел булмағандыр...

Йылдағыса, быйылғы фестиваль дә яңы исемдәр асты! Нух Ҡотоев күкрәк тултырып «Буранбай»ҙы һуҙып ебәреүгә тамашасылар тын алырға ла онотто. Йәш йырсы көслө тауышы менән ысын мәғәнәһендә тотош залды арбаны. Әйткәндәй, Нух үҙе лә Баймаҡ районы Буранбай ауылы егете. Әлеге көндә Өфө сәнғәт училищеһының икенсе курс студенты, вокал бүлегендә белем ала. Был фестивалдә былтыр уҡ ҡатнашырға теләге булған уның, йәне теләгән – йылан ите ашаған, тигәндәй, быйыл хыялын тормошҡа ашырып ҡуйған. «Халыҡ-ара кимәлдә ойошторолған фестиваль етәкселәренә оло рәхмәтемде белдерәм. Үҙем өсөн ҙур тәжрибә алдым был бәйгелә. Ошондай саралар күберәк үткәрелһен ине», – тигән теләктә егет.

«Башҡорт халыҡ йыры»нда 3-сө урын алған Айрат Баязитовтың Бөрйән районында ғына башҡарылған «Мәсем буйында» йырын Өфө ерлегендә беренсегә яңғыратыуы үҙенсәлекле тип табылды.

«Балалар йырлай» номинацияһында II дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булған Илеш районы егете, әлеге көндә Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназияның 9-сы класында уҡып йөрөгән Айбулат Ғиләзетдинов та «Уралым» йыры менән тотош залды әсир ҡылды. Тамашасылар йәш артисты алҡыштарға күмде.

Үҫеп килгән быуынға тәғәйен номинация быйыл өсөнсөгә уҙғарыла һәм популярлыҡ яулай бара, ти ойоштороусылар. Быны балаларҙың сығыштары уҡ күрһәтеп тора. Татарстандан килгән алты йәшлек Кирилл Михайлов сағыу тауышы менән генә түгел, сәхнәлә үҙен иркен, ышаныслы тотоуы менән дә күңелдәрҙе яуланы. «Атаһы рус булһа ла, улым татар йырҙарын айырыуса бер теләк менән башҡара. Әсә теле үҙенекен итә, күрәһең...» – тине эске бер ғорурлыҡ менән әсәһе. Ысынлап та, уйланырға урын бар...

Фестивалдә халыҡ һәм эстрада йырҙары төп урынды биләп килә, ҡалған номинациялар үҙгәреш кисерергә мөмкин. Быйылғы йылда «Автор-башҡарыусы» номинацияһы, ҡатнашыусылар һаны аҙ булғанлыҡтан, төшөп ҡалған, уның ҡарауы Ульяновскиҙың «Иҙел» ансамбле дәртле татар йыры менән күңелдәрҙе күтәрҙе.

«Ике йылдан юбилейыбыҙҙы билдәләйәсәкбеҙ. Был тәңгәлдә тормошҡа ашыраһы пландарыбыҙ ҙур, маҡсаттарыбыҙ киң. Ҡатнашыусыларыбыҙ һанын тағы ла арттырырға иҫәп тотабыҙ. Яңы тауыштар, яңы һәләттәр эҙләп райондарға сығырға, күҙгә-күҙ ҡарап һайлау ойошторорға өмөтләнәбеҙ», – тип алдағы пландары менән уртаҡлашты проект авторы, фестивалдең үҫешенә бар көсөн һалған Коммерциялы булмаған «Иҙел» фонды директоры Лилиә Әхмәт ҡыҙы Бәҙәмшина.

Ҙур йылға саф шишмәләр күберәк ҡушылған һайын киңәйә, көсәйә генә барған кеүек, беҙҙең «Иҙел»ебеҙҙе лә йәш, талантлы артистарыбыҙ тулыландырһын, йәшәтһен, көй-моңдарыбыҙ ике туғандаш халыҡты берләштерһен, тигән изге уйҙа таралды тамашасылар мәҙәниәт усағынан.
Гөлнара МОСТАФИНА.


Материалдың тулы вариантын журналдың 11-се (2018) һанында уҡығыҙ.


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Счетчик


Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook