Сәсәне бар был илдең

Сәсәне бар был илдең
Халҡыбыҙҙан бар кешелеккә үлемһеҙ мираҫ итеп инселәнгән, изгелек һәм игелеккә сәсәндәребеҙ тарафынан мәңгелек рухи һәйкәл итеп ҡойолған «Урал батыр» ҡобайыры – башҡорттоң төп рухи хазинаһы.

Ҡасандыр Урал батыр бөрккән тереһыуҙың бөртөк-бөртөк тамсыларын үҙ зиһенендә терелтеп, Башҡортостан балалары бына инде егерменсе йыл бөйөк әҫәрҙе яттан һөйләүҙә, сәсәнлектә ярыша. Заманында атаҡлы ғалим Әхмәт Сөләймәнов үҙе башлап ебәргән, республика кимәлендә барған «Йәш сәсәндәр һәм «Урал батыр» эпосын башҡарыусылар бәйгеһе»нең тап Бөрйән ерендә уҙғарылыуы ла оло мәғәнәгә эйә.

Сабый күңелдәрен Аҡбуҙатлы, ҡанатлы иткән тиңһеҙ күңел байрамына быйыл 48 айырым башҡарыусы һәм 20 фольклор төркөмө йыйылды. Шулар араһынан биш бала дүрт мең ярым юлдан торған бөйөк эпосты тулыһынса ятлаған. Ҡатнашыусыларҙың иң бәләкәйенә, Көйөргәҙе районынан килгән Асман Рахманғоловҡа ни бары биш йәш булһа, Дәүләкән лицей-интернатының 11-се класс уҡыусыһы Илнура Сафина йәш сәсәндәр араһында иң «оло»һо ине. Баһамандар алдына бер-бер артлы Урал батыр, Шүлгән, Йәнбирҙе, Һомай, Айһылыу, Самрау батша, Зәрҡум, Юха һәм башҡа образдарҙа сығып баҫҡан балаларҙан бөркөлгән илһам көсөн һис ни менән дә сағыштырырлыҡ түгел.

Бөгөн, һүҙ сәнғәтенең, туған телдең ҡатмарлы шарттарҙа ҡалған мәлендә, сәсәнлеккә илтифат итеп, ҡобайыр һөйләгән һәр бала – ынйы бөртөгөнә тиң милләтебеҙ хазинаһы. Тап улар – халҡыбыҙҙың тел байлығын, зиһен ҡеүәтен тыуыр быуындарға тапшырасаҡ ышаныслы илсе.
Гөлнара БУРАНҠАЕВА.


Айнур ИСХАҠОВ фотолары.




Теги: Урал батыр




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook