«Яратырға һәләтле йөрәгем бар»

Бөтә донъя Интернет селтәре менән уратып алынған бөгөнгө йәшәйешебеҙҙә Ник Вуйчичты ишетеп, уның хаҡта төшөрөлгән документаль фильмдарҙы ҡарамаған кешене табыу һирәктер. «Үҙеңә кумир һайлама», – тиһә лә Китап, ул инде күптән, бик күптән минең кумирыма әйләнгән. Әгәр ҙә ул минең тормошома элегерәк килеп ингән булһа?.. Элегерәк тиеүемдең үҙ сәбәптәре бар, ләкин ул турала саҡ ҡына һуңыраҡ.
Ник Вуйчич – австралиялы. Атаһы – рухани, әсәһе – шәфҡәт туташы. Хоҙайҙың ҡушҡанын яҙ­лыҡмай үтәп йәшәгән ғаилә тәүге балаһын – мөхәббәт емешен көтә. Көтөп алған бала, ваҡыты еткәс, тыуа, ләкин... сабыйҙың ике ҡулы ла, аяҡтары ла юҡ. Хоҙайҙың биргән һынауҙарын ҙур түҙемлек һәм шөкөрана ҡылып ҡабул итергә өйрәнгән һәм инаныусыларҙы ла шуға өндәгән йәш ата – рухани – аптырап ҡала: «Ни өсөн?!» Ҡатыны әлегә белмәй, белгәс, дүрт ай баланы ҡулына ала алмай...

– Матур ул. Йөҙө бик мөләйем! – ти ата йәш әсәгә. – Һин ҡурҡма, һөйөклөм, ал ҡулыңа, ҡара...
Кеше нимәгә күнмәй? Улар ҙа күнә. Малай – Ник – үҫә. Боттар төптән юҡ, тик береһенән баш бармаҡ кеүегерәк үҫенте сығып тора. Аҙаҡ Ник Вуйчич, үҙен-үҙе мә­рәкәләп, уға «окорочка» тип исем ҡушасаҡ.

Әсәһе бөтә ваҡытын Никҡа ба­ғышлай. Ник тештәре менән яҙырға, юҡ «аяҡтары» менән йөрөргә, ҡулдарһыҙ йөҙөргә өйрәнә. Шулай ҙа йәшәү уға көндән-көн ауыр: мәктәптә үсекләйҙәр, урамға сыҡһа, «сит планета кешеһе» тип көләләр; ата-әсәһе­нең ярҙамынан тыш ул хатта бәҙрәфкә лә йөрөй алмай; теш таҙартыу, сәс тарау, бер стакан һыу ҡойоп эсеү ҙә – мөмкин булмаған хәл.

Ун йәштәр самаһында ул үҙ-үҙенә ҡул һалырға, ванналағы һыуҙа батырға самалай. Аҙаҡ был уйы өсөн бик ояла: әсәһе уға ун йыл буйы күпме көс түккән? Донъянан был рәүешле китеү әсәһе күрһәткән изгелеккә, уның фиҙакәрлегенә төкөрөү була түгелме? Ник йәшәргә ҡарар итә. Тормош шулай дауам итә, эргә-тирәһендәге ике туған апайҙары, һеңлеләре (уның бер туғандары юҡ. – Авт.) Никҡа бер ниндәй ташлама яһамайҙар, һәүе­темсә, һау кеше менән аралашҡандай мөғәмәләлә булалар.

Яҙмыш Никҡа яңы һынау ебәрә: ун биш йәшендә ата-әсәһе гүр эйәһе була. Ник яңғыҙ. Ғәриплек өсөн пенсия ала – бөтә капиталы шул. Эйе, уның ҡулдары, аяҡтары юҡ, ләкин... башы бар! Теге тауыҡ ботона оҡшаған «ит киҫәге» йәнә. Ник шул «ит киҫәге» ярҙамында компьютерҙа минутына 43 хәреф йыя, музыка ҡоралында уйнай, телефон трубкаһын бер ырғытыуҙа ҡолаҡ аҫтына ҡыҫтыра, һандарын йыя, кәрәк урынға шылтырата. Иң ҡыйыны – ятҡас тороп китеү. Ул быға инде күптән өйрәнгән. Ә бына бер көндө Ник Вуйчич финанс яғынан азат кеше булырға ҡарар итә: институтҡа уҡырға инә. Тимәк, уның маҡсаты барлыҡҡа килә.

Маҡсат. Ошо алты хәрефтән торған һүҙгә күпме мәғәнә һыйған... Ник Вуйчич хаҡындағы уйланыу­ҙарымды аҡ ҡағыҙға теркәгәндә, үҙемдең утыҙ йәшемә әйләнеп ҡайттым. Ике бала: береһенә дүрт, икенсеһенә алты йәш. Дауахананан уң үпкәмде яртылаш алдырып сыҡтым. (Әле булһа флюорография үткән һайын ҡоттары алынған медиктар үпкәнең юҡ өлөшөн «эҙләп» теңкәгә тейә). Ҡыл өҙөрлөк тә хәл юҡ. Тын ҡыҫа, һауа етмәй. Поезд менән Өфөгә юлланһам, тамбурҙа торам – унда кислород бар. Ике бүлмәле «хру­щевка»ны 7-8 тапҡыр ялт итеп йыуам, эшкә барып еткәнсе кейем­дәремдә ҡоро бер еп ҡалмай. Операциянан һуң дүрт ай ваҡыт үтеүгә бер врач: «Һинең күп булһа алты йыл ғүмерең ҡалған. Уйла, балаларың бар бит!» – тине. Уйланыу ғынамы? Тетрәндем. «Юҡ! – тинем Әжәлгә. – Килмәй тор әле!»

Йүгерә башланым. Әлбиттә, минең йүгереү ҡәҙимге әҙәм йүгереүенә оҡшамағайны. Шулай, көндәгесә, Учалы стадионындағы түңәрәктән ҡыбырлап киләм. Ниндәйҙер ғиллә менән таныш яҙыусы ҡарап торған бит. Быға яҡынлағас:
– Һин нишләйһең ул? – ти.
– Йүгерәм! – тинем. Үҙем оялдым. Оялһам да, нисек килгәнмен, юлымды шул рәүешле дауам иттем. Башта илле алла менән үткән бер түңәрәк (ә ул 700 метр ине) икәүгә, унан – өсәүгә, дүртәүгә, һуңынан бишәүгә әйләнде: мин көрсөктән сыҡтым.

Операция эшләткәнемә биш-алты йыл үтте. Мин инде теге түңәрәкте һәлпәңләп түгел, ысын мәғәнәһендә йүгереп үтәм. Йүгергәндә тирләгән тән һыуынмаһын өсөн стадионды сыҡҡас та йүгереүҙе дауам итәм. Шулай бер көн аллея буйлап йүгереп ҡайтып килгәнемдә операциянан һуң мине ҡараған участка терапевын осраттым. Ул инде күптән пенсияла. Мине күргәс, артҡа сигенде, күҙҙәре ҙурайҙы, күрешергә ҡул һуҙам, ул һаман сигенә. Аптыраным. Шунан ул тынын көскә йыйып:
– Син тереме ни?! – тине.
– Күреп тораһығыҙ: һаумын, теремен – тинем көлөп.
Нимәбеҙҙер башҡаларҙағыса булмаһа, беҙ – әҙәми зат – депрессияға биреләбеҙ. Күптәр төшөнкөлөктән сыға алмайынса ҡайғыһын шешәгә бушата. Эсә, күңел аса, ә иртәгәһенә шул проблемаһы ишеге төбөндә көтөп тора, тик ул үҙенең әрһеҙ ауыҙын тағы ла ҙурыраҡ асҡан була.
Әлбиттә, кешенең физик мөмкинлеге олоғайыу менән дә сикләнә. Бер абруйлы ғына ағай Сибайҙа сағымда:
– Аллаға шөкөр, күптәр пенсияға сыҡҡас, эскегә һалыша, мин бирешмәнем: шөғөлдән бушамайым, – тигәйне. Мин уға аптырабыраҡ ҡарап ҡуйҙым: ҡартайғас та кеше эсеп китә аламы икән? Илле йәштәрҙәге етмештәген аңлай алмайҙыр, күрәһең. Хәҙер, үҙем етмеште ҡыуып китеп барғас, идеялар – бихисап, атҡарып сығырға көс кенә самалы икәнен көндән-көн ны­ғыраҡ тоям. Хәҙер тағы шул аңлашылды: ололар балаларға тартыла. Ә элек мин, киреһенсә, балалар ололарға яҡынлай, тип уйлай инем. Ололар тормошондағы бушлыҡты шулай тултыра. Был бик яҡшы! Әгәр йылы, дәртләндерер, ҡанат үҫтерер һүҙең менән әле сыныҡмаған күңелдәрҙе хаталарҙан, төшөнкөлөккә бирелеүҙән һаҡлап алып ҡалһаң, был насармы? Минән дә:
– Нисек һин гел йылмаяһың ул? – тип һорағандары бар. Ә ниңә йылмаймаҫҡа? Минең үткән тормош юлым, халыҡса әйткәндә, майлы бутҡа булманы, әле лә шәкәр йә бал түгел. Шуларҙы еңеп, үҙемдә йәшәргә, балаларыма, ейәндәремә, яҡындарыма, дуҫ-иптәштәремә һәм хәлемдән килгән ниндәйҙер кимәлдә халҡыма шатлыҡ өләшеп йәшәп ятам икән – ҡыуаныс түгелме? Йылмайыу бит эске күңел торошоңдан – хөр күңелеңдән ярала. Иншалла!

Ник Вуйчич... Теге саҡ минең, «һинең күп булһа алты йыл ғүмерең бар» тигән хөкөмдө ишеткәнемдә уны белмәй инем, сөнки Ник әле тыумаған да булған ул саҡта. Уның ҡарауы, мәк­тәп программаһынан Николай Островский, Алексей Маресьев таныш ине. Эштәге авария арҡаһында ике ҡулынан яҙған Титов үҙенең китабын ҡәләмде тештәренә ҡыҫып яҙғаны хаҡында хәбәрҙар инем. Ә ауылымдағы йә ҡулын, йә аяғын һуғышта ҡалдырған яугирҙєр? Уларҙың тылдағы хеҙмәте, йәшәү рәүеше? Уларҙың бит барыһы ла беҙҙең рухты сыныҡтырған, характерыбыҙҙы сүкегән. Хәҙер Никты беләм. Белеүем менән бәхетлемен. Уның хәҙер ике дипломы бар. Бизнесмен. Донъя буйлап лекциялар уҡый. Оратор. Уның кешеләрҙе ҡосаҡларға ҡулдары булмаһа ла, уны инде өс миллиондан ашыу кеше ҡосаҡлаған! Ул бәндәләргә үҙенең башҡаларҙыҡына оҡшамаған тәнен күрһәтер өсөн түгел, ә ағзалары теүәл булып та, йәндәре ғәриптәргә дауа булыр өсөн йөрөй. Уның иңбашына кемдәр генә башын һалмай, кемдәр генә уның яурынына таҙарыныу йәштәрен түкмәй. Кешеләргә ул шулай өндәшә: «Кеше бер юлы ике аҙым яһамай – һин башта бер аҙым яһа, унан – икенсеһен»; «йығылыуҙан ҡурҡма, тик уйла: бирешергәме, әллә көрәшергәме?»; «тормошҡа ашырып булмай торған хыял, етеп булмай торған маҡсат юҡ»; «әгәр һеҙ өмөтһөҙлөккә бирелдегеҙ икән, был әле өмөт юҡ тигән һүҙ тү­гел»; «маҡсатың бар икән, тимәк, һин йәшәйһең»...

Ник Вуйчичтың иң ҙур хыялдарының береһе яратҡан ҡыҙына өйләнеү ине. Ике йыл элек, ниһайәт, был хыялы ла тормошҡа ашты: улар ул үҫтерә. Ҡатыны бик сибәр, мөләйем. «Ҡатынымды ҡосаҡлар ҡулдарым юҡ минең, әммә уны яратырға һәләтле ҡайнар йөрәгем бар. Мин был көндө оҙаҡ, бик оҙаҡ көттөм, әммә уға ғиффәтле хәлдә өйләндем!» – ти Ник ғорурлыҡ менән.

...Ник Вуйчичтың, замандашымдың, әйткән һәр һүҙе күңелгә ләйсән һипкене булып яғыла, уйландыра, ҡайһы саҡ тетрәндерә, сөнки уның әйткәндәре буш мискә доңғорлауы түгел, ул һүҙҙәр артында бәндәләргә яҡты нур өләшеү хаҡына үҙ-үҙеңде еңеү ята. Ә еңеүҙең иң ҙуры – үҙ-үҙеңде еңеү. Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн аҙ-маҙ булһа ла татып ҡараған һәр кем белә торғандыр уның тәмен. Тәмен һәм йәмен. Еңеүҙе, тим. Үҙ-үҙеңде еңеүҙе...

Таңсулпан ҒАРИПОВА.


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook