Еңеү яҙы шатлығы

Еңеү яҙы шатлығы Ваҡыт Бөйөк Ватан һуғышы ғәрәсәтенең хәтирәләрен аяуһыҙ юя. Ветерандар берәм-берәм беҙҙең аранан китә. Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгәндәр фашизм, һуғыш тигәндең ни хәтлем ҡот осҡос булыуын киләсәк быуындарҙың аңына һеңдерергә тырыша. Нурикамал Үҙәнбаеваның яҙмалары ла ошо хаҡта.

Хәтер ебен тағатып
Быйыл миңә 77 йәш тула. Яҙҙар еткән һайын 9 Май байрамында ауылыбыҙҙағы обелиск янына барып, яу ҡырында башын һалған ауылдаштарымды хәтерләп, сәскәләр һалам, сөнки минең атайым да илдә тыныслыҡ булһын өсөн көс һәм ҡан түккән. Һуғыш осоронда үҫкәс, уның ни тиклем аяуһыҙ һәм ҡәһәрле икәнен беләбеҙ.

Үҙем документтар буйынса 1937 йылғы йөрөйөм. Атайымдың армияға алынған сағын саҡ ҡына иҫләйем, 41-се йыл булғандыр. Ул өйҙән сығыр саҡта мине күтәреп һөйҙө лә: «Мин ҡайтҡансы ҙур үҫ, йәме, ҡыҙым», – тине. Әсәйебеҙ тәүге иренең вафатынан һуң ике бала менән атайыма кейәүгә барған. Унан мин һәм ике малай тыуғанбыҙ. Тәүге иренән булған ағайымдың да, атайымдың да исеме Исмәғзәм ине, шуға күрше-тирә: «Һы, хәҙер бер өйҙә ике Исмәғзәм булаһығыҙ инде», – тип, егет көйө балалы ҡатынды алған атайыма төрттөрөп маташҡандар. Әммә атайым быға бер ҙә аптырамай: «Урыҫтарҙа өй тулы Иван булһа ла бик килешеп йәшәгәндәр, беҙ ҙә бирешмәбеҙ әле», – тигән.

Атайым армияға киткәндең икенсе йылына өлкән ағайымды ФЗО-ға алдылар. Өлкән апайым күрше ауылда кейәүҙә ине. Беҙ әсәй ҡулында өс бала ҡалдыҡ. Әсәйем мәктәптә иҙән йыуҙы, айына бер мәртәбә эш хаҡы урынына бойҙай алып ҡайта һәм, уны бик ҡәҙер­ләп, ҡурмас ҡыҙҙырып ашата торғайны. Бойҙай бөтһә, кәртүк менән тамаҡ ял­ғайбыҙ. Ҡайһы саҡ ашарыбыҙға бер нәмә лә булмай, шул мәлдә әсәй, ашҡа­ҙанығыҙ эшләһен, тип, һағыҙ йә тоҙға ҡушып сәй эсерә ине. Етешмәй йә­шәүебеҙ, аслыҡ үҙенекен иткәндер – минән бәләкәс ҡустым үлде. Рәшит аға­йым уҡыуға китһә, мин өйҙә яңғыҙ ҡа­лам. Эй өшөйөм, түҙер әмәл юҡ. Әсәйем мейес яға, мине шуның кәрнизенә генә ултыртып китә: «Нурикамал, ошонда йылынып, ҡыбырламай ғына ултыр, атыу ҡаҙанға ҡолап төшөрһөң», – ти.

1943 йылдың ҡышы ине, әсәй өйҙә ут яғып ултыра, бешерергә бер аҙыҡ юҡ. Шул саҡ күршелә йәшәгән уҡытыу­сы Мәфтуха апай килеп инде. Әсәй уға: «Һыйырҙы һуйҙыртам, балалар асы­ға, шешенә башланылар, ике көн инде һыу менән тоҙ эсәбеҙ», – ти. «Юҡ, еңгә, һуйма! – ти Мәфтуха апай. – Һуғыш бөтөп, ирең ҡайтыр, уға нимә тиерһең? Улар бит беҙҙән нығыраҡ интегә, зар­ланмайҙар. Ана, миндә былтыр һуйған башмаҡтың тиреһе ята, шуны алып аша­ғыҙ». Әсәйем уның кәңәшен тыңланы: тиреһен алып ҡайтып, һалам яғып, өтөп ашатты. Ул мәлдә утыны ла юҡ бит, ағайым, бахырҡай, сана һөйрәп, Ҡыҙыл йылғаһы аръяғына утынға йөрөй.

Атай ҡайтты!
1944 йыл ине, әсәй ҙә, ағай ҙа өйҙә юҡ. Мин урамдағы ел ҡапҡаға менеп бәүелеп тора инем, тыҡрыҡтан парлап егелгән аттар килеп сыҡты. «Их, ошо аттар беҙгә боролһа ине», тип теләп тә өлгөрмәнем, егеүле аттар беҙгә килеп туҡтаны. Ҡурҡыштан йүгереп өйгә инеп киттем, шинель кейгән һалдат артымдан килеп ишекте асҡан ыңғайы мине күтәреп тә алды. «Ҡайһылай ҙурайғанһың, ҡыҙым», – тине ул. Был минең атайым ине. Уның бер ҡулы кендек өҫтөнән яҙылмай, бөгөүле тора ине, шулай йәрәхәт алғандыр инде һуғышта. Түшенә таҡҡан ялтыр миҙалдарын һыйпап-һыйпап ҡарайым. Ул арала күршеләр, балалар килеп тулды. Атайым бер котелок ваҡ шәкәр алып ҡайтҡан, әсәй шуларҙы көмөш ҡалаҡ менән балаларҙың усына һала. Ә мин шәкәрҙе тәүгә күреүем. Сәй эсергә ултырһаҡ, атайҙың ҡулы эшкинмәй, мин атайҙың бер тубығына, ағайым икенсеһенә менеп ултырып, уға кәртүк әрсеп ашатабыҙ. Ул һөйләгәндәрҙән шуныһы иҫтә ҡалған: «Фронтҡа үҙебеҙ теләп киттек, алғы сафта йөрөнөк. Бер көн шулай өс һыбайлы (тимәк, атайым кавалерия сафында хеҙмәт иткән) разведкаға киттек. Шикле бер нәмә лә һиҙелмәгәс, ял итергә туҡтаныҡ. Ҡапыл мылтыҡ тауышы яңғырағанға ике иптәшем дә аттарына һикереп менде, ә минең атым өркөп, менә алмайым. Иптәштәрем кире туҡтап, атҡа менергә ярҙам итте. Артабан сабып киттек. Һуғышта үлемдән ҡурҡыу юҡ, барыһы ла әсирлеккә эләгеүҙән ҡурҡа...»

Үкһеҙҙәр
Шул ҡышта өлкән ағайым Исмәғзәм дә ҡайтты, ул, тимер юлда эшләгәндә поезд тәгәрмәсенә эләгеп, сатан булып ҡалғайны. Ҡыш башында тиф көсәйҙе. Тәүҙә мин йығылдым. Шунан әсәйем сирләне, ул ауырығас, өлкән апайым ҡыҙы менән ҡайтып, әсәй урынына эшләй башланы. Мәктәпте дауахана итеп, кешеләрҙе шунда дауаланылар. Әсәйемде лә шунда һалдылар, ә бер аҙнанан хәле яҡшырмағас, Асҡарға алып киттеләр. Бынан алда апайым мине әсәйем эргәһенә алып барғаны хәтерҙә. Кейергә кейем булмағандыр, ул мине ниндәйҙер сәкмәнгә төрөп, күтәреп алып барҙы. Әсәйемде һуңғы күреүем шунда булды, уның апайыма «һин балаларҙы ташлама инде» тигәне хәтерҙә. Бер көн өйҙә ултырғанда, өшөмәҫ өсөн юрған аҫтына инеп яттым, ағайым йырлап ебәрҙе: «Аҡҡош, ҡайҙа бараһың, ҡанатыңды талдырып, әсәй, ҡайҙа китәһең, беҙҙе етем ҡалдырып», – тип. Үҙе һыҡтап илай, аптырап, мин дә уға ҡушылып илайым. Шунан ағайым: «Нурикамал, әсәй үлде бит-и-ит, атай менән ағай алырға китте», – ти. Әсәйемде кискә ҡарай ғына алып ҡайттылар, атайым уның баш осонда оҙаҡ илап ултырҙы.

Әсәйҙе ерләгәс, атай беҙҙе, күрепкә тейәп, ферма өйөнә алып китте (бөтә әйберебеҙ шул бер күрепкә һыйҙы), үҙе ферма мөдире булғас, малдарға ла яҡын, һеҙ ҙә янымда булырһығыҙ, тине. Унда күскәс, ике ағайым да, апайым да тифтан ауырып, уларҙы ла Асҡарға алып киттеләр. Атай көнө буйы эштән бушамай. Бер көн атмы, үгеҙме егеп колхоз өсөн бесәнгә барғандар. Көно­ҙоно бесән тейәгәндәр, ул ауыртҡан ҡулы менән нисек эшләгәндер, билдә­һеҙ. Кискеһен ике кеше атайымды ҡултыҡлап өйгә индереп һалдылар, һыу эсерергә ҡуштылар. Атайым уттай яна, тәне эҫе, төнө буйы һаташып сыҡты. Былай ҙа хәлһеҙ көйө ауыр эшкә егелеп, бөтөнләй арманһыҙ булғандыр инде. Таң атҡас, уны Асҡарға дауаханаға алып киттеләр. Апайымдың ҡыҙы менән икебеҙ генә ҡалдыҡ. Бер нисә көн шулай йәшәгәс, таныш булмаған кешеләр беҙҙе туғаныбыҙ Ғәйшә апайға алып барҙы. Тиҙҙән бәләкәй ағайым төҙәлеп ҡайтты, ул килгәс, үҙебеҙҙең өйгә кире күсендек, март айҙары булғандыр, ҡар ирей башлаған ине. Ағайым гел генә тәҙрәгә ҡарап, шым ғына илай. «Ниңә гел илайһың, ағай?» – тип һорағас, ул: «Атай менән әсәйҙе һағынам, атай ҙа үлә бит, беҙ хәҙер үкһеҙ етем», – тип яуап бирҙе. Атайһыҙ ҙа, әсәйһеҙ ҙә ҡалғанда миңә 7 йәш тирәһе булғандыр. Хөсникамал апайым алай ҙа дауахананан ҡайтты, мәктәптәге эшенә сыҡты, ағайым секретарь булып эш башланы.

Күршеләрҙә гел икешәр бала, бер­гәләшеп уйнайбыҙ. Урам ҡыҙырабыҙ. 1945 йыл да етте, ағайым бер көн эштән тыны бөтөп йүгереп ҡайтып инде. «Һөйөнсө, һуғыш бөткән!» – тине ул. Бөтәбеҙ ҙә урамға йүгереп сыҡтыҡ, ауыл халҡы урам тулы, һәр кем илай, ҡосаҡлаша, шатлана.
Йәй эш менән үтте, ҡыш еткәс, ағайым ауылдан кәләш әйттерҙе, ире һуғыштан ҡайтмағас, апайым да яңынан кейәүгә барҙы. Мин ағайымдар менән йәшәйем. Уларҙың ҡыҙы – Гөлсирә тыуҙы. Шул тиклем матур, йәтеш кенә сабый ине, бөтәбеҙ ҙә ныҡ яраттыҡ.

Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр
1947 йылдың яҙында сәсеү бөткәс, беҙҙең колхоздан 10 кешене ҡулға алдылар. Яҙа-йоҙа бойҙай урлауҙа ғәйепләп, колхоз рәйесе Сөләймән Абдрахмановтан башлап, ябай колхозсыларҙы ла төрмәгә олаҡтырҙылар. Өлкән ағайым Исмәғзәм иҫәпсе ине, ул да шунда эләкте. Улар, кеше астан үлмәһен тип, сәсеүҙән ҡалған бойҙайҙы өй беренсә таратҡайны, шуны кемдер «өҫкә» еткереп, ғәйепһеҙҙәрҙе ғәйепле иттеләр. Ауыл халҡы хат яҙып, ҡултамға йыйып, ебәреп тә ҡараны, файҙаһы булманы. Июль айында суд булды, рәйескә – 25 йыл, ҡалғандарға 15-әр йыл бирҙеләр. Шундай ҡәтғи ине закондар, бер ус бойҙай өсөн ярты ғүмерен төрмәлә үткәрҙе аҫыл ирҙәр.
Етем булғас, беҙгә ҡағылмаҫтар, тип уйлай инек. Әммә 1948 йылда штраф тип, һыйырыбыҙҙы тартып алдылар. Шунан еңгәйем эштә булғанда, күршелә йәшәгән ағай өйгә инеп, ҡаҙанды, самауырҙы, көҙгөнө алып сыҡты. Ҡаралдыларҙы сығарып ырғытты һәм өйҙөң башын емерә башланы. Аптырауға ҡалдым. Ә һеңлем бер ни аңламай, беҙгә яңы өй эшләйҙәр, тип сәпәкәйләй. Урамға сығып ярҙам һорайым тиһәм, бер әҙәм юҡ. Яһил күрше өйҙө емереүен дауам итә, беҙҙең бөтә документтар, атайымдың миҙалдары шул емеректәр араһында ҡалғандыр инде.
Гөлсирә һеңлемде эйәртеп, ояға инеп йоҡлағаныбыҙ хәтерҙә. Ағайым менән еңгәм кискә генә ҡайтты. Йәй үткәнсе һарайҙа йәшәнек. Ағайым ҡырҙа эшләне, үгеҙ егеп, ер һөрә ине. Ә еңгәм миңә: «Апайыңдарға бар, ә мин әсәйемдәргә барам», – ти. Ҡоҙағыйҙарҙың һыйырҙары булғас, аслыҡҡа бирешмәнеләр. Апайым да һыйыр тота, бәләкәй булһа ла, аласыҡта йәшәйҙәр. Уның үгәй ҡыҙы бар ине. Мин барһам, шул ҡыҙ гел ҡапҡа төбөндә тора ла индермәй, апайың өйҙә юҡ, ти. Кире ҡайтам. Дүрт көн шулай апайыма инә алмай ас ҡайттым. Бишенсе көн тигәндә хәлһеҙлектән ҡоймаларға йәбешә-йәбешә саҡ барып еттем. Теге үгәй ҡыҙ булманы, өйҙәренә индем. Апайым һөт бешереп тора ине. «Нурикамал, ниңә беҙгә бер ҙә килмәйһең?» – ти, үҙе миңә ап-аҡ күбек һөҙөп бирә, эсергә ҡуша. Ләкин мин апайыма ҡарағанмын да һөйләшә алмайым, аслыҡтан яңағым ҡыбырламай. Апайым мине ҡосаҡлап алды, аслыҡтан ауырыйһың бит, тип, күтәреп соланға сығарып һалды. Шунан ыумас бешереп, еңгәйемде саҡырып, ауыҙымды ипләп кенә асып, әҙ-әҙләп ыумас ҡойҙолар. Шулай ятып, терелеп киттем.
Еҙнәйем тимерсе булып эшләне. Уларға аҙ булһа ла һоло бирәләр, апайым шуны ҡыҙҙырып, тирмәндә тарта, иләп, икмәк бешерә. Шунда үҙемә һүҙ бирҙем, аслыҡтан ҡотолһам, үҫкәс үҙем дә берәй етемде ҡараясаҡмын, тип. Асҡарҙа балалар йорто булһа ла, ниңәлер беҙҙе шунда ебәрмәгәндәр, михнәттәрҙе күп күрелде. Ағайым 1954 йыл ғына төрмәнән ҡайтты. Күмәкләп бәләкәй генә өй эшләп, шунда күсендек. Инде ҡыуанып йәшәйем тигәндә, Гөлсирә һеңлем ҡыҙылсанан ауырып үлде. Бөтә ҡайғыбыҙҙы шуға баҫҡан инек, шул баланың һөйкөмлө һәм теремек булыуына әүрәп, ауырыу-арыуҙарҙы ла онота инек.

Балаларым менән бәхетлемен
1956 йылда армиянан ҡайтҡан Мө­бәрәк исемле егеткә кейәүгә сыҡтым. Ике улыбыҙ – Вәкил һәм Фәнил тыуҙы. Иптәшем менән туғыҙ йыл йәшәп айырылыштыҡ. Унан һуң тормошҡа сыҡ­маҫмын, тип уйлаһам да, бәләкәй саҡта аслыҡтан үлер сиккә еткән мәлдә әйт­кән вәғәҙәмде иҫләп, тол ҡалған өс балалы иргә барҙым. Уның да, үҙемдең балаларҙы ла буй еткерҙем. Тик минең улдарымды ситләткәс, йәшәп булманы, шуға олоғайған көндә бер нәмәһеҙ ки­ре үҙ өйөмә ҡайттым. Улдарым икеһе лә шоферлыҡҡа уҡыны. Үҙем ғүмер буйы фермала һыйыр һауҙым, ә хаҡлы ялға балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләп сыҡтым. Шөкөр, бөгөн балаларым донъя ҡороп, ейән-ейән­сәрҙәр менән ҡыуандырып, матур йә­шәйҙәр. Уларҙың эшһөйәр һәм бөт­мөр булыуҙарына шатланам. Һуғыш ыҙаларын күп татыһам да, бөгөнгө тормошомдан ҡәнәғәтмен, балаларым менән бәхетлемен.

Нурикамал ҮҘӘНБАЕВА,
хеҙмәт ветераны.
Әбйәлил районы, Ишҡол ауылы.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook