Ҡараңғы донъяларҙы яҡты итеп...

Ҡараңғы донъяларҙы яҡты итеп...
Яҙмыш уйламағанда Хәмиҙә Барлыбаева һәм уның ҡыҙы Розалия менән таныштырҙы. Ошо осрашыуҙан һуң гүйә минең өсөн тормош икенсе яҡлап асылды. Ғазапҡа һанап йөрөгән ауырлыҡтарым, аһ-зарҙарым, уныһы етмәй, быныһы юҡ, тип мыжыуҙарым – Хәмиҙә апай үткән һынауҙар алдында ваҡланып, юҡҡа сыҡты. Кеше ҡайғы менән күҙмә-күҙ осрашҡанда ғына булғанының ҡәҙерен белә, шөкөр итә башлайҙыр ул...

...9-сы класта сағында бына ошо ҡыҙ бала иңенә күп кенә өлкән кешеләр күтәрә алмаҫтай йөк ята: әсәһе юл һәләкәтенә осрап, бер ай буйы комала ята. Хәмиҙә апайҙың терелеп китеренә табиптар ышанмай. Терелгән хәлдә лә кеше булмаясаҡ, тиҙәр. Аллаға шөкөр, бөгөнгө көндә Хәмиҙә апайҙың аҡылы теүәл, хәтере яҡшы. Тик күҙҙәре күреүҙән, аяҡтары йөрөүҙән туҡтап ҡалған... Табиптар нимә генә әйтһә лә, Розалия ҡәҙерле кешеһенең һаулығы һәйбәтәйеүенә бер минут та ышанысын юғалтмай һәм, ысынлап та, әсәһен кеше итеп алырға өлгәшә. «Команан һуң, тик ятып, арҡалары, янбаштары тишелә башлағайны, шуға күрә әсәйемде ун биш минут һайын әйләндереп, ҡыбырлатырға, май һөртөргә кәрәк ине. Ул мәлдәрҙә төнө буйы йөрөп сығырға тура килде, яҡшылап йоҡо эләкмәне. Тәүҙә ҡалаҡ та тота алманы, үҙем ашаттым. Шул уҡ мәлдә уҡырға ла, дәрестәрҙе әҙерләргә лә өлгөрҙөм. Оҙаҡ ҡына ыҙаланыуҙарҙан һуң сынаяҡты үҙ аллы тотҡан көнө минең өсөн ҙур шатлыҡ булды, – тип хәтерләй Розалия ул мәлдәр тураһында. – Иң ҡыйыны документтар, инвалидлыҡ юллау ине. Нисәмә төр инстанцияларҙы үтергә, ниндәй генә һүҙҙәр ишетергә, нимәләр генә күрергә, кисерергә тура килмәне. Бала кешене бик һанлап та бармағандарҙыр инде. Ярай әле ошондай ауыр мәлдә әсәйемдең бер туған ағаһы иҡтисад һәм философия фәндәре докторы Хәлил Барлыбаев үҙ хәстәренән айырманы. Мәскәүҙә йәшәһә лә, алыҫлығын тойманым. Телефон аша ла, ҡайтып та беҙгә ярҙам итте, терәк булды. Нимә эшләргә, ҡайҙа барырға, кемгә ни әйтергә кәрәклегенә тиклем кәңәш биреп торҙо. Ғәҙәттә, ауыр хәлгә ҡалған кешеләр төшөнкөлөккә, депрессияға бирелеүсән, мыжыҡҡа әйләнә. Әлбиттә, әсәйемдең дә ундай ауыр минуттары булғандыр, әммә ул быны бер ваҡытта ла күрһәтмәне. Мин юҡта илағанын һиҙемләй генә инем. Үҙен дә йәлләтмәне, беҙҙе лә йәлләмәне. Һәр саҡ кәңәштәрен биреп, матур, яҡты уйлы булырға, алға ҡарап йәшәргә өндәп, бошоноуға юл ҡуйманы...»...
Гөлнара Мостафина.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2018) һанында уҡығыҙ.




Теги: Ҡатын-ҡыҙ




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook