Батырлығы – бала хаҡына

Батырлығы – бала хаҡынаГөлнара ханым егерме туғыҙ йәшендә генә тәүге бәпесен ҡулына ала. Ауырлы саҡта еңел йөрөй ул, анализдары яҡшы була, үҙен һәйбәт тоя. Дәртләнеп йорттарына ремонт яһай. Ҡупшы өйгә бәпес алып, һөйөнөп үҫкәнен күҙәтербеҙ, тип хыяллана йәштәр. Ике яҡлап та үҙҙәрен ҡеүәтләп торған атай-әсәйҙәр, туғандар бар, үҙ-ара татыуҙар, нәҫелдәрен дауам итер йән эйәһе лә тыуһа, бәхет өсөн тағы ни кәрәк тә бит...

…Тик ҡайһы саҡ яҙмыш әҙәм алдына уйламаған ерҙә һынау һала. Нәргизәләре донъяға килгән саҡта табип хатаһы арҡаһында ғәрипләнә. ДЦП тигән аяуһыҙ диагнозды ишеткән әсәй башта хәлде тулыһынса аңлап та етмәй, ҡыҙының ыҙалауҙары ваҡытлысалыр тигән өмөтө йыһанынан да ҙур була. Оҙаҡламай Нәркәс тыуа. Һеңлеһенә ике ай тигәндә, өс йәшен тултырған Нәргизәнең хәле насарая. Бығаса әсәһенә артыҡ мәшәҡәт һалмай түшәктә ятҡан бала, үҫә башлағас, мускулдары тартышып ауыртына, ҡулдары, муйыны ҡыйшая башлай. Сабый ғазаптарын ниндәй әсә тыныс күҙәтә алһын, Гөлнара Нәфил ҡыҙы ла бәғеренең нисек һыҙлауҙарын үҙе генә белә. Нәргизәне ҡалай ҡотҡарырға тип баш вата. Был сиргә дусарҙарҙың яҙмышын, уларҙың нисек көрәшеүҙәрен өйрәнә. Ыңғай һөҙөмтәле миҫалдарға һирәк юлыға, шуға гәзиттә бер ғаиләнең ҡыҙҙарын йүнәлтеү тарихына осрағас, батып барыусы һаламға йәбешкәндәй, ошо мәғлүмәтте туҡтауһыҙ күңелендә әйләндерә. Хатта төндәрен уянып, ысынмы әле ул тип, ҡабат-ҡабат уҡып ҡарай. Хат яҙа, Шиловтарҙан улар йәшәгән ҡалаға барып, ҡуртымға фатир табып урынлашырға тәҡдим, ярҙам вәғәҙәләгән яуап алғас та, алыҫ юлға тиҙ генә йөрьәт итмәй. Бер көн ҙур ғына хаҡ йыйып, балаһын күтәреп, Краснодар яғына сығып китмәһә, моғайын, Нәргизә бөгөн дә шул ваҡыттағыса ни ҡыбырлай, ни ултыра алмай түшәктә ятыр ине.

Һигеҙ йыл тапай улар оҙон юлды, барған һайын өс аҙна Краснодарҙа йәшәп, ҡайтып ул-был итәләр ҙә, ике айҙан тағы йыйыналар. Бер барыуҙа ғына, юл, йәшәү сығымдарын иҫәпләмәйенсә, дауалауға ғына ҡырҡ биш мең түләргә тура килә. Диңгеҙ яғына нисә йортлоҡ аҡса ташынығыҙ, тип шаярта күршеләре, ә бит был һүҙҙәрҙә – әсе хәҡиҡәт. Ауырыу балаһы булған кешеләр бәләкәй генә өмөт өсөн дә ат хаҡтары һалырға риза.

Шиловтарҙың ҡыҙының һаулығы Нәргизәнеке һымаҡ ныҡ ҡатмарлы ла булмаған, шуға уны аяҡҡа баҫтырыуы ла еңелерәккә төшкәндер, бәлки. Эйе, башта улар өйрәткән ысулдарға таяна Гөлнара ханым, һәр әйткәндәрен теүәл үтәй. Балаһы өсөн бар яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә ала, дауамлы асығыу һәм даими физик күнегеүҙәр ысынлап мөғжизәгә ышанырға мәжбүр итә. Шул ысул ярҙамында Нәргизәһен ҡылый күҙлелектән ҡотҡара, бала кәүҙәһен тоя, тота башлай. Ултырырға, ҡул-аяҡтарын, башын ҡыбырлатырға өйрәнә, хәрәкәтһеҙ ятҡан бала өсөн быларҙың ниндәй ҙур ҡаҙаныш булыуын ошоларҙы үткән кеше генә аңлар. Тора-бара ғәзизенең кәүҙәһенең һәр өлөшөн үҙенекеләй тоя башлаған әсә эске бер һиҙемләүгә таянып кәрәкле күнегеүҙәрҙе һайларға өйрәнә. Иң тулҡынландырғыс ваҡыт ҡыҙыҡайҙың атлап китеүе булғандыр. Сөнки баҫып торорға өйрәнеү бер, тиҫтә йыл атламаған баланан тәүге аҙым ҡаһарманлыҡ талап итә. Бөгөн ун бер йәшлек Нәргизә өйҙә үҙе йөрөй, бүлмәләр буйлап йомоштарын йомошлай. Зиһенле күҙҙәренә ҡараһаң, уның барыһын да яҡшы аңлауын тояһың. Һанарға, уҡырға ла өйрәнгән, бик хисләнеп йәнһүрәттәр, фильмдар ҡарай. Тик әлегә һөйләшә генә алмай шул, балаҡайҙың теле бөтөнләй асылмаған. Әммә был уға туғыҙ йәшлек Нәркәс һеңлеһе менән уйнарға, аралашырға бер ҙә ҡамасауламай.

Мөмкинлектәре сикләнгән булһа ла, күңелендә Нәргизә – хисле ҡыҙсыҡ, уның да хыялдары, ынтылыштары бар. Мин әсәһе менән өйҙәренә ингәндә ҡыҙыҡай күренмәй ине. Гөлнара ханым кейендерер өсөн төпкә инеп китте лә балҡып кире килеп сыҡты. Баҡтиһәң, иртәнсәк, ҡайтҡас матур күлдәк кейҙереп, шунан сығарырмын ҡунаҡтар алдына, тип әйтеп киткән…

Батырлығы – бала хаҡына…Һәр ыңғай һөҙөмтә артында тормоштоң бар өлкәһендә лә фиҙакәр хеҙмәт һәм мөхәббәт ята шул. Гөлнара Нәфил ҡыҙы Нәргизәне илата-илата (тик кенә ятыу рәхәт бит, ауырыуҙарға һәр хәрәкәт ғазап аша бирелә) оҙаҡ йылдар буйы көн һайын алтышар-етешәр сәғәтләп махсус күнегеүҙәр яһата. Хәҙер ҡыҙ кәүҙәһен тоторға өйрәнгәс еңелерәк, көнөнә бер-ике сәғәт тә етә. Диуарға аталары баланы бауҙар менән беркетеп ҡуйыр өсөн ағастан ҡулайлама эшләгән. Шуның ярҙамында әсә менән бала нисә йылдар хыялдарына табан күҙгә күренмәҫ бәләкәй аҙымдар менән яҡынайыуҙарын белә.

Нимә генә аша үтергә тура килмәй был ғаиләгә. Әммә улар бергә, берҙәм. Атайҙары ҡурай уйнап ебәрһенме, әсәләре тәмле аш әҙерләһенме, ҡыҙҙар концерт ҡуйһынмы – һәр ғәмәлде улар бер-береһе хаҡына атҡара. Әлбиттә, гел генә көслө булыу мөмкин түгел. Әсәй кешенең дә арып, төшөнкөлөккә бирелгән саҡтары була. Ҡыҙын шул тиклем ҡаршылыҡтар аша үтеп, тән сәләмәтлеген нығытһа ла, әле телен асаһы бар. Теләктәрен һәр иртәлә Хоҙайға еткерергә күнеккән ҡатын яйлап намаҙға ла баҫҡан. Әлбиттә, бәлә алдында яңғыҙы түгел ул, ҡайғыларҙан бөгөлөп төшмәҫкә ата-әсәһе, ҡайны-ҡәйнәһе, һеңлеһе Земфира һәм башҡа туғандары ярҙам иткән. Ә инде ниндәй хәлдә лә түҙемле һәм сыҙам ҡала белгән тормош иптәше Рим Риф улы хаҡында, бала йәнле ул, ти Гөлнара Нәфил ҡыҙы…

…Гөлнара ханым өҫтәлгә бер ҡосаҡ ҡалын дәфтәр сығарып һалды. Батыр әсәнең ун бер йыл яҙған көндәлектәре. Һарғайған биттәрҙә дауалауҙың мең ысулы, күнегеү, доға, табиптарҙың кәңәштәре, ғаиләләрҙең ҡаһарманлыҡ миҫалдары, психологтарҙың күңелде нығытыр цитаталары һәм уның үҙенең уйҙары, уйҙары, уйҙары...

Тамсы тама-тама таш тишә, даимилыҡ – уңыштың нигеҙе, әсә –баланың төп терәге, маҡсат булғанда, көс тә табыла... Күҙ йәштәренә ман­сылып яҙылған биттәр араһынан ошондай һығымталарҙы эләктереп алам. Эй, Хоҙайым, ярҙамыңдан ташлама уларҙы, әсәһенә Нәргизәнең бәхетле булыуын күрергә яҙһын!
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.
Көйөргәҙе районы.




Теги: Ҡатын-ҡыҙ




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook