«Серенә бер төшөнһәң...»

«Серенә бер төшөнһәң...»

Бөрйән районы Исламбай ауылынан Таңсулпан Ғәбиҙуллина:
– «Гөл сире» йоҡһа, унан ҡотолормон тимә. Өйөңдөң һәр мөйөшө сәскәгә күмелеп ултырһа ла, ят, матур гөл күрһәң, уны үҫтереп ҡарағың килә.
Минең өсөн дә гөл үҫтереү – яратҡан, мауыҡтырғыс шөғөл. Аш бүлмәһен ҡупшы миләүшәләр, стрептокарпус биҙәһә, башҡа тәҙрә төптәрендә бальзамин, бегониялар, төрлө-төрлө пеларгониялар йыл әйләнәһенә сәскәләре менән ҡыуандыра. Көньяҡҡа ҡараған тәҙрә төбөндә тура ҡояш нурҙарына бирешмәгән үрмәле пеларгониялар, нар (гранат), кактус урын алған. Сәскә атыу ваҡыттары ҡыҫҡа ғына булһа ла, глоксиниялар ҙа үҫтерәм. Аҡса гөлө, калерия, «кейәү һәм кәләш», антуриум, фуксия, зефирантес, руэллия үҙ урындарын тапҡан. Ҡояш нурҙары тура төшмәгән урында рипсалидопсис урынлашҡан. Хойя менән декабрист та матур сәскәләре менән йыл да ҡыуандыра. Унан тыш барлерия, руттия, мирт, пентас, дуранта кеүектәренең үҙенсәлектәрен өйрәнәм, улары яңы ғына тәҙрә төбөмә ҡунаҡланы.
«Серенә бер төшөнһәң...»
Һәр береһенең серенә төшөнөп алһаң, гөлдәр менән тиҙ дуҫлашаһың. Тупраҡтарын йыл һайын, кәрәк булһа, йылына ике тапҡыр алмаштырам. Был эшкә ҙур иғтибар бүләм, шуға ла 2-3 көнөм китә. Гөл өсөн тупраҡты япраҡлы урмандан алып ҡайтам. Ул еңел дә, йомшаҡ та, туҡлыҡлы ла. Уға самалап серетмә, ваҡ ҡына итеп ҡырҡып мүк, ваҡ ҡом ҡушып ҡатнашма эшләйем. Ошо ҡатнашманы мейестә бешереп, ҡорттарын үлтереп алам. Тупраҡтарын алмаштырған саҡта һауыттарын таҙалап йыуып киптерәм. Төбөнә мотлаҡ дренаж һалам. Мин пенопласт ҡулланам, ҡайһы саҡ ваҡ кирбес онтаҡтарын. Пенопласты тупраҡ алмаштырған һайын яңыртып, ә кирбес онтаҡтарын йыуып һалам. Тамырҙары нығынғансы, тәҙрә төбөнә ултыртмай, ҡояш нурҙарынан һаҡлайым, ә һуңынан ниндәй гөл ҡайһы тарафты яратыу-яратмауына ҡарап ултыртып сығам. Тәүге айҙарҙа сәскәгә бөрөләнә икән, уларҙы өҙөп тороп, көстәрен нығыныуға һаҡлайым. Ашлама ҡулланмайым тиерлек, ҡайһы ваҡыт, тупраҡ алмаштырғандан 1,5-2 ай самаһы ваҡыт үткәс, шәкәр, көл иретмәһе, цитрус, һуған ҡабыҡтарының төнәтмәһен һибәм. Бүлмә йылылығындағы һыуҙы әҙ-әҙләп ҡоям. Миләүшәләргә йылыраҡ һыу ҡулланам. Һарғайған япраҡтарын, һулыған сәскәләрен шунда уҡ алам. Ләкин хойяныҡын өҙмәйем, ҡойолған сәскәләрен генә йыям, икенсе сәскә атҡанда ошо урындан ул кире бөрөләнә.
Бесәй табаны (пеларгония) матур үҫһен өсөн 8 – 10 япрағынан һуң осон өҙөп, аҙнаһына бер-ике тапҡыр ҡояшҡа табан әйләндереп торам. Ҡайһы бер гөлдәр сәскә атҡан ваҡытта ҡағылыуҙы яратмай. Мәҫәлән, сәскә атырға йыйынғанда декабрисҡа бөтөнләй теймәйем, сөнки ул бөрөләрен ҡоясаҡ. Ваҡыты-ваҡыты менән япраҡтарын һөртөп, һыу бөркәм.
«Серенә бер төшөнһәң...»
Батырға ла ял кәрәк тигәндәй, туҡтауһыҙ сәскә атҡан гөлдәргә лә ял итеп, көс йыйыу мотлаҡ. Шунлыҡтан, һыу һибеүҙе кәметеп, ял итеү ваҡыттарына ҡарап, ҡараңғыраҡ һәм һалҡыныраҡ урынға ултыртып, ялға ебәрәм. Гөлдәрем хәстәрлегемде тойоп, сәскәләре менән ҡыуандыра.




Теги: Өйөм йәме гөл генә Бәйгеләр




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook