«Әсәйемдең хыялын тормошҡа ашырҙым»

«Әсәйемдең хыялын тормошҡа ашырҙым» Благовещенск ҡалаһынан Дилбәр Әхмәтова:
«Һәр ҡыҙсыҡ кеүек, бәләкәстән ҡурсаҡ уйнарға, уларға кейем һайларға, үҙемсә тегеп кейендерергә яраттым. Бишенсе класта йомшаҡ уйынсыҡтар тегеү түңәрәгенә яҙылдым. Ҡул эштәре менән ныҡлап мауығыуымдың башы бала саҡтың ошо миҙгелдәренән киләлер. Училищела тегенсе-бесеүсе һөнәрен алғас, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетына уҡырға индем. Әле бына диплом эшемде тапшырҙым – машинкала башҡортса биҙәкләп бәйләнгән заманса жилет менән шуға ярашлы күлдәктәр бөтәһенең дә күңеленә хуш килде. Был кейемдәрҙе әсәйем менән һеңлем Таңсулпанға ла тектем. Күлдәктәрҙе лә, жилеттарҙы ла айырым кейеп була. Жилет үҙе аҡ блузка, итәк йә джинсы салбар менән дә ярашып ҡына тора. Ни өсөн тап ошо темаға мөрәжәғәт иттемме? Әсәйем Гөлсирә Мөхәмәтнур ҡыҙы бәләкәстән беҙҙе, өс балаһын, башҡорт рухлы итеп тәрбиәләне, милләтебеҙҙең мәҙәниәтен, әҙәбиәтен күңелебеҙгә һеңдереп үҫтек. Өфөлә йәшәһәк тә, туған телебеҙҙә аралаштыҡ, төрлө сараларға йөрөнөк. Театр-концерттарға барғанда: «Эх, милләтебеҙҙең ысын асылын сағылдырған заманса күлдәк булһын ине ул», – тип әйтә торғайны. Ҡәҙерле кешемдең хыялын тормошҡа ашыра алыуым менән бик бәхетлемен! Был – эштең башы ғына әле. Киләсәктә лә милли биҙәкле сумкалар, сигелгән шарфтар, түшелдеректәр эшләргә ниәтем бар».




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook