ЗАМАНҒА ЯРАШЛЫ ЗАУЫҠ

ЗАМАНҒА ЯРАШЛЫ ЗАУЫҠ Өфө районынан Зилә Сәфиуллина: «Өсөнсө синыфтан рәссам-модельер булырға хыялландым. Ошо маҡсат менән Өфө мода колледжына уҡырға индем. Диплом эшемдең темаһын башҡорт милли костюмы элементтарына арнап, йырсы Гөлсинә Мөхәммәҙиеваға зауыҡлы сәхнә күлдәге тектем. Артабан БДУ-ның тарих факультетында уҡығанда ла милли кейемдәге үҙенсәлектәрҙе өйрәнеүҙе ташламаным, был тема буйынса фәнни эш яҙҙым, конференцияларҙа ла ҡатнашырға насип булды.

Әле бесеү элементтары традицияларын, орнамент ысулдарын өйрәнеүҙән һәм уларҙы тегеүҙә файҙаланыуҙан тыш, имиджеология менән мауығам. Башҡорт милли өлгөләрен көндәлек кейемдә ҡулланыуҙы пропагандалау бик урынлы, тип һанайым. Хәҙер мода донъяһында ла этник стилгә иғтибар артты.

Яратҡан журналым ойошторған бәйгегә билдәле йырсы Зилә Усмановаға теккән кейемде тәҡдим итәм. Ҡыҙылһыу көрән (марсала) төҫтәге блуза башҡорт биҙәге, тәңкәләр менән байытылған. Уны сәхнәлә оҙон итәк менән яраштырырға, көндәлек тормошта иһә ҡара итәк йә салбар менән кейергә мөмкин».




Теги: Милли биҙәк




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook