«Һәр кем ғорурланып кейһен!»

«Һәр кем ғорурланып кейһен!»Дуҫтар! «Милли биҙәк» бәйгеһенә тәүге эштәр килә лә башланы. Заманға яраҡлаштырылған, хәҙерге кейемдә милли нағыштарыбыҙҙы ҡулланып тегелгән кейем һәм биҙәүестәр өлгөләрен Һеҙҙән дә көтөп ҡалабыҙ!

Бөгөнгө эштәрҙең авторҙары – Өфө ҡалаһынан Әлфиә менән Гөлфиә Хамматовалар. Улар башлыҡтарҙы аппликация ысулы менән биҙәгән. «Беҙ бәләкәстән башҡорт рухын тойоп үҫтек. Үҙ халҡыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә һөйөү ғаиләбеҙҙә тамыр алһа, мәктәп йылдарында ул тойғо тағы ла көсәйҙе. Ғөмүмән, беҙҙең Әбйәлил районы Буранғол ауылы халҡы башҡорт рухлы, дәртле, ихлас булыуы менән дан тота. Хәҙерге ваҡытта баш ҡалабыҙ Өфөлә йәшәйбеҙ. Халҡыбыҙға, бигерәк тә йәштәргә, сәхнәлә генә түгел, ә көндәлек тормошта ла кейерҙәй, башҡорт милли һыҙаттарын сағылдырған заманса әйберҙәр, кейемдәр тегәбеҙ. Һәр кемебеҙ халҡыбыҙҙың милли биҙәктәре өсөн ғорурлыҡ кисереп, ҡайҙа йөрөһә лә башҡорт рухлы булып ҡалһын өсөн тырышабыҙ. Һеҙгә тәҡдим иткән эштәребеҙ ҙә тап шул йүнәлештә», – тип яҙған улар бәйгегә юллаған хаттарында.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook