Изге хәтер балҡышы

Изге хәтер балҡышы Баҫмабыҙ йыл башында Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған «Ул йылдарҙың даны мәңгелек» тигән публицистик яҙмалар конкурсы иғлан иткәйне.

Мәсетле районы Әбдрәхим ауылынан Сажиҙә Фәйзрахманова «Селпәрәмә килгән яҙмыштар» тигән мәҡәләһе өсөн (№ 8) беренсе урынға лайыҡ булһа, «Тамуҡты үтеп» тигән баш аҫтындағы яҙмаһы (№ 5) донъя күргән Стәрлетамаҡ һылыуы Рәйлә Назарғолова икенсе урынға сыҡты. «Яугир намыҫы» тигән яҙмаһын (№ 3) тәҡдим иткән Чехиялағы милләттәшебеҙ Миләүшә Годбодь (Ҡолмөхәмәтова) менән «Нәҫелебеҙ батыры» очергы (№ 10) баҫылған Учалы ҡыҙы Гәүһәр Мозафарова (Әлибаева) өсөнсө урынды бүлеште.

«Атайым ҡаһарманлығы» тигән яҙмаһы өсөн (№7) Миәкә районы Боғҙан ауылында йәшәүсе Клара Ноғмановаға һәм «Йылдар аша ҡайтҡан моң» очергы (№ 5) авторы – Өфөлә ғүмер итеүсе Лилиә Әбүзәроваға дәртләндереү приздары билдәләнде.

Ул шанлы йылдарҙың даны мәңгелек икәнен дәлилләп, изге хәтерҙе балҡытҡан ижадсыларыбыҙҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook