«Яҙмыштар ҙа, гүйә, ҡорама...»

«Яҙмыштар ҙа, гүйә, ҡорама...»Ҡорама ҡорау– халҡыбыҙға хас булған, борондан килгән һөнәр. Өләсәйҙәр иҫтәлеген һаҡлаған арҡыры һәм буй юрғандар, япмалар, мендәр тышы, ултырғыс ябыуын әле лә күп өйҙәрҙә осратырға була. Һәр ҡорама эше – үҙе бер хәтирәләр йыйылмаһы ул. Был аллы-гөллө сепрәк киҫәксәләре ҡайҙан алынған, шул күлдәкте кейгән саҡта ниндәй ваҡиғаларға тарылған, теккән саҡта ниндәй ҡыҙыҡтар булған...

Йыл башында «Бәйләнештә» сайтының «Башҡорт ҡатын-ҡыҙы» төркөмө менән берлек тә иғлан ителгән «Ҡорамасылар бәйгеһе»нә йомғаҡ яһарға ваҡыт етте, әхирәттәр. 67 бәйгесенең бихисап эше араһынан иң-иңдәрҙе һайлап алыу еңел түгел, әлбиттә. Урындар ошолай билдә- ләнде:
1-се урын – Рәшиҙә Ғиззәтуллина (Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылы),
2-се урын – Ләлә Ғүмәрова (Әбйәлил районы Амангилде ауылы),
3-сө урын – Зөлфиә Диргамова (Өфө ҡалаһы).
Тәүге ике урынға лайыҡ булған һылыуҙарыбыҙҙы – теген машинаһы, ә өсөнсө урын алған оҫтабикәбеҙҙе үтек менән бүләкләйбеҙ.

Бынан тыш махсус приздарыбыҙ ҙа бар.
Әбйәлил районынан Тәғзимә Мәхийәнова– БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, шағирә Йомабикә Ильясованың;
Көйөргәҙе районынан Рәйсә Яныбаева – РФ Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаеваның;
Белорет районынан Гөлсирә Салауатова – РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллинаның;
Баймаҡ районынан Ғилмияза Буранғолова – БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Руфина Шаһапованың;
Бөрйән районынан ГөлсирәСолтанбаева – РФ Дәүләт Думаһы депутаты ярҙамсыһы Гөлнур Ҡолһаринаның;
Әбйәлил районынан Рәйлә Килдейәрова – Башҡортостандың халыҡ шағирәһе Гөлфиә Юнысованың;
Әбйәлил районынан Тәслимә Хөснөтдинова – яҙыусы Таңсулпан Ғарипованың;
Баймаҡ районынан Рәшиҙә Баһауетдинова – Өфө лимонарийы етәксеһе Фәриҙә Садиҡованың,
Хәйбулла районынан Фәрзәнә Юланова – «Башбланкиздат» типографияһы директоры Гөлсәсәк Әлибаеваның;
Өфө ҡалаһынан Юлиә Батисова – Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе, Сәсәндәр үҙәге етәксеһенең урынбаҫары Гөлгөнә Баймырҙинаның;
Белорет районынан Камила Дәүләтбаева – Хәйбулла районы хакимиәтенең;
Өфө ҡалаһынан Наилә Иҫәнбаева – «ZILI ART» матурлыҡ салоны етәксеһе Зилиә Йәғәфәрованың махсус призына лайыҡ булды.

«Бәйләнештә» сайтының «Башҡорт ҡатын-ҡыҙы» төркөмө етәксеһе, шағирә, йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡова барлыҡ ҡатнашыусыларға ла үҙенең ижад емештәрен – китаптарын тапшырҙы.
Гөлшат ҠУНАФИНА.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 12-се һанында уҡығыҙ.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook