Пар аҡҡош

Пар аҡҡошCаим ағай, тәҙрә артында, төнгө ҡараңғыла, шаҡай буранының ҡайта-ҡайта урап килеп моңһоу көй һуҙыуына ҡолаҡ һалды. Баҡсалағы емеш ағастарының, ергә ята яҙып, бөгөлөп-һығылыуы ла күҙенә салынды. Әйҙә, көрт күмһен үҙҙәрен, тип уйлап алды ир кеше, киләһе һыуыҡтарҙа бирешмәҫкә шәп булыр.
Ошо баҡсала Венераһы менән яҙын уйнап-көлөп йәшелсә ултыртыуҙары, көҙөн емеш йыйыуҙары күҙ алдына килде. Баҡсаны буш тотманылар, помидор-ҡыярынан тыш тағы әллә нәмәләр үҫтерҙеләр. Сейә, алма ла бик уңа ине. Сәскәләре һуң, сәскәләре! Бар тирә-яҡҡа йәм биреп торҙо. Бүлбеләрен, көҙҙән ерҙән ҡаҙып алып, үҙе мөгәрәпкә индереп һала ине Саим ағай.
Яратып донъя көттөләр. Сөнки күңелдәрендә мөхәббәт йәшәй ине. Тәүге осрашыуҙарын иҫенә төшөрһә, һаман да йөрәге тулҡынланып тибә башлай Саим ағайҙың...

Йөрәген балаларға бирҙе
Венера Әхтәмйән ҡыҙына бик күп нәмәгә өлгөрөргә кәрәк була шул. Иҫәнгилде мәктәбенә ҡырҡ биш йыл ғүмерен арнай ул. 1969 йылдан алып башланғыс кластарҙы уҡыта, аҙаҡ, Ырымбур педагогия институтын тамамлағас, балаларға тарих белемен бирә башлай. 1976 йылдан мәктәп директоры урынбаҫары вазифаһын намыҫлы башҡара. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса белемен камиллаштыра, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Александровка ра­йоны берекмәһен етәкләй. «Туған тел дәрестәренең һөҙөмтәлелеген күтәреү юлдары» тигән мәсьәлә буйынса эшләүсе юғары категориялы педагог, тел бәйгеләрендә өлкә кимәлендә еңеүсе уҡыусылар әҙерләй. Уҡытыусы яҙмышындағы иң ҙур ҡаҙаныштары ла, ауырлыҡтары ла тап башҡорт телен уҡытыуы менән бәйле уның. Сит өлкәлә йәшәгәс, ҡаршылыҡтар ҙа булып тора. Хатта, башҡорт теле нимәгә кәрәк ул, тигән һорауҙар ҙа ҡаты ғына ҡуйыла. Олимпиадаларҙа балалар еңеү яулай башлағас, ышанырға теләмәүселәр ҙә табыла. Өндәшмәй, бәхәскә инмәй, үҙ юлынан бара уҡытыусы. Уҡытҡан балалары районда, Ырымбурҙа, хатта Өфөлә призлы урындар ала.
Тынғыһыҙ уҡытыусы, бай тәжрибәһен йомарт уртаҡлашып, башҡорт теле буйынса асыҡ дәрестәр үткәрә. Төрлө кимәлдәге ғилми-ғәмәли конференция, семинар, бәйгеләрҙә ҡатнашып, Башҡортостан уҡытыусылар белемен камиллаштырыу институты ғалимдарының иғтибарын йәлеп итә. Александровка районында «Йыл уҡытыусыһы – 1995» конкурсында еңә, Ырымбур өлкәһендә «Йыл уҡытыусыһы – 1995» бәйгеһендә III дәрәжә дипломға лайыҡ була. 1996 йылда Сибай ҡалаһында үткән «Йыл уҡытыусыһы» ярышында «Дәрес» номинацияһында II урын яулай һәм Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы Маҡтау ҡағыҙына эйә була. Шул уҡ йылда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов уға «Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исем кенәгәһен тапшыра. 2002 йылда йәнә «Йыл уҡытыусыһы» исемен яулап, Башҡортостан һәм Ырымбур өлкәһе Мәғариф министрлыҡтары Маҡтау ҡағыҙҙа­рынан тыш, Ырымбур өлкәһе За­кондар йыйылышы рәйесенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнә...

...Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары иңенә ғәйәт ҙур яуаплылыҡ төшә. Глобалләшеү һөҙөмтәләренә туған телдәрҙең ҡулланылыштан сыға барыуына ҡаршы алғы сафта көрәшеүсе яугирҙәр, тиергә була. Әлбиттә, был тәңгәлдә яҙыусы, шағирҙарҙың да йоғонтоһо көслө. Тик мәктәптә һәр бала күңеленә көн һайын башҡорт теленә ҡарата һөйөү һәм ҡыҙыҡһыныу уятыусы – ул, шикһеҙ, уҡытыусы. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы баланың донъяға ҡарашын, уның фекер йүнәлешен барлыҡҡа килтерә. Ғүмерлек һабаҡ бирә. Ә күпме ҡаршылыҡтар тыуа улар алдында! Мәктәптәрҙең эреләтелеүе, балаларҙың район үҙәктәренә, ҙур ауылдарға уҡырға күсеүе (ә унда уҡыу башлыса рус телендә) иң тәүҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыуҙың нигеҙен ҡорота. Ауылдарҙың киләсәге телһеҙ маңҡорттар ҡулына ҡалмаҫ, мәҙәни усаҡтар һүнмәҫ, тип ышаныс менән әйтер алдынан да йөҙ ҡат уйлап алырға тура килә. Ә сит өлкәләрҙәге милләттәштәребеҙҙең балалары туған телде нисек өйрәнә икән һуң, тигән һорау һуңғы йылдарҙа тағы ла ҡырҡыуыраҡ тора.
Эйе, уҡытыусы шәхес булғанда ғына ошондай ауырлыҡтарға ҡаршы бара ала. Ундай заттарҙы барлыҡ булмышы менән остаз, тиҙәр. Зыялылыҡ, аҡыл, юғары тәрбиәлелек, итәғәтлелек, йылылыҡ бөркөлөп тора уларҙан. Ырымбур өлкәһе Иҫәнгилде ауылында ҡырҡ биш йылдан ашыу балалар уҡытҡан Венера Әхтәмйән ҡыҙы Агишева тап шундайҙарҙан ине.
Тамара ЮЛДАШЕВА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2019) һанында уҡығыҙ.




Теги: Быуат ҡәләме




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook