Һәр кейемгә килешле

Һәр кейемгә килешлеҒафури районы Сәйетбаба ауылында йәшәгән Рәйлә Сабитова: «Ҡарлуғас ҡыҙым сәйлән теҙеү менән мауығып киткәс, баланың ҡыҙыҡ­һыныуын күтәрмәләйем, тип, эш ҡоралдары, кәрәк-яраҡ алып бирҙем. Күлдәктәремә тура кил­тереп, мунсаҡ-беләҙектәр, алҡалар эшләтеп ала башланым. Башҡорт биҙәүестәренә оҡшағандарын тағыу күптәнге хыялым ине, тик ҡыҙымдың мауығыуына тиклем уларҙы үҙең әҙерләргә мөмкин икәне башҡа килмәгән. Шулай итеп, үҙемә тип кенә эшләгән әйбер­ҙәремде таныштар, тағы яһарһың әле, тип һалдырып ала башлағас, был тәңгәлдә ихтыяждың ҙур булғанын аңланым да дәртләнеп киттем. Төрлө буй-һынға, йөҙ төҙөлөшөнә килешерлек итеп уйлап сығарырға тура килә биҙәүестәрҙе. Күргәҙмәләрҙә ҡатнашыу, оҫталар менән танышыу иһә – үҙе бер мәктәп. Ижад емеш­тәрем район, республикала ғына түгел, Ҡаҙағстан, Төркиә, Финляндия кеүек сит илдәргә лә китте. Әйбер­ҙәремде йорт хужабикәләре лә, билдәле фән һәм йәмәғәт эшмә­кәрҙәре лә тағып йөрөй. Биҙәүес­тәрҙе ҡабатларға яратмайым, һәр береһен үҙенсәлекле итергә ты­рышам. «Бетеү», «ҡусҡар», «бура», «уҡ башағы» кеүек биҙәктәрҙе, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары яратҡан аҡыҡ, фирүзә ҡаштарҙы ҡулланырға яратам. Биҙәүестәр көндәлек кейем менән дә тап килергә, эштә, тантаналарҙа ла кейерлек булырға, ҡатын-ҡыҙҙың матурлығын арттырырға тейеш, тип һанайым. Эшләп бер һөйөнһәм, килешкән кешеһенә осрауына тағы ҡыуанам. Минең өсөн был шөғөл — ижад, уға бар илһамымды һалам. Шуғамы икән, биҙәүестәремде тағып бәйгеләрҙә ҡатнашыусылар тәүге урындарға лайыҡ булыусан».
Гөлшат ИШБУЛАТОВА яҙып алды.


Һәр кейемгә килешле
Һәр кейемгә килешле




Теги: Беләҙегем - йөҙөгөм Ҡулыңдан һөйөн




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook