Исемкәйең килешлеме, башҡорт ҡыҙы?

Исемкәйең килешлеме, башҡорт ҡыҙы?ИҒТИБАР! Яңы бәйге!
Журналыбыҙҙа ғәзиз республикабыҙҙың 100 йыллығына арналған «Быуат ҡәләме» публицистик яҙмалар конкурсын иғлан итеп, тәүге мәҡәләне тәҡдим итәбеҙ. Тарихыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ, рухиәтебеҙгә ҡағылышлы, асылыбыҙҙы асҡан, халҡыбыҙҙың аҫыл улдары һәм ҡыҙҙары яҙмышын сағылдырған, еребеҙ һәм телебеҙгә ҡәҙерле ҡараш тәрбиәләгән мәҡәләләр, һүрәтләмәләр көтөп ҡалабыҙ һеҙҙән, хөрмәтле уҡыусылар. Йыл аҙағында иң яҡшы эштәр авторҙары матур бүләктәр аласаҡ!

Исемкәйең килешлеме, башҡорт ҡыҙы?

Борон-борондан яңы тыуған балаға исем ҡушҡанда атай-олатайҙарыбыҙ, инәй-өләсәйҙәребеҙ иң элек уның мәғәнәһенә иғтибар иткән.
Ғәрәп яҙмаһындағы боронғо шәжәрәләрҙе, элек указлы муллалар тултырып барған метрика дәфтәрҙәрен өйрәнеү шуны күрһәтә: Октябрь инҡилабына тиклем яңы тыуған сабыйға яһалма исем ҡушыу тигән күренеш бөтөнләй булмаған. Күңелгә ятышлы традицион исемдәрҙән баш тартып, мәғәнәһеҙ, яһалма исемдәргә күсеү нәҡ совет йылдарында, дөрөҫөрәге үткән быуаттың 30-сы йылдарында башлана. Балаға Октябрь, Октябрина, Вил, Ленар, Владилен, Нинель, Ревал, Люция, Лундеж, Мэлс кеүек исемдәр ҡушыу ул осорҙа үҙенә күрә модаға әүерелеп, халҡыбыҙ араһында ҙур таралыу ала. Бындай хәлдең килеп тыуыуына, әлбиттә, ул ваҡыттағы дәүләт сәйәсәте, дингә, мәҙәниәткә ҡарата башлап ебәрелгән «аяуһыҙ синфи көрәш» тә булышлыҡ иткән.
Тел ғилеменең ниндәй ҙә булһа халыҡта таралған кеше исемдәрен өйрәнеү тармағын «антропонимия» тип йөрөтәләр. Башҡорт лингвистика фәненең үткәндәренә күҙ һалһаң, был тармаҡта бик һирәк ғалимдар эшләгәне күренә. Үткән быуаттың 70-се йылдар башынан танылған тел белгесе, филология фәндәре кандидаты Таңһылыу Хашим ҡыҙы Күсимова ҙур эш башҡарҙы. Уның «Башҡорт исемдәре», «Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге» тигән китаптары милләттәштәребеҙҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятып, тиҙ арала таралып бөттө.
Исемкәйең килешлеме, башҡорт ҡыҙы?
Башҡорт исемдәре менән заманында күренекле мәғрифәтсе-ғалим, шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев (1841-1907) та ҡыҙыҡһынған. Ғүмеренең һуңғы йылдарында ул рус телендә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары исемдәрен алфавит тәртибендә төҙөй башлаған. Әлеге көндә Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Ғилми архивында һаҡланған был хеҙмәте, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тамамланмай ҡалған.

Ҡаралама хәлендәге тексында күп кенә төҙәтмәләр, бер ҡат яҙып, ҡабат һыҙып ташланған урындар бар. Унда А, Б, В, Г, Д, З, И, К, Л, М, Н, Р, С, Т, У, Ф, Х, Ч, Ш һәм Э хәрефтәренә башланған ҡайһы бер исемдәр теркәлгән. Исемдәрҙе яҙғанда автор алфавит тәртибен ҡәтғи тотмаған, шунлыҡтан теҙмәлә бер ни тиклем буталсыҡ та бар. Мәҫәлән, «Б» хәрефенә башланған исемдәр аҙағына «Туйбикә» исеме өҫтәп ҡуйылған. Хәйер, ҡаралама яҙма өсөн был тәбиғи күренеш.

Күрәһең, ғалим береһенән-береһе матур яңғырашлы һәм мәғәнәле милли исемдәребеҙ менән тотош Рәсәй халҡын таныштырырға уйлаған һәм шуға күрә антропонимия буйынса үҙенең тәүге хеҙмәтен рус телендә яҙа башлаған. Хеҙмәт тамамланмай ҡалған булһа ла, хәҙерге башҡорт тел ғилеме өсөн генә түгел, ғөмүмән, милли исемдәр менән ҡыҙыҡһыныусы һәр кем өсөн дә ғәйәт ҡиммәтле яҙма ҡомартҡы булып тора. Уның фәнни һәм ғәмәли әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.

М. Өмөтбаевтың был яҙмаһы башҡорт антропонимияһының шишмә башы, тел ғилеменең ошо мөһим тармағындағы тәүге аҙым булып ҡабул ителә. Түбәндә ҡулъяҙма тексының хәҙерге башҡорт теленә ауҙармаһын тәҡдим итәбеҙ. Әлбиттә, рус алфавитында һәм шул алфавит тәртибендә бирелгән исемдәр теҙмәһе хәҙерге милли алфавитҡа тулыһынса тап килеп бөтмәй, башҡортса биргәндә а – ә, г – ғ , к – ҡ, с – һ кеүек хәрефтәргә башланған исемдәр, айырым түгел, ә бер үк бүлексәлә урын ала. Шулай булһа ла, ҡомартҡылағы исемдәр тәртибен үҙгәртмәйенсә, төп нөсхәлә нисек булһа – шул килеш биреүҙе хуп күрҙек.
Миңлеғәли Нәҙерғолов,
филология фәндәре докторы.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2019) һанында уҡығыҙ.




Теги: Яңы бәйге Башҡортостанға - 100




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook