«Таҡыя нағышы» бәйгеһе

«Таҡыя нағышы» бәйгеһе
«Башҡортостан ҡыҙы» журналы «Бәйләнештә» сайтындағы «Башҡорт ҡатын-ҡыҙы» төркөмө менән берлектә 2018 йылда боронғо баш кейемебеҙ таҡыяға арнап бәйге иғлан иткәйне. Был сара күптәрҙә халҡыбыҙҙың милли кейеменә ҡыҙыҡһыныу уятты, уны өйрәнеүгә, тергеҙеүгә этәрҙе, тиһәк, һис яҙыҡ булмаҫ. Байтаҡ эштәр араһынан түбәндәге ҡатнашыусылар еңеүсе тип табылды:

– «Ҡатын-ҡыҙҙың боронғо баш кейеме таҡыя» – Гөлназ Ҡорамшина (Өфө ҡалаһы);

– «Ир-аттың боронғо баш кейеме таҡыя (түбәтәй)» – Люциә Йәнтүрина (Салауат районы);

– «Ҡатын-ҡыҙҙың заманса баш кейеме таҡыя» – Әлфиә Арыҫланова (Сибай ҡалаһы);

– «Ир-аттың заманса баш кейеме таҡыя (түбәтәй)» – Зәйтүнә Биктимерова (Сибай ҡалаһы).

Бынан тыш, Фәнүзә Аллағолова (Өфө ҡалаһы) «Башҡорт ҡатын-ҡыҙы» төркөмө етәксеһе, шағирә Гүзәл Ситдиҡованың, Гөлсирә Салауатова (Белорет районы) башҡорт кейемен тергеҙеүсе Илдар Ғатауллиндың махсус бүләгенә лайыҡ булды.

Йәнә лә Фатима Хәйретдинова (Өфө районы), Зәлиә Ишморатова (Сибай ҡалаһы) махсус бүләктәр аласаҡ.




Теги: Таҡыя нағышы Милли биҙәк Биҙәүестәр




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook