Мәңге иҫкермәҫ доғалар

Мәңге иҫкермәҫ доғаларАсылда шулай бит, һине бар иткән йә үҙең ошо донъяға килтергән ғәзиз кешең хаҡында күңел түренән ағылып сыҡҡан шиғыр юлдары һәр кем өсөн шәхсән мәңге иҫкермәҫ доғаға тиң. Үҙеңә үҙең аманаттай нарыҡлап, мөҡәддәс тойғоларыңды сайпылтҡан сихри һүҙҙәр теҙмәһен ҡыҙғанмай, тартынмай башҡалар менән бүлешеү ҙә ҡыйыулыҡ. Әсәй тыуҙырыусы ғына түгел бит, иң ышаныслы терәк, иң тоғро йөрәк, иң теүәл ҡибла, иң йылы ҡояш, иң оло түбәләй бе­йеклек һәм иң миһырбанлы йән дә ул әҙәм балаһы өсөн.

2015 йылдан алып баҫмабыҙ тарафынан даими үткәрелә килгән, әсәйҙәрҙе һәм әсәлек хистәрен данлаған, видеоформатта барған «Әсә йөрәге» шиғыр бәйгеһе әллә күпме яңы исемдәр асып ҡына ҡалманы, дүрт йыл дауамында үҙенсәлекле йолалары нығынған, фекерҙәш, ижадташ гүзәл заттарҙы туплаған интерактив аралашыу майҙаны булараҡ та билдәлелек яулап өлгөрҙө. Төп ниәткә, туған телебеҙҙе интернет селтәрендә киңерәк йәйелдереүгә үҙ өлөшөн индергән бәйге быйыл да ошо күнегелгән этаптарын уңышлы үтте һәм бына уҡыусыларыбыҙға сираттағы еңеүселәр – яңы исемдәр хаҡында сәләм еткерергә әҙербеҙ!

Әсәләр хаҡында һәм әсәлек хистәре тураһында һүрәт эшләргә кәрәк булһа, рәссам палитраның бер төҫөн дә ситтә ҡалдырмаҫ ине. Был темаға шиғри һүрәтләмәнең, сәсән һүҙенең дә ҡоласы иҫ киткес киң, кемдер алғыштай яҡты йыр ебәрһә, бәғзеһенең сеңләүе йәки хатта ки ҡарғышҡа тиңе лә осрай. Әйтергә кәрәк, һәммәһенең дә шулай яҙылыр һәм башҡаларға еткерелер хоҡуғы тиң. Иңһеҙ ҙә, төпһөҙ ҙә әсә йөрәге бит ул…

Һуңлап килгән ҡәҙер тойғоһо һәм дә әсәйҙең үлсәүгә һыймаҫ ҡиммәтен мәлендә аңлау бәхетен кисереү хаҡында уйланыуҙары менән иғтибарҙы үҙенә йәлеп иткән бер төркөм шиғырҙарға туҡталайыҡ. Быйылғы ҡатнашыусылар араһында берҙән бер ир-егет авторыбыҙ – Әбйәлил районы Өскүл ауылынан Мөхәмәтйәр Мәғәсүмовтың тәү ҡарашҡа үтә лә ябай шиғыры тауыш йыйыу дауамында башҡа бәйгеселәрҙең иғтибар үҙәгендә булды. Бөҙрә һүҙҙәрҙән азат шиғыр ул, йәғни йыр тексы итеп алырлыҡ өлгө. Бындай яҙмаларҙы компози­торҙар ярата, моң тарағының тәпә­йенә аяҡ салған артыҡ һүҙ булмаһа, көй ыңғай яҙыла, ти улар.
«Кисер мине, зинһар, әсәкәйем!
Кәрәк түгел байлыҡ-зиннәт тә.
Ауыр тупраҡтарың еңел булһын,
Йәнкәйҙәрең булһын йәннәттә...»
– тип тамамланған әҫәрҙең дә сәхнәләрҙә яңғырар рәте бар. Мөхәмәтйәрҙең байтаҡ шиғырҙарына йырҙар яҙылған да инде, үҙе ижадын бик күрһәтеп бармаһа ла, ҡәләменән тамған һүҙҙәре сәхнә аша етә халыҡҡа. Был да оҫталыҡ.
Бөрйән районы Килдеғол ауы­лынан Сажидә Билалова ярышҡа яҡташтары алдында һынау тотҡанда, концерт барышында төшөрөп алынған сығышын ебәргән. Ауыл клубында ғына була торған ихлас ҡул сабыуҙарға битараф ҡала алманыҡ, видео ярыш өсөн махсус төшөрөлөргә тейеш булһа ла, шартты теүәл үтәмәгән авторҙы финалға үткәрҙек.
«Донъя – фани, беребеҙ ҙә
Мәңгелеккә килмәгәнбеҙ.
Атай, әсәй ҡәҙерҙәрен
Үҙ мәлендә белмәгәнбеҙ»,
– тип ҡапыл бөткән шиғыр уйға ла һала, мәңге теүәл яуап алмаҫлыҡ һорау ҙа ҡуя. Эскерһеҙлеге, асыҡлығы өсөн авторға «афарин!» тиергә генә ҡала.

Билдәле шағирә Лилиә Һаҡмарҙың бәйгегә тәғәйенләгән «Әсәйемә әсәй булғым килә» тигән шиғыры менән шулай уҡ әҙәбиәт һөйөүселәргә исеме ярайһы таныш ижадсы Миләүшә Ғәйфуллинаның «Әсәйемде хәҙер ҡунаҡ итәм» исемле видеоһы шулай уҡ әсә ҡәҙере хаҡында. Был әҫәрҙәр яҡты тон, матур кәйефте сағылдырыуы менән башҡаларҙан ҡырҡа айырыла. Ғалимдар иҫбатлауынса, һүҙ – ҡорал, уның ярҙамында беҙ үҙебеҙ һәм йәмғиәт менән буласаҡ ваҡиғаларға алдан ойотҡо һалабыҙ. Шиғриәт яланында күптән үҙ булып, ижадҡа етди ҡарарға өйрәнгән, уҡыусы алдында яуаплылыҡ тойған был матур ханымдар күптән эске һиҙемләү (ә, бәлки, әсе тәжрибә лә) аша ошо хәҡиҡәтте аңлаған һәм ижадты донъяның ҡояшлы яғында тороп тартырға ынтыла. Был аҫыл һөнәрмәндәргә хас һыҙат!

Киләһе шәлкемгә ингән эштәр әсә булмышының мең ҡырлылығы һәм шул уҡ ваҡытта фәрештәгә тиң булыуы хаҡында. Шиғриәт ҡанундарын тәрән аңлап ижад иткән, йөкмәткеле шиғырҙары менән һоҡландырған Ауырғазы ҡыҙы Минира Бикәнәсованың «Әсәй» шиғырындағы :
«Уңғанлығың хайран итә мине,
Өлгө алам һинән бар эштә.
Доға-теләктәрең һаҡлап тора,
Һин – ерҙәге изге фәрештә!»;
– БДУ-ның Стәрлетамаҡтағы филиалы студенты Алина Сәлихованың балаларса ҡыйыу һәм хисле, камиллыҡ яғынан әлегә өйрәнсек булһа ла, оло өмөткә урын ҡалдырған шиғырындағы:
«Әсә күңеле диңгеҙгә тиң,
Күпме серҙәр һаҡлана»,
– тигән юлдары ла; йыр текстары оҫтаһы булараҡ танылыу алып, тиҙ арала шиғриәттә лә исемен нығыта алған Ейәнсура һылыуы Гөлнур Ҡыуатованың:
«Бошонмай ул, тәҡдиренә күнеп,
Булғанына шөкөр, тип йәшәй.
Ауыр булғанда ла йәш сығармаҫ,
Зарланыуҙы теле һис белмәй»,
– тигән, башҡорт ҡатынының булмышын асҡан һүҙҙәрендә лә бер хәҡиҡәт: әсәй ул – ябай кеше генә түгел, ә фәрештәгә тиң зат, тигән фекер ярылып ята. Баймаҡ ҡыҙы Рәзинә Бикташева-Киндибаеваның шиғыры ла, өләсәһенә арналыуына ҡарамаҫтан, һис шикһеҙ, тап ошо уҡ юҫыҡты сағыу асҡан эштәрҙең береһе. Ваҡытында ауырыу әсәһен ҡарар өсөн юғары белем алыу мөмкинлегенән баш тартҡан Рәзинә үҙе лә изгелекле һылыу, уның бәйгегә ебәргән ике видеоһы ла ябай, әммә тәрән моңо менән үҙенә тарта.
Быйыл айырым номинация итеп билдәләрбеҙ тип иғлан иткән «Бишек йыры»на башта дәртләнеүселәр күп булһа ла, һөҙөмтәлә бер генә эш килде. Әммә бер булһа ла берәгәй булып сыҡты ул. Шулай булмай ни, уның авторы Гөлсирә Шафиҡова – Мәсетле районында йәшәп ижад иткән танылған балалар яҙыусыһы. Бишектең үҙе ише нур бөркөп торған:
«Иң матур йыр телдәге,
Иң изге йыр телдәге,
Һәр һүҙендә яҡтылыҡ,
Һәр һүҙендә яҡшылыҡ!
Ҡолағыңа яғымлы,
Иркә, наҙлы һәм йылы
Инеше моңдаръяның,
Ул – минең бишек йырым!»
– тип башланған ғәжәйеп матур шиғыр яңғыраған яҙма, әлбиттә, йөҙ эш араһында ла үҙенсәлекле сыңы менән айырылып торор ине.

Әсә төшөнсәһен аҡыл һәм иман бирер ҡаҙна сифатында асҡан шиғырҙар ҙа күп килде был юлы. Шаран районынан Дания Шәрифуллинаның «Әсәй һүҙе», Белорет районынан Әнисә Зарипованың «Ҡыҙыма» тигән йырлап торған әҫәрҙәре шундайҙарҙан. Әбйәлил районы Хәмит ауылынан Зөбәйҙә Ҡасимованың «Әсәйем кәңәштәре» тигән шиғыры был төркөмдә үҙенең образлылығы менән айырылып тора. Уның яҙмаһындағы:
«Әсәйемә күскән өләсәмдән
Ҡыл һандыҡтары бирнәгә.
Әсәм шунан мине хәстәрләп,
Ҡыҙыма, тип, кәңәш төйнәгән»
, – кеүек юлдар халыҡ ижадына тартым булыуы менән дә отошло.

Әсә кешенең быуындарҙы бәйләр, йолаларҙы тапшырыр сылбыр булғанын асып биргән Әбйәлил районынан Нәсимә Ғайсинаның «Әсәй икмәк бешерә», әсәлектең ни тиклем татлы хис икәнен өрфөйә генә итеп һүрәтләгән Белорет ижадкәре Әнисә Аҫылғужинаның «Бала» һәм «Әсәй булып эшләйем», әсәлектең оло яуаплылылыҡ һәм шул уҡ мәлдә ҡурсалау талап иткән нескә хис икәнен бәйән иткән Әбйәлил шағирәһе Илһамлы Нурҙың (Нуриҙә Илһамова) «Әсә йөрәге» шиғырҙары ла – бәйгенең ҡабатланмаҫ биҙәктәре.

Ҡырмыҫҡалы районы Ҡарлыман ауылынан Ғәлимә Тимерғазинаның «Иҫтәремә төшә» исемле төҙөк һәм нәфис, һағышлы әҫәре менән Ырымбур өлкәһе Красногвардейск районы Бәхтейәр ауылынан Луиза Рай-Бәхтейәрованың «Әсәйҙәр иңендә донъя» тигән фәлсәфәүи-драматик шиғыр яңғыраған яҙмалары башҡаларҙың эштәре араһында сифатлы, уйланылған видеолары менән иғтибарҙы йәлеп итте.

Заманыбыҙҙың афәте булған, ҡартлығын бушап ҡалған ауылдарҙа яңғыҙ кисереүселәр темаһы быйыл да «Әсә йөрәге»нең көнүҙәгендә. Был хаҡта йыл да байтаҡ шиғырҙар килә, әммә бер үк нәмәне һүрәтләүҙәренә ҡарамаҫтан, улар һаман да уҡыусыны һиҫкәндерер көскә эйә. Ырымбур ҡалаһынан Дания инәй Сатучинаның «Инәйҙәрҙе яңғыҙ ҡалдырмағыҙ!» шиғырындағы:
«Ҡартайғас та яңғыҙ ҡалдым тип,
Инәйҙәрҙең йәше таммаһын!»
, Саҡмағош районы Яңы Ҡото ауылынан Алма инәй Нуриеваның «Балама хат» тигән видеоһынан:
«Үҙем менән бергә китер микән,балам,
Әйтеләһе һуңғы һуҙҙәрем»,
– тигән һағайтҡыс һүҙҙәрҙән кем тертләмәҫ?
Ошо уҡ теманы яҡтыртҡан Шаран районы Күгәрсен-Бүләк ауылынан Зинфира инәй Зәйҙуллинаның «Онотмағыҙ ғәзиз әсәйҙәрҙе!» тигән шиғыры иһә, йәмғеһе меңдән артыҡ «лайыҡ» билдәһен йыйып, һис бәхәсһеҙ «Тамашасы һөйөүе»н яуланы.

Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, бындай шиғырҙарҙың «төрәне» хәҙер күпкә тәрәнерәк тарта. Мәҫәлән, Ырымбур өлкәһе Орск ҡалаһынан Миңзәрә Аҡҡошова йөкмәткеһе менән поэмаға тиң «Әсә хаты» исемле шиғырында глобализация арҡаһында йәштәрҙең тыуған ерҙәренән күпләп ситкә китеүен, уларға үҙ еребеҙҙә лайыҡлы эш табылмауын, ғәзиз тупрағыбыҙҙың яттар ҡулына ҡалыу ҡурҡынысы киҫкен тороуын да аса алған. Шиғыр аҙағында үҙенсә был эс бошорғос хәлдән сығыу юлдарын да күҙаллаған ул:
«Ситкә бирмәй, улым, ил байлығын
Һаҡлап, яҡлап хужа булығыҙ.
Киләсәк быуынға бит ил-йорт кәрәк,
Шуны онотмағыҙ, белегеҙ!
Яңы проекттар төҙөп, кәңәшләшеп,
Күтәрегеҙ ауыл ерҙәрен.
Эш бәхетен, хәләл ризыҡты бит, улым,
Бирә ала бары берҙәмлек.
Ҡайтығыҙ һеҙ кире, башҡорт егеттәре,
Изге эшкә кәңәш берекһен!
Данығыҙ артһын алыҫ-алыҫтарға
Халҡыбыҙҙың, тыуған ил-йорттоң!»

Ошо уҡ социаль теманы үҙенсәлекле итеп бирә алған Баймаҡ ҡыҙы Айгөл Аҡҡужинаның «Әсә һәм бала» шиғыры тотош бер драматик тарихты оҫта итеп һөйләп еткерә алыуы менән таң ҡалдырҙы. Әйе, тәү ҡарашҡа башҡаларҙан артыҡ айырылмаған яҙма ул. Айгөл бәйгелә ҡатнашҡыһы килһә лә, арыуыраҡ яҙма төшөрөргә һаман форсат тапмауы хаҡында хәбәр итте. Сәбәбе лә шул, алда телгә алынған халҡыбыҙ башына төшкән «зимагурлыҡ». Автор ҙа ғаиләһен, балаларын ҡалдырып, уларҙы кешенән кәм-хур итмәй үҫтерер өсөн аҡса эшләргә Мәскәүгә юлланған икән. Эш урынында үҙеңдең телефоныңа ғына уҡы ла, ебәр әйҙә шиғырыңды тигәс, оҙаҡ көттөрмәне, әлеге эшен ебәрҙе. Йөкмәтке шәп булып, нәфис уҡыу оҫталығың да ҡушылһа, башҡаһы бәҫ аҫтында ҡала, Айгөл ханымдың эше ошо мәрәйҙәренең көслөлөгө арҡаһында алға сыҡты.

Йыл буйы йыйылған, изге төшөнсәне данлаған шиғырҙарҙың лайыҡлыларын барыһын да телгә алып үттек. Бәйге булғас, уның еңеүселәре лә була, быйыл урындар түбәндәге номинациялар буйынса ошолай билдәләнде:
«Тамашасы һөйөүе» – Зинфира Зәйҙуллина,
«Бишек йыры» – Гөлсирә Шафиҡова,
«Һөнәрмән» – Лилиә Һаҡмар,
«Өмөт» – Алина Сәлихова,
«Зауыҡлы ҡәләм» – Минира Бикәнәсова,
«Хисле йәйғор» – Илһамлы Нур (Нуриҙә Илһамова),
«Моң һаңдығы» – Мөхәмәтйәр Мәғәсүмов,
III урын – Ғәлимә Тимерғазина, Алма Нуриева, Луиза Рай-Бәхтейәрова,
II урын – Нәсимә Ғайсина, Зөбәйлә Ҡасимова,
I урын – Миңзәрә Аҡҡошова,
Гран-при – Айгөл Аҡҡужина.

Барлыҡ еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

ИҒТИБАР! Кемдәрҙер ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында бәйгелә ҡатнаша алмаған икән, үкенмәһен, уны быйыл да дауам итергә булдыҡ. Конкурс шарттарын баҫмабыҙҙың сайтынан уҡығыҙ.

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.




Теги: Әсә йөрәге




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook