Асылыма ҡайтам

Асылыма ҡайтамӨфөнән Гөлназ Ҡорамшинаның башҡорт милли кейеме менән ҡыҙыҡһыныуына өләсәһе сәбәпсе булған. Бала сағы Башҡортостандан алыҫта, Томск ҡалаһында үткән ейәнсәре ҡунаҡҡа ҡайтҡанда, уның менән тик туған телдә аралашырға ынтыла ул. Бер нисә йыл элек Гөлназ тыуған яғына күсеп ҡайтҡас, осрашыу-күрешеүҙәр йышая.

Сәйләндән төрлө матурлыҡ тыуҙырған, биҙәүестәр эшләгән, сигеү-тегеүгә маһир ейәнсәренән өләсәһе бер көн һаҡал тегеп биреүен һорай. Нимә һуң ул һаҡал? Ни өсөн тағалар? Ниндәй була? Гөлназ был һорауҙарына яуапты төрлө сығанаҡтарҙан эҙләй, үҙ аллы өйрәнә, оҫталыҡ дәрестәренә лә йөрөй. Башҡорт мөхитенә һыуһаған күңел һәр яңылыҡты һеңдерә, милли кейем, биҙәүестәрҙең серле донъяһы үҙенә тарта, ылыҡтыра бара...
Бәйгегә тәҡдим иткән таҡыяны теккәндә, боронғоса килеп сыҡһын өсөн, Гөлназ тарихсы Альберт Мәхмүтов кәңәштәренә таяна.




Теги: Таҡыя нағышы Ҡулыңдан һөйөн




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook