Кейеҙҙән әкиәт донъяһы

Кейеҙҙән әкиәт донъяһы
Салауат районы Малаяҙ ауылынан Люциә Йәнтүрина йөндән төрлө уйынсыҡтар, сувенирҙар яһау менән мауыға. Ошо өлкәләге бәйгеләрҙә ҡатнашып, халыҡ һөнәрен һаҡлауға тос өлөш индереүе дипломдар менән билдәләнгән, йыш ҡына ул тәүге урындарҙы яулай. Малаяҙ башҡорт гимназияһында «Аҡ кейеҙ», «Шәүлә театры» ойошторған. «Маҡсатым – балаларҙа халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлдәренә, кәсептәренә, тарихына ҡыҙыҡһыныу уятыу, һөйөү, ихтирам тәрбиәләү», – ти ул. Зөләйха, Гөлбикә, Айбикә ҡурсаҡтары ла, «Салауат батыр һәм Әминә. Аҡбуҙат», «Әбей менән бабай. Сәй эсеү» композициялары ла һарыҡ йөнөнән баҫылған, мәрйендәр, төҫлө еп менән биҙәлгән.

Кейеҙҙән әкиәт донъяһы




Теги: Башҡорт ҡурсағы Ҡулыңдан һөйөн




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook