«Ай тотолған төндә»

«Ай тотолған төндә»
Нефтекама ҡалаһынан Зилә Аҙнабаева менән Эльвира Шаһиева Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһына нигеҙләнеп ҡурсаҡтар композицияһы әҙерләгән. Тәңкәбикә, Ырыҫҡол бей, Шәфәҡ һәм сапҡын Тәңкәбикәнең тирмәһе эсендә тора. Өй биҙәүгә, тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы, этнография кабинеттары, балалар баҡсаһына, башҡорт халыҡ ижадын, фольклорҙы өйрәнеүгә тәғәйенләнгән уйынсыҡтар туҡыманан, эсенә мамыҡ тултырып эшләнгән. Боронғоса кейендерер өсөн тәбиғи туҡымалар, күн, тире файҙаланылған. Уйынсыҡтарға биҙәүестәрҙе авторҙар үҙ ҡулдары менән яһаған, сигеү ҡулланған.
Ҡурсаҡ менән уйнау баланың хис донъяһын байытыуға, бүтәндәрҙе тыңлай белеү, иптәшлек тойғоһо һалыуға булышлыҡ итә, бармаҡ остарындағы һиҙгерлекте арттыра, телмәрен үҫтерә. Милли кейем иһә баланың үҙаңын уята, зауыҡ тәрбиәләй.




Теги: Башҡорт ҡурсағы




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook