Алъяпҡыста – болон сәскәләре

Алъяпҡыста – болон сәскәләре
Өфө ҡалаһынан Рәмилә ӘБСӘЛӘМОВА:
«Бәләкәстән ҡул эштәре менән мауыҡтым: сиктем дә, бәйләнем дә, тектем дә. Башҡалар ҡурсаҡ менән уйнағанда, мин уларға кейем йүнләнем. Бына әле яратҡан журналым бәйге иғлан иткәс, халҡыбыҙҙа алъяпҡыстарҙы нисек биҙәү хас икән, тип төрлө мәғлүмәт йыйҙым. БР Милли музейына ла махсус барып ҡарап йөрөнөм. Тамбур менән сигелгән алъяпҡыстар бик оҡшаны, шуға үҙем дә тап ошо ысул менән сигергә булдым. Энә менән башҡарған был эшемдә урман-ҡырҙарыбыҙҙың үлән-сәскәләре төрлөлөгөн сағылдырырға тырыштым» (һулдағы алъяпҡыс).

Баймаҡ районы Һаҡмар ауылынан Фәриҙә ӘБСӘЛӘМОВА:
«Матур биҙәк һалып ҡына
Алъяпҡыс тектем әле.
Алма кеүек йәш килендәр
Яратып кейһен әле.
Алъяпҡысы билендә
Үҙенә оҡшап тора.
Тәмле аштар бешерһә,
Ҡәйнәгә ярап тора.
Бәйгелә ҡатнашыуымдың маҡсаты – бүләк алыу түгел, күңел саҡырыуы. Журналда сыҡҡан эштәрҙе күреп, ихлас шатланам. Барлыҡ йәштәребеҙ ҙә матурлыҡҡа, сафлыҡҡа ынтылып, төшөнкөлөккә бирелмәһен, үҙебеҙҙең баҫмаларҙы алдырһын, илһамланып, дәртләнеп йәшәһен, тигән изге теләктә ҡалам»
(уңдағы алъяпҡыс).

Алъяпҡыстарҙы Линара Таһированың «Һылыуҡай» Bashkirian Beauty студияһы гүзәлдәре Зөһрә Мөхәрәмова менән Земфира Байдәүләтова кейеп күрһәтте. Земфираны шулай уҡ «Мисс Азия – 2017» халыҡ-ара бәйгеһендә Гран-при яулауы менән дә ҡотлайбыҙ.
Александр ДАНИЛОВ фотоһы.




Теги: Аллы-гөллө селтәрле




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook