КӘРЗИН ҮРӘЙЕК... ГӘЗИТТӘН

КӘРЗИН ҮРӘЙЕК... ГӘЗИТТӘНТал сыбығынан, һаламдан үрелгән матур-матур әйберҙәрҙе күргән, һоҡланған, хатта тотоп ҡараған бар. Ә бына ябай ҡағыҙҙан, хатта гәзит биттәренән кәрзин үреүҙәре хаҡында белә инегеҙме? Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылында йәшәүсе Гөлфирә КӨНӘФИНА бөгөн беҙҙе ҡағыҙҙан кәрзин үрергә өйрәтә.

Кәрзин үреү өсөн гәзит ҡағыҙы, ойоҡ энәһе, ПВА елеме, ағас буяғанда ҡулланылған морилка, һыу нигеҙендәге лак (аквалак) кәрәк булыр.
Ябай гәзит биттәрен ҡулланырға мөмкин, кибеттәге йомшаҡ яҙыу ҡағыҙын һатып алырға ла була. Офис ҡағыҙы ҡатыраҡ, үргәндә һынып бара.

1. А4 форматындағы ҡағыҙҙы буйға 3 тигеҙ өлөшкә ҡырҡабыҙ. Ҡағыҙҙың өҫкө уң яҡ мөйөшөнә елем һөрткәс, аҫҡы һул мөйөшөнән башлап энә ярҙамында төрәбеҙ. Килеп сыҡҡан таяҡсаның аҫҡы яғы киңерәк, ә өҫтө нәҙек була, сөнки эш барышында уларҙы бер-береһенә кейҙереп барасаҡбыҙ.
2. Таяҡсаларҙың яртыһын – саған төҫөнә, ә икенсе өлөшөн палисандрға буяйбыҙ. Киптерәбеҙ.
3. 8 таяҡсаны икешәрләп ошо рәүештә һалабыҙ. Былар – төп таяҡсалар, икенсе төрлө уларҙы бағаналар тип атайыҡ.
4. Яңы ике таяҡса алып (былары – «эшсе» таяҡсалар), һәр ике таяҡсаны фотола күрһәтелгәнсә бергә ишәбеҙ.
5. Беренсе рәтте ишеп сыҡҡандан һуң икенсе рәтте шул уҡ ысул менән дауам итәбеҙ. Таяҡсаларҙы оҙайтыу өсөн, яңынан ике таяҡса алып, киң осона ПВА елеме тамыҙабыҙ ҙа тегеләренә кейҙерәбеҙ. Таяҡсалар үрелеп бөткән һайын шул рәүешле оҙайтып барабыҙ.
6. Кәрзиндең төбө әҙер. Килеп сыҡҡан түңәрәктең икенсе яғын әйләндереп һалабыҙ. Кәрзиндең ситен эшләү өсөн бағаналарҙы беренсеһен – икенсеһе аша, икенсеһен өсөнсөһө аша һәм артабан бөтәһен дә шул уҡ ысул менән урап сығабыҙ.
7. Артабан «эшсе» таяҡсаларҙы икенсе төҫлөһө менән алыштырабыҙ, бының өсөн уларҙы ҡырҡып, елем тамыҙабыҙ ҙа икенселәрен кейҙерәбеҙ. Шул уҡ алым менән үреүҙе дауам итәбеҙ.
Ике рәт үргәндән һуң, биҙәкле итер өсөн, ике таяҡсаның береһен ҡырҡып, икенсе төҫлөһөн йәбештерәбеҙ ҙә артабан үрәбеҙ.
8. Кәрзиндең ситен киңәйтер өсөн, бағаналарҙы тыш яҡҡа ҡарай бөгәбеҙ һәм эште дауам итәбеҙ. Кәрәкле бейеклеккә еткәс, ике «эшсе» таяҡсаны ла бер төҫлө итеп алабыҙ ҙа һуңғы ике рәтте үрәбеҙ.
9. Ике «эшсе» таяҡсаны икенсе төҫлөһө менән сатрашлап, тотҡа эшләйбеҙ. Кәрәкле оҙонлоҡтағы тотҡа әҙер булғас, кәрзиндең икенсе яғына елем ярҙамында йәбештерәбеҙ.
КӘРЗИН ҮРӘЙЕК... ГӘЗИТТӘНКӘРЗИН ҮРӘЙЕК... ГӘЗИТТӘНКӘРЗИН ҮРӘЙЕК... ГӘЗИТТӘНКӘРЗИН ҮРӘЙЕК... ГӘЗИТТӘНКӘРЗИН ҮРӘЙЕК... ГӘЗИТТӘНКӘРЗИН ҮРӘЙЕК... ГӘЗИТТӘНКӘРЗИН ҮРӘЙЕК... ГӘЗИТТӘНКӘРЗИН ҮРӘЙЕК... ГӘЗИТТӘНКӘРЗИН ҮРӘЙЕК... ГӘЗИТТӘН


















Кәрзинде ике ҡатлаклайбыҙ. Кипкәс, бына ошолай сәскәләр менән биҙәп ҡуйғанда ла була.
Ҡағыҙҙан кәрзин генә түгел, икмәк һауыты, батмус, өйҙө биҙәр башҡа әйберҙәр ҙә үреп була. Хатта кәштә, журнал өҫтәле, пуф, кәнәфи эшләгәндәр ҙә бар. «Был эшкә тотоноуыма дүрт йыллап инде. Ялҡытмай ҙа, арытмай ҙа. Әле кәнәфи үрергә хыялланып йөрөүем. Кеше ышанмаҫлыҡ тойолһа ла, ҡағыҙҙан хатта мебель дә эшләп була ул! – ти Гөлфирә. – Үткән йыл петуния сәскәләренә һауыт үреп элгәйнем, тышта торһа ла, һис бирешмәнеләр. Яңы идеялар тыуып ҡына тора».
Гөлшат ИШБУЛАТОВА ойошторҙо.


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook