Өҫтәлдәр тулы һый-ниғмәт

Өҫтәлдәр тулы һый-ниғмәт Өфө ҡалаһында йәшәүсе Әлиә ҒӘЛИМОВА аш-һыуға маһир. Тормош иптәше Батыр әйтеүенсә, оҫта ҡуллы хужабикәнең ҡамыр аштары бигерәк тә телде йоторлоҡ икән. Әммә, һаулыҡ хаҡында хәстәрләп, хәҙер диетик ризыҡтарға өҫтөнлөк бирергә тырышалар. Өс йәшлек ҡыҙҙары Әмилә лә әсәһе әҙерләгән тәмлекәстәрҙе ярата, ә ун айлыҡ Морат иһә әле яңы ризыҡтар менән таныша ғына.
Әлиә бешергән йомшаҡ ҡамырға төрөлгән хуш еҫле тәмле ит һеҙгә лә оҡшар, тигән өмөттә ҡалабыҙ.


6 тауыҡ ботона 500 грамм ҡатлаулы ҡамыр, 300 грамм бәшмәк (туңдырылған булһа ла ярай), 700 грамм картуф, 1 баш һуған, 50 миллилитр һөт, 30 грамм аҡ май, тоҙ, үҫемлек майы кәрәк.

Тауыҡ ботон тоҙ, борос менән ышҡып, ҡыҙыу майлы табала әҙер булғансы (25 – 30 минут) ҡыҙҙырабыҙ. Һыуытабыҙ.
Картуфты бешерәбеҙ. Аҡ май ҡушып иҙәбеҙ. Һөт, тоҙ һалып бутайбыҙ.
Һуғанды әрсеп, ваҡ итеп турайбыҙ. Үҫемлек майында ҡыҙҙырабыҙ, ваҡ итеп туралған бәшмәкте ҡушабыҙ. 15 минут самаһы, һыуы осоп бөткәнсе ҡыҙҙырабыҙ. Картуф иҙмәһе менән бутайбыҙ. Бер аҙ һыуынғансы көтәбеҙ.
Ҡамырҙы 3 миллиметр ҡалынлығында йәйәбеҙ. 15 сантиметрлыҡ шаҡмаҡтар киҫәбеҙ. Ситенән алынған ҡамыр киҫәктәрен шаҡмаҡтың уртаһына һалабыҙ, был ҡапсыҡтың төбө йыртылып китмәһен өсөн эшләнә.
Уртаға 2-3 ҡалаҡ эслекте (бәшмәкле картуф иҙмәһен) һалабыҙ. Эслек өҫтөнә тауыҡ ботон ҡуябыҙ. Ҡамырҙың ситтәрен йыйып, еп менән бәйләйбеҙ.
Табаға пергамент ҡағыҙы йәйеп, «ҡапсыҡ»тарҙы ултыртабыҙ. Тауыҡ ботоноң остарын, көймәһен өсөн, фольга менән урарға мөмкин. 180 градус эҫелектәге мейескә 15 – 20 минутҡа ҡуябыҙ. Ҡамыр алтынһыу төҫкә ингәнсе бешерәбеҙ.
Табынға биргәндә, ептәрен алырға онотмайбыҙ.
Гөлшат ИШБУЛАТОВА яҙып алды.
Александр ДАНИЛОВ фотоһы.


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook