Сөгөлдөр аштары

Сөгөлдөрҙән «рауза»лар
300 грамм сөгөлдөр, 150 грамм аҡ май, 150 грамм шәкәр, 1 йомортҡа, 400 грамм он, 1 балғалаҡ ванилле шәкәр, ярты стакан джем йәки ҡайнатма (ҡыҙыл төҫтәгеһе яҡшыраҡ), 2 балғалаҡ ҡамыр күперткес, 1 балғалаҡ дәрсен тәмләткесе кәрәк.
Бешкән сөгөлдөрҙө турайбыҙ ҙа, шәкәр ҡушып, блендер ярҙамында иҙәбеҙ. Блендер булмағанда, бик ваҡ ҡырғыстан үткәрергә лә мөмкин. Йомортҡа, йомшаҡ аҡ майҙы өҫтәп, яҡшылап болғатабыҙ. Онға ванилле шәкәр, дәрсен, күперткес һалып бутайбыҙ һәм сөгөлдөргә ҡушабыҙ. Ҡамыр баҫабыҙ ҙа, шыптырға урап, 20 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.
Ҡамырҙы ярты сантиметр ҡалынлығында йәйәбеҙ, шунан 1,5-2 сантиметр киңлегендәге таҫмаларға ҡырҡа­быҙ. Уларҙы урап, рауза сәскәһе рәүешенә килтерәбеҙ. Майлы табаға теҙеп, 190 градусҡаса эҫетелгән мейескә оҙатабыҙ. Ярты сәғәт самаһы бешерәбеҙ.
Мейестән алғас, «рауза»ларға йоҡа ғына итеп джем йәки ҡайнатма яғабыҙ һәм шәкәр һибәбеҙ.

Сей сөгөлдөрҙән турама
500 грамм сөгөлдөр, ярты лимон,
2 – 4 теш һарымһаҡ, тәменсә тоҙ, борос, 3 ҡалаҡ үҫемлек майы кәрәк.
Сөгөлдөрҙө йыуып әрсейбеҙ. Нәҙек кенә киҫәктәргә ҡырҡып сығабыҙ (ҡырғыс аша үткәрергә лә мөмкин).
Лимон һутын һығабыҙ, уға иҙелгән йәки ваҡ ҡына итеп туралған һарымһаҡ, тәмләткестәр, үҫемлек майы ҡушабыҙ һәм яҡшылап болғатабыҙ. Сөгөлдөр өҫтөнә һалып бутайбыҙ һәм 1-2 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.
Яңынан болғатып, тәрилкәләргә һалабыҙ. Һуған ҡулсалары, йәшел тәмләткес үләндәр менән биҙәп, табынға ҡуябыҙ.
Сей сөгөлдөрлө турамаларҙы шулай уҡ башҡа йәшелсәләр менән дә әҙерләргә мөмкин. Уға бигерәк тә салат япрағы, шпинат, редис, ҡыяр, кишер, торма, кәбеҫтә, алма килешә.

Тултырылған сөгөлдөр
1,2 килограмм сөгөлдөргә 500 грамм эремсек, 3-4 йомортҡа, 4 ҡалаҡ йөҙөм, 2 ҡалаҡ шәкәр, 1/3 стакан манный ярмаһы, 40 грамм аҡ май, тәменсә тоҙ кәрәк.
Бешкән сөгөлдөрҙө әрсейбеҙ ҙә, ипләп кенә уртаһын алып, «һауыттар» эшләйбеҙ. Эремсекте иләк йәки ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Йөҙөмдө йыуып киптерәбеҙ.
Эремсеккә йөҙөм, йомортҡа, шәкәр, тоҙ, манный ярмаһын ҡушып, яҡшылап болғатабыҙ һәм сөгөлдөр эсенә тултырабыҙ. Майлы табаға теҙеп, 15-20 минутҡа мейескә ҡуябыҙ. Табынға ҡаймаҡ менән бирәбеҙ.

Сөгөлдөр аҫтындағы минтай
4 минтай балығы, 2-3 сөгөлдөр, 1 һуған, 200 грамм сыр, ярты лимон, 400 грамм 15 процентлы ҡаймаҡ, тәменсә тоҙ, борос, йәшел тәмләткес үләндәр кәрәк.
Балыҡты тиреһенән, һөйәгенән таҙартабыҙ һәм 4-5 сантиметр ҙурлығындағы киҫәктәргә бүләбеҙ. Тоҙ һибәбеҙ, лимон һуты һирпәбеҙ ҙә 10 минутҡа ҡуйып торабыҙ.
Табаға балыҡ киҫәктәрен теҙеп сығабыҙ. Өҫтөнә ярымҡулсалап туралған һуғанды һалабыҙ. Өсөнсө ҡат итеп, ҡулсалап туралған бешкән сөгөлдөрҙө йәйәбеҙ.
Ҡаймаҡҡа тоҙ, борос һәм туралған әнисте ҡушып болғатабыҙ. Артыҡ ҡуйы күренһә, 1-2 ҡалаҡ һыу өҫтәп ебәрергә мөмкин. Тәмләткесле ҡаймаҡты табаға, сөгөлдөр өҫтөнә, ҡоябыҙ. 200 градусҡаса эҫетелгән мейестә 25 – 30 минут бешерәбеҙ.
Табаны алып, сөгөлдөр өҫтөнә ҡырғыстан үткәрелгән сыр һибәбеҙ һәм 5 минутҡа кире мейескә ҡуябыҙ. Сыр ирегәс, алып, табынға бирәбеҙ.

Чипсы
3 сөгөлдөр, 2 ҡалаҡ зәйтүн майы, тәменсә эре тоҙ, борос кәрәк.
Йыуып таҙартылған сөгөлдөрҙө йоҡа ғына түңәрәктәргә турайбыҙ. Сөм һауытҡа һалып, өҫтөнә зәйтүн майы ҡоябыҙ һәм яҡшылап, май һәр киҫәк сөгөлдөргә тейерлек итеп, болғатабыҙ.
Табаға махсус пергамент ҡағыҙы йәйәбеҙ ҙә сөгөлдөр киҫәктәрен берәмләп кенә һалып сығабыҙ. 150 градус эҫелектәге мейестә 40-50 минут бешерәбеҙ. Сөгөлдөр киҫәктәре 1,5-2 тапҡырға бәләкәйләнергә тейеш. Бешкәндә икенсе яғына әйләндерергә лә була.
Мейестән алғас, тоҙ һәм борос һибәбеҙ. Шул килеш кенә ашарға ла мөмкин, ул татлы ғына булыр. Был чипсы турамаларҙы биҙәргә йәтеш.

Тәмле турама
1 сөгөлдөр, 2 йомортҡа, 200 грамм сыр, 2 теш һарымһаҡ, йәшел һуған, тәменсә тоҙ, борос, майонез кәрәк.
Сөгөлдөрҙө йыуып, киптерәбеҙ ҙә, ялтыр ҡағыҙға (фольгаға, ҡурғаш ҡағыҙына) төрөп, 180 – 200 градус эҫелектәге мейестә 1 сәғәт самаһы бешерәбеҙ. Былай һыуҙа бешергәнгә ҡарағанда файҙалыраҡ була.
Сөгөлдөрҙө, сырҙы эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ, бешкән йомортҡаны шаҡ­маҡлап турайбыҙ. Иҙелгән һарымһаҡ, тоҙ, борос, майонез ҡушып болғатабыҙ. Үлән тәмләткестәр һибәбеҙ.

Гөлшат ИШБУЛАТОВА әҙерләне.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook