Декупаж

Декупаж – француз һүҙе, “ҡырҡып алыу” тигәнде аңлата.
XVII быуатта Европала мебелде тап ошо юл менән биҙәү киң таралған. Һүрәттәрҙе, хатта билдәле рәссамдарҙың картиналарын да ҡырҡып ҡаралтыларға йәбештергәндәр һәм 30-40 ҡат лак менән ҡаплағандар. Ҡайһы береһен эшләү йылдарға һуҙылһа ла, көнсығыш инкрустацияларын хәтерләткән бындай мебель күпкә арзаныраҡҡа төшкән.

Боронғо шөғөл бөгөн тағы ла таралыу алды. Төрлө илдәрҙә декупаж ярҙамында сумка, эшләпә, ҡумта, һауыт-һаба, биҙәүес, мебель, кейем биҙәйҙәр. Бының өсөн матур һүрәтле салфеткаларҙы, туҡыма, принтерҙан сығарылған йәки журналдан ҡырҡып алынған рәсемдәрҙе лә ҡулланалар. Хәҙер биҙәлгән әйбергә боронғолоҡ төҫө биреү өсөн махсус буяуҙар ҙа, декупаж карталары, башҡа кәрәк-яраҡтар ҙа оҫта ҡулдар өсөн кибеттәрҙә йыш осрай. Декупаж ысулы менән ағасты, быяланы, балсыҡты, туҡыманы, шәмде, тимерҙе, ҡағыҙҙы ла танымаҫлыҡ итеп үҙгәртергә мөмкин.

Бөгөн аш бүлмәһендәге ағас таҡ­таны һәм гөл һауытын биҙәп ҡарайыҡ. Бының өсөн таҡта менән һауыттан тыш матур һүрәтле өс ҡатлы салфеткалар, акрил буяу, акрил лак, ПВА елеме, ҡайсы, бумалалар, ҡом ҡайраҡлы (наждаклы) ҡағыҙ, елем өсөн һауыттар кәрәк буласаҡ.
Эш барышы. Таҡтаны ҡом ҡайраҡлы ҡағыҙ менән шымартып сығабыҙ.
Буяу менән буяйбыҙ ҙа ярты сәғәткә ҡуйып торабыҙ. Акрил буяу тиҙ кибә. Ҡатлап та буярға мөмкин.
Буяу ныҡ торһон өсөн лак менән ҡаплайбыҙ. Бер сәғәт көтәбеҙ.
Салфетканан кәрәкле һүрәтте ҡырҡып алабыҙ, аҡ төҫтәге ике ҡатын ташлайбыҙ, беҙгә һүрәтле өлөшө генә кәрәк. Ҡайһы берәүҙәр салфетканы ҡайсы менән ҡырҡмай, ҡул менән йыртып ала. Тәжрибә өсөн төрлөсә эшләп ҡарарға була.
ПВА елемен 1:1 нисбәтендә һыу менән ҡатыштырабыҙ. Һүрәтте таҡтаға һалабыҙ ҙа, бумаланы һыулы елем менән сылатып, һүрәттең өҫтөнән, урта өлөшөнән ян-яҡҡа табан хәрәкәттәр менән йәбештерәбеҙ. Еүеш салфетка йыртылып, йыйырсыҡланып барыусан, шуға бик һаҡ ҡыланырға тура килә. Эсендә һауа ҡалмаһын. Йыйырсыҡтарын бармаҡ менән ипләп кенә тигеҙләргә лә мөмкин. Артыҡ елемде ҡоротоп алабыҙ.
Тулыһынса кибеп сыҡҡас, өҫтөнә лак яғабыҙ. Лак менән бер нисә тапҡыр ҡаплап киптерһәң, һүрәт ныҡлы тора. Был бигерәк тә әлеге таҡта кеүек көнкүрештә йыш ҡулланылып, күп йыуыла торған нәмәләргә ҡағыла. Һәр өс ҡат лак өҫтөнән (кипкәс) иң ваҡ ҡом ҡайраҡлы ҡағыҙ менән тигеҙләп баралар.
Матур таҡта ҡулланыуға әҙер.
Гөл һауыты – пластиктан, шуға уны буяу мәшәҡәтлерәк. Яҡшы йәбешһен, ҡубып тормаһын өсөн буяр ерҙе ҡом ҡайраҡлы ҡағыҙ менән яҡшылап ышҡып сығырға кәрәк. Артабан еүеш сепрәк менән һыпырып, пластик онтағынан ҡотолабыҙ. Киптерәбеҙ ҙә буяу өсөн ерлек (грунт) яғабыҙ.
Ерлектең төрҙәре лә күп. Беҙ 3 өлөш һыуға 1 өлөш гипс онтағы, 1 өлөш ПВА елеме ҡушайыҡ. Ошо ерлекте тигеҙ итеп яғып киптерәбеҙ. Шунан буяйбыҙ һәм, киптереп, лак менән ҡаплайбыҙ. Артабан салфетканы шулай уҡ йәбештерәбеҙ. Кипкәс, бер нисә ҡат лак менән ҡаплайбыҙ.
Кәрәк тип тапҡанда, йәбештерелгән һүрәтте ялтыр буяуҙар, контурҙар менән билдәләп сығырға, төймә-мәрйендәр, таҫмалар менән биҙәргә мөмкин.

Салфетканы йәбештереү ысулдары ла күп. Мәҫәлән:
Документтар һала торған файлға, һүрәтле яғын аҫҡа ҡаратып, салфетканы һалалар. Өҫтөн ныҡ ҡына һыулайҙар. Салфетка тулыһынса сыланғас, артыҡ һыуын түгәләр ҙә, кәрәкле урынға ҡуйып, файл аша бармаҡтар менән тигеҙләйҙәр һәм файлды алалар. Һүрәт өҫтөнән бумала менән һыулы ПВА елемен һылайҙар.
Тигеҙ урынға ҙур һүрәтте бындай ысул менән дә йәбештерәләр: махсус елем менән ҡаплайҙар ҙа, өҫкө яғы кибә башлағас, салфетканы, салфетка өҫтөнә мейестә бешеренгәндә ҡулланыла торған балауыҙлы ҡағыҙҙы йәйәләр. Уртаса ҡыҙыулыҡтағы үтек менән үтекләп йәбештерәләр.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook