Кей башлығыңды, әхирәт!

Кей башлығыңды, әхирәт!
Башлыҡ-шарфтарҙың ниндәйе генә юҡ кибеттә бөгөн. Шулай ҙа йыш ҡына уларҙы йә пальтоның төҫөнә тап килтерә алмай, йә куртка менән килештермәй көйәҙләнәбеҙ. «Айниса» тегеү һәм ҡул эштәре студияһын ойоштороусы Әлиә ҒӘЙНУЛЛИНА менән Айгөл САФИНА бөгөн беҙгә был хәлдән еңел генә сығыу юлын күрһәтмәксе. Йәнегеҙ ятҡан тауарҙан башлыҡ һәм шарф-снуд тегеү анһат ҡына, ваҡытты ла күп алмай, ти улар.

«Бындай баш кейемен беҙ, тегенселәр, үҙ-ара шаяртып «бөрмәле башлыҡ» тип йөрөтәбеҙ, – ти Әлиә. – Энә-еп менән әллә ни дуҫ булмаған һылыуҙар башлыҡ менән шарф-снудты 2-3 сәғәттә башҡарып сыға ала, тәжрибәле оҫталар тотонғанда, бер сәғәт тә үтмәй». Был комплект өсөн һуҙылып торған трикотаж туҡыма кәрәк. Кашкорсе, ангора, лайкралы футер йәтеш. Ҡышҡылыҡҡа тышҡы яғынан бәйләнгән ҡалын туҡыма, ә эсенән флисты алырға була. Бындай туҡымаларҙың төрҙәре күп. Беҙ тулыһынса кизе-мамыҡтан торған рибана тигәнендә туҡталдыҡ. Шундай уҡ төҫтәге еп, тегеү-бесеү өсөн ҡайсы, линейка, аҡбур киҫәге, тегенсе булавкалары, трикотаж туҡымаға махсус энә кәрәк.

Кей башлығыңды, әхирәт!
Башлыҡ. Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ, тигән әйтемде онотмайбыҙ. Тәүҙә баш әйләнәһен үлсәйек тә ошо һандан 4 сантиметрҙы алайыҡ. Башлыҡ һылашып торһон, ел-ямғыр үткәрмәһен өсөн шулай итәбеҙ. Беҙҙең осраҡта 56 – 4 = 52 сантиметр. Был һанды 2-гә бүләбеҙ, килеп сыҡҡан 26 һанын һыҙманың киңлеген күрһәткән яҡҡа яҙабыҙ.

Киләһе һанды билдәләр өсөн бер яҡ ҡолаҡ йәрпесәгенән (алҡа таҡҡан урын) икенсеһенә тиклемге араны үлсәйбеҙ ҙә 2-гә бүләбеҙ. 42 : 2 = 21. Был һанға 5-те ҡушабыҙ. 21 + 5 = 26. Килеп сыҡҡан һанды һыҙмала башлыҡтың оҙонлоғо итеп билдәләйбеҙ. Был осраҡта һыҙмабыҙ һәр яғы ла тигеҙ дүртмөйөш – квадрат хасил итте. Уны ҡырҡып алабыҙ.

Туҡыманы уң яғын эстә ҡалдырып, ике ҡатлап һалабыҙ. Һыҙманы беркетеп, аҡбур менән туҡымаға күсерәбеҙ. Һыҙманың ике оҙонлоғон алабыҙ. Ян-яҡлап тегеү өсөн 1 сантиметр ҡалдырабыҙ (1-се һүрәт).

Туҡыманы алып, оҙонлоғо буйынса буйынан-буйына тегеп сығабыҙ. Шунан ярты яғын әйләндерәбеҙ һәм, йөйҙәрен тап килтереп, булавка менән беркетәбеҙ (2-се һүрәт).

Йөйҙөң ҡаршыһындағы урталыҡты табып билдәләйбеҙ ҙә, йөй менән тап килтереп, уртаға ҡуябыҙ.

Урталағы йөйҙән ике яҡҡа 3-әр сантиметр үлсәйбеҙ (3-сө һүрәт) һәм шул урынға тиклем ике яҡ ситен бөкләйбеҙ (4-се һүрәт). Булавкалар менән беркетәбеҙ. Ошо килеш тегеп сығабыҙ, аңлауығыҙса, бик ҡалын килеп сыҡты, шуға ипләп эшләйбеҙ. Ситен матурлап типсеп, нығытып сығабыҙ (оверлок булмаһа, машинкала «кәкерсәк»-«зигзаг» йөйөн ҡулланырға була). Уң яғына әйләндерәбеҙ. Башлыҡ әҙер.

Кей башлығыңды, әхирәт!
Шарфҡа тотонайыҡ. Был беҙҙең ябай шарф түгел, «снуд» тип атала. Уның осо ла, ҡырыйы ла юҡ, сөнки түңәрәкләп тегелә йәки бәйләнә, шуға ла «бөтмәҫ шарф» тип тә йөрөтәләр.

Шарф өсөн 140-150 сантиметр киңлектәге туҡыма алына. Был снудтың оҙонлоғо булыр. Ә киңлеген 36 – 40 сантиметр итеп алһаҡ, 72 – 80 сантиметр туҡыма кәрәк була. Беҙ ике төҫлө итеп эшләнек.

Уң яғын эстә ҡалдырып ҡатлайбыҙ ҙа туҡыманы булавкалар менән беркетәбеҙ. Оҙон яғынан буйынан-буйына тегеп сығабыҙ. Әйләндерәбеҙ.
Ҡыҫҡа өлөштәренең уң яҡтарын бер-береһенә ҡаратып тегеп сығабыҙ, шарфты әйләндерер өсөн 10 сантиметр ҡалдырабыҙ. Төҫө – төҫкә, йөйө – йөйгә тура килергә тейеш (5-се һүрәт).

Тегелмәй ҡалған урындан (6-сы һүрәт) ипләп кенә уң яғына әйләндерәбеҙ ҙә шул ерен тегеп ҡуябыҙ. «Бөтмәҫ шарфыбыҙ» әҙер.
Башлыҡты кейгәс, арт яғынан ҡыҫтырып, матурлайбыҙ. Брошь, сәскә менән биҙәргә лә мөмкин. Шарф-снудты муйынға ике тапҡыр урайбыҙ. Уны шулай уҡ үҙен генә башҡа кейергә лә була.
Күңел нурын һалып теккән кейемдәрегеҙ тәнегеҙҙе лә, йәнегеҙҙе лә йылытһын!
Гөлшат ҠУНАФИНА әҙерләне.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.




Теги: Биҙәүестәр




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook