Ҡусҡар уңыш килтерә

Ҡусҡар уңыш килтерә
Мәктәп йылдарында әсәһе бәйләп кейҙергән йәшел генә еләткене ҡәҙерләп һаҡлай Рәлиә. Һәр яҡтан килгән әсәһе үҙе белгәнде ҡыҙҙарына ла өйрәтергә тырыша, тик «бәләкәй саҡта ҙур әйберҙәрҙе бәйләргә сабырлығым етмәй торғайны», тип хәтерләй Әбйәлил һылыуы. Бөгөн иһә ул кейем, уйынсыҡ, биҙәүестең төрлөһөн бәйләп оҫтарған. Һуңғыһы бигерәк тә күңеленә ята: сумка, аҡса янсығы, биҙәүестәр кеүек аксессуарҙарҙың төрлөһөн бәйләй. Тора-бара эштәрен милли һыҙаттар менән байыта башлай, ырғаҡ ярҙамында стил­ләштереп бәйләнгән селтәрҙәре менән дә танылыу яулай. Уларҙы сәйлән, тәңкәләр, тәбиғи таштар менән биҙәй. «Ниндәй әйбер күрһәм дә, яһап ҡарарға тырышам. Ҡыҙыҡ миңә был. Әйтерһең, ниндәйҙер ҡул эше төрөн шартына килтереп башҡарып ҡуймаһам, күңелем урынына ултырмағандай, хис-тойғо донъям ярлыланып ҡалғандай була», – ти Рәлиә ЙӘҺҮҘИНА. Бөгөн ул журнал уҡыусыларға милли биҙәкле кескәй сумка бәйләргә өйрәтмәксе.

Сумка өсөн 90-шар грамм (130 метр) һоро һәм фирүзә төҫөндәге полиэстер еп, 2,5 – 3 һанлы ырғаҡ, 2 пар магнитлы ҡаптырма, фирүзә төҫөндәге еп, билбау өсөн ҡаптырма кәрәк.

Төп өлөшө ошолай бәйләнә. Һоро төҫтәге еп менән 22 буш күҙ йыябыҙ. Артабан бер күтәреүсе бағана һәм шул уҡ күҙгә тағы бер салып алынмаған бағана бәйләйбеҙ. Күҙҙәр һаны бөткәнсе һәр күҙгә бер салып алынмаған бағана бәйләйбеҙ. Һуңғы күҙгә өс салып алынмаған бағана ултыртабыҙ. Иң тәүҙә йыйып алынған 22 күҙҙең икенсе яғынан шулай уҡ салып алынмаған бағаналар бәйләп сығабыҙ. Шунан күҙҙәр һанын арттырмай ҙа, кәметмәй ҙә түңәрәк буйынса 37 рәт бәйләйбеҙ.

Билбау. Фирүзә төҫөндәге еп менән 200 буш күҙ йыябыҙ. Бер күтәреүсе бағана эшләгәндән һуң эште кире яғына борабыҙ ҙа шулай уҡ 200 салып алынмаған бағана бәйләп сығабыҙ. Ошолай тағы ике рәт ҡабатлайбыҙ. Билбауҙың бер яғына ҡаптырма беркетеп ҡуябыҙ.

Сумканы билбауға аҫып алыр өсөн ләмкә бәйләйбеҙ. Урынын билдәләйбеҙ. Һоро төҫтәге епте алып, бер буш күҙ бәйләйбеҙ, ептең осо сумканың уң яғында ҡала. Артабан 10 буш күҙ бәйләйбеҙ ҙә епте сумканың бер күҙе аша үткәрәбеҙ һәм, кире боролоп, 10 салып алынмаған бағана менән үтәбеҙ. Епте өҙәбеҙ ҙә сумканың эсенә үткәреп ике осон бәйләйбеҙ. Әйткәндәй, ептең осо һүтелеп барыусан, шуға уны өҙгәс, шырпы менән яндырып алыу яҡшы булыр.
Икенсе ләмкә лә ошолай уҡ эшләнә.

Биҙәге айырым бәйләнә. Бының өсөн фирүзә төҫлө епте алып, 10 буш күҙ йыябыҙ (һыҙманы ҡарағыҙ). 10-сыһына күтәреүсе бағана һәм салып алынмаған бағана бәйләйбеҙ. 9-сы буш күҙгә 2 салып алынмаған бағана бәйләйбеҙ, 5-се күҙгә тиклем шулай дауам итәбеҙ. Артабан тағы 10 буш күҙ йыябыҙ. Күтәреүсе бағана, шунан 10-сы буш күҙгә 2 салып алынмаған бағана бәйләйбеҙ. Быны 5-се күҙгә тиклем ҡабатлайбыҙ. Тағы 12 буш күҙ бәйләйбеҙ. 12-се һәм 11-се күҙҙәрҙән 1 салып алынмаған бағана бәйләйбеҙ. Артабан һәр ике күҙҙән (10-сы һәм 9-сы, 8-се һәм 7-се, 6-сы һәм 5-се, 4-се һәм 3-сө, 2-се һәм 1-се күҙҙәрҙе бергә ҡушып) бер салып алынмаған бағана бәйләйбеҙ. Ҡалған буш күҙҙәргә салып алынмаған бағана бәйләйбеҙ. Шунан 12 буш күҙ бәйләйбеҙ. 12-се һәм 11-се күҙҙәрҙән 1 салып алынмаған бағана бәйләйбеҙ. Артабан һәр ике күҙҙән (10-сы һәм 9-сы, 8-се һәм 7-се, 6-сы һәм 5-се, 4-се һәм 3-сө, 2-се һәм 1-се күҙҙәрҙе бергә ҡушып) бер салып алынмаған бағана бәйләйбеҙ. 4 салып алынмаған бағана, 6 буш күҙ бәйләйбеҙ. Күтәреүсе бағана һәм 6-сы буш күҙгә салып алынмаған бағана бәйләйбеҙ. Артабан 5-сенән 1-се күҙгә тиклем һәр береһенә 2 салып алынмаған бағана бәйләйбеҙ. 12 буш күҙ йыйғас, 12-се һәм 11-се күҙҙәрҙән 1 салып алынмаған бағана бәйләйбеҙ. Артабан һәр ике күҙҙән (10-сы һәм 9-сы, 8-се һәм 7-се, 6-сы һәм 5-се, 4-се һәм 3-сө, 2-се һәм 1-се күҙҙәрҙе бергә ҡушып) бер салып алынмаған бағана бәйләйбеҙ. Һуңғы күҙҙе иң беренсе күҙгә бәйләп, биҙәкте тамамлайбыҙ. Сумкаға тегеп ҡуябыҙ.

Сумка өсөн магнитлы ҡаптырма йәтеш. Тегеп кенә ҡуйыла торғаны ла була, уны беркетеүҙең ҡыйынлығы юҡ. Беҙҙең осраҡта иһә ҡаптыр­маның «теш»тәре икенсе яҡҡа сыҡты, шуға ла фирүзә төҫөндәге еп менән биҙәп, уны ҡаплап ҡуйҙыҡ.
Билгә тағып йөрөрҙәй бәләкәс кенә заманса сумкабыҙ әҙер. Телефон, ваҡ кәрәк-яраҡты һалып йөрөргә уңайлы ғына ул.
Гөлшат ҠУНАФИНА яҙып алды.
Рәлиә ЙӘҺҮҘИНА фотолары.




Теги: Ҡулыңдан һөйөн Милли биҙәк Биҙәүестәр




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook