Яғымлы раузалар

Яғымлы раузалар
[i]Бәләкәстән матурлыҡҡа ғашиҡ, тирә-яғындағы һәр нәмәне биҙәргә маһир, донъяһын онотоп һүрәт төшөрөргә яратҡан ҡыҙ була Миңъямал. Ғилми хеҙмәткәр, социаль страховка фондында ревизор булып эшләгәндә лә, етди хеҙмәте ҙур иғтибар талап итеүгә ҡарамаҫтан, нәҫелдән килгән һәләте, ижади фекерләүе тормошона йәм өҫтәп, ғүмер юлында оҙатып килә. Бер мәл пәрҙәләрен яңыса тегеп, сәскәләр менән биҙәп ҡуя. Шул ваҡыттан алып гөл-сәскәләр менән мауығыуы уны ташламай. Төрлөһөн эшләп, яҡындарына, дуҫтарына, хеҙмәттәштәренә тарата, урамда китеп барғанда берәй гүзәлдең күлдәгенә килешкән сәскәне сумкаһынан сығарып ихлас күңелдән бүләк итеп китә ул. «Эшкә байрамға кеүек барам, байтаҡ кешеләр менән аралашырға тура килә, һөнәри оҫталығым төрлө мәсьәләләрҙе сисергә ярҙам итһә, ҡиәфәтем килеүселәрҙең күҙен иркәләһен», – ти ул. Бөгөн Миңъямал Йәнбулатова журнал уҡыусыларға раузалар эшләргә өйрәтә./i]

Яғымлы раузаларРауза өсөн 1 метр (күберәк булһа ла ярай) оҙонлоҡта туҡыма, шул уҡ төҫтәге еп, энә, ҡайсы, шәм, булавка, эҫе елем кәрәк.

Туҡыманан 5 сантиметр киңлегендә оҙон таҫмалар киҫәбеҙ. Ситтәре һүрелеп китмәһен өсөн шәм менән ян-яғын өтәбеҙ. Әйткәндәй, был осраҡта туҡыманың тәбиғи булмағаны яҡшы, форвей, кашибо тигәндәрен ҡулланыу отошло, башҡа төрлө синтетика ла ярай. Сәскәгә үҙенсәлекле сағылыш бирергә теләһәгеҙ, саҡ ҡына туҡыманың ситен яндырып, ҡарайтып үтергә мөмкин.

Хәҙер таҫманы алып, бер яғынан бер нисә ҡат урайбыҙ ҙа, артабан эшләүе уңайлы булһын өсөн, «көпшә»нең аҫҡы яғынан бер нисә ҡат епте үткәреп, тегеп нығытып ҡуябыҙ. Артабан уның тирәләй таҫманы урайбыҙ, урыны-урыны менән раузаның асылған таждарына оҡшатып бөкләп алабыҙ. Аҫҡы яғын шулай уҡ еп менән эләктереп барырға мөмкин. Үҙегеҙ теләгән ҙурлыҡтағы сәскә килеп сыҡҡас, аҫтынан тегеп нығытабыҙ.

Ошо уҡ төҫтәге туҡыманан кескәй генә түңәрәк киҫеп алабыҙ, ситен шулай уҡ өтәбеҙ. Ике урындан ҡырҡып тишек эшләйбеҙ ҙә булавка кейҙерәбеҙ. Шунан был түңәрәкте эҫе елем менән раузаның аҫҡы өлөшөнә беркетеп, нығытып ҡуябыҙ.

Күҙ яуын алырҙай сәскәбеҙ әҙер! Уны хәҙер түшкә тағып йөрөргә лә, башлыҡҡа беркетергә лә, өй биҙәгәндә ҡулланырға ла була.
Гөлшат ҠУНАФИНА яҙып алды.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.




Теги: Раузалар




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook