Ҡашмау

ҠашмауБашҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының һоҡланғыс баш кейеме ҡашмау иҫ киткес матурлығы, байлығы, биҙәлеше менән шунда уҡ иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә. Асия ҒӘЙНУЛЛИНАНЫҢ киләһе оҫталыҡ дәресе ҡашмауға арналған.

…Ҡашмау – башлыҡтың артҡы яғына оҙон, тар ҡойроҡ ҡуйып, торҡа рәүешендә тегелгән традицион баш кейеме», – тип яҙылған «Башҡорт энциклопедияһы»нда (торҡа – шлем). Уны байрамдарҙа, туйҙа йәки йола башҡарғанда кейгәндәр.

Ҡашмау, нигеҙҙә, ике өлөштән: башлыҡтан һәм ҡойроҡтан тора. Һәр өлөштө айырым эшләп, аҙаҡтан тегеп тоташтырабыҙ, шунан һуң ғына эске яғынан ҡатлайбыҙ. Элек ҡашмауҙы ҡыҙыл төҫтәге киндерҙән, эслеген кейеҙ йәки буҫтауҙан теккәндәр. Хәҙерге заманда туҡымаларҙың төрө бик күп, атлас, габардин да ҡашмау тегеү өсөн бик яҡшы булыр. Йоҡа туҡымаларҙы ике ҡатлап тегәбеҙ. Арт яғынан мамыҡ туҡыма, бәз менән эсләйбеҙ. Эш өсөн шулай уҡ мәрйендәр, сәйләндәр, тәңкәләр, ҡортбаштар кәрәк…
Гөлшат ҠУНАФИНА
яҙып алды.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се (2017) һанында уҡығыҙ.




Теги: Милли биҙәк Биҙәүестәр




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook