Арҡалыҡ

АрҡалыҡАрҡалыҡ – ҡыҙҙар таға торған биҙәүес. Ҡайһы төбәктәрҙә елкәлек тип тә йөрөтәләр. Ул маңлайсаға беркетелә. Арҡалыҡ эшләү серҙәре менән Асия Ғәйнуллина уртаҡлаша.

Арҡалыҡ өсөн ҡыҙыл буҫтау туҡыма (башҡа төҫтәге туҡыма ла ярай), энә, еп, ҡайсы, мәрйен, тәңкә, ҡортбаш, сәйлән, сулпы кеүек биҙәү әйберҙәре кәрәк була. Төймәләр, ҡәнәфер бөрөһөн ҡулланырға ла мөмкин.

АрҡалыҡТуҡыманан таҫмалар киҫеп алабыҙ. Маңлайсаға 10 – 12 сантиметр ҡалынлығында үлсәйбеҙ. Оҙонлоғо баш үлсәменә ҡарай. Әйтәйек, баш урамы 56 сантиметр икән, 58-59 сантиметр оҙонлоғондағы туҡыма алабыҙ. Уны 8 тигеҙ өлөшкә бүләбеҙ. Билдәләнгән 7 урындан өҫкө яҡтан 0,5, оҙонлоғо 2 сантиметр киңлегендә йөйҙәр тегеп сығабыҙ. Остарын тоташтырғас, ике яғынан бөгөп тегәбеҙ (киңлеге 6 – 9 сантиметр ҡала).

Маңлайсаны башҡа кейәбеҙ ҙә маңлайҙан елкәгә тиклемге араны үлсәйбеҙ. Түбәлектең оҙонлоғон шулай билдәләйбеҙ, ә киңлеге маңлайса менән бер тигеҙ йәки берәй сантиметрға нәҙегерәк булыуы ла бар. Ситтәрен бөгөп сыҡҡас, ике яғынан маңлайсаға беркетеп ҡуябыҙ. Түбәлектең ҡап уртаһынан тәңкә менән үтергә мөмкин, сәйләндәрҙән түңәрәк, ромб рәүешендә биҙәктәр яһарға, ҡортбаш, мәрүәт баҫырға ла була. Ике йәки дүрт тишекле төймә лә йәмләй, аяҡлы төймә генә килешмәҫ. Түбәлекте ике өлөштән дә эшләйҙәр: бер таҫма маңлайҙан елкәгә табан булһа, икенсеһе ике яҡ сикәне тоташтыра. Был саҡта икенсе таҫма аҫта ҡала, уны биҙәгәндә яҫыраҡ әйберҙәр ҡулланыла.

АрҡалыҡШул уҡ туҡыманан ҡойроҡ тегәбеҙ. Ситен бөгөп теккәндә ҡалынлығы 9 сантиметр самаһы булырға тейеш. Оҙонлоғо билгә етеп йәки саҡ ҡына аҫҡа төшөп тора. Артына бер нисә урындан таҫмалар тегеп ҡалдырабыҙ, шуның менән толомдарҙы бәйләп ҡуябыҙ. Аҫтынан сәсмәүҙәр күренеп тороуы бар, сәс ҡыҫҡа булһа, артта ҡалырға ла мөмкин. Ҡойроҡто арт яҡтан маңлайсаға шулай уҡ беркетәбеҙ. Тәңкәләр, ҡортбаш, мәрйен, сәйлән менән (теләк буйынса) биҙәйбеҙ. Осона суҡтар йәки тәңкәләр тағабыҙ. Уны тик сәйлән-мәрйендәрҙән әҙерләргә була, ул сәсҡап кеүек үк эшләнә («Башҡортостан ҡыҙы»ның май һанын ҡарағыҙ).

Маңлайсанан 3-4 буй сикәлек төшөрәбеҙ. Уның өсөн епкә сәйләндәр, мәрйендәр эләбеҙ, осона суҡтар йәки тәңкәләр ҡуябыҙ. Сәйләндәр менән аралаштырып ҡәнәфер тәмләткесен таҡһаң, хуш еҫе сығып тора. Күҙ ситенән 2 бармаҡты һалабыҙ ҙа тәүге сикәлектең урынын билдәләйбеҙ. Һуңғыһы иһә ҡолаҡ эргәһендә урын ала. Алҡа-һырғалар таҡҡанда ҡамасауламаҫ өсөн ҡолаҡ тапҡыры буш ҡала. Сикәлектәр яурындарҙан саҡ ҡына аҫҡа төшөп, умрау һөйәгенә етеп тора. Оҙонлоҡтары бер тигеҙ булһа ла ярай, алдағыһы – ҡыҫҡараҡ, артабан оҙонайып барырлыҡ итеп тә эшләргә мөмкин. Иң мөһиме – зауыҡлы һәм уңайлы булһын.
Гөлшат ҠУНАФИНА яҙып алды.


Теги: Милли биҙәк Биҙәүестәр




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook