Маңлайса менән елкәлек

Маңлайса менән елкәлекТәпәй баҫҡан һәм имсәк балаларҙың, кескәй генә ҡыҙҙарҙың башына маңлайса кейҙергәндәр. Ул ҡояштан, елдән, сәстең күҙгә-маңлайға төшөүенән һаҡлай. Саҡ ҡына үҫә төшкәс, елкәлек таҡҡандар. Оҫтабикә Асия ҒӘЙНУЛЛИНА журнал уҡыусыларға маңлайса менән елкәлек эшләргә өйрәтә.

Балалар кейеменә генә түгел, биҙәүестәргә лә тик тәбиғи туҡымаларҙы ҡулланыу хуплана. Маңлайса өсөн еңел мамыҡ туҡыманан 1-2 сантиметр киңлегендәге таҫма әҙерләйбеҙ. Оҙонлоғо баш әйләнәһенә тап килергә тейеш. Ике осон ҡулса итеп тегәбеҙ.

Шулай уҡ еңел тәбиғи туҡыманан 35 – 45 сантиметр ҙурлығындағы шаҡмаҡ алабыҙ. Бер яҡ мөйөшөн ҡырҡабыҙ – биш мөйөшлө туҡыма килеп сыға. Ошо ҡырҡылған өлөшөн ҡулсаның маңлай тәңгәленә, бер яҡ сикәнән икенсеһенә тиклем тегеп сығабыҙ. Ситтәрен эшкәртәбеҙ. Ул косынканы хәтерләтә. Туҡыманы һүрәттә күрһәтелгәнсә күп мөйөшлө итеп ҡырҡып алырға ла була.

Ҡалған өс, биш мөйөшөнә еңел генә суҡтар таҡһаң, елкә төбөндә матур булып елпелдәп тора. Шулай уҡ бәләкәс йоҡа тәңкә, алдан маңлай яғына шулай уҡ тәңкәләр, ҡортбаш йә ҡаҙҙың өлпөйөн тағырға мөмкин. Тик ул сепрәк өлөшөнән сығып, бәләкәскә ҡамасаулап тормаһын. Сәхнә өсөн иһә, киреһенсә, тәңкәләрҙе төшөрөп тағыу матурыраҡ булыр.

Бала үҫә төшкәс, маңлайсаның артҡы яғына яулыҡ түгел, елкәлек ҡуйыла. Туҡыманан яһалған өсмөйөштән ғибәрәт был биҙәүес ҡыҙсыҡтарҙың сәсе толомлап үрерлек булғансы ҡулланыла.

Тәүҙә туҡыманан өсмөйөш эшләйбеҙ. Уның бер яғы елкә тәңгәленән ҡулсаға тегелә. Аҫҡа ҡараған өлөшөн трапеция рәүешендә эшләргә лә була. Уны матур итеп биҙәйбеҙ. Сигергә, ҡортбаш, тәңкә, сәйләндәр тағырға мөмкин.

Маңлайсаға сәсҡапты беркетеп ҡуйып та була. Был бигерәк тә бәләкәс ҡыҙҙарҙың сәсе йоҡа булғанда уңайлы. Яулыҡ һымаҡ түбә япмаһын алып ташлағас, үҫеп барған ҡыҙҙарҙың елкәлеген мәрйен, сәйлән, ҡәнәфер бөрөһө (тәмләткес булараҡ ҡулланыла) менән биҙәйҙәр.

Маңлайса, ҡашмау-селтәрҙәрҙән айырмалы рәүештә, ғүмерлеккә тип әҙерләнмәй. Ул бала үҫкәнсе генә хеҙмәт итә, бары уңайлыҡ тыуҙыра торған биҙәүес. Шуға ла уны эшләү өсөн артыҡ ҡиммәтле нәмәләр ҡулланыу мотлаҡ түгел.
Гөлшат ҠУНАФИНА яҙып алды.




Теги: Милли биҙәк Биҙәүестәр




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook