Сәс ҡабы

Сәс ҡабыСәсҡап – сәс ҡабы – исеменән үк күренеүенсә, туҙып, ҡамасаулап тормаһын өсөн, сәсте «ҡап»ҡа индереп, йыйып ҡуйырға тәғәйенләнгән биҙәүес ул. Башҡорт кейемдәре оҫтабикәһе Асия Ғәйнуллина ошо биҙәүесте эшләргә өйрәтә.

Бының өсөн ҙур булмаған туҡыма киҫәге, еп, мәрйен һәм сәйләндәр, күн киҫәге йә бик ныҡлы туҡыма, таҫмалар, ҡортбаштар, тәңкәләр, сәйлән энәләре кәрәк була.

Иң тәүҙә сәс ҡабын ниндәй төҫтә эшләүҙе, һалынасаҡ биҙәктәрҙе күҙ алдына баҫтырабыҙ, кәрәк икән, эш барышында үҙебеҙгә уңайлы булырлыҡ һыҙма әҙерләйбеҙ, сәйлән-мәрйендәрҙең төҫтәрен һайлайбыҙ. Йыш ҡына ромб рәүешендә бетеү һалына.

Туҡыманың төрлөһөн алырға мөмкин, шулай ҙа иң яҡшыһы – тәбиғи бәрхәт, ул елкәне тирләтмәй, үҙе ныҡлы. Кәрәкле үлсәмдә ике ҡат шаҡмаҡ ҡырҡып алабыҙ ҙа өҫкө яғын түңәрәкләп ҡырҡабыҙ. Тирмәне хәтерләткән ярым түңәрәк рәүеше инә. Ҙурлығы уртаса 8-9 сантиметр була. Ҡалын сәсле ҡыҙҙарға 10-11 сантиметрға еткереп эшләргә лә мөмкин, ә бәләкәстәргә 5 сантиметр ҙа етә. Туҡыманың бер ҡатына өс ҡортбаш йәки өс тәңкә тағып ҡуябыҙ. Ике ҡортбаш – өҫтә, береһе аҫта ҡуйылһа, ике күҙҙе һәм ауыҙҙы һынландыра. Береһе өҫтә, икеһе аҫта булһа, өс күҙҙе аңлата. Ике төрлө ҡуйырға ла ярай. Сәйләндәр менән сигеп биҙәйбеҙ.

Энәне 2 ҡат еп менән һаплайбыҙ (бөтәһе 4 ҡат еп килеп сыға), төйнәп, ярымтүңәрәктең аҫҡы яғына беркетәбеҙ. Ошондай ептәр 10 – 16 булыуы мөмкин – быныһы сәйлән һәм мәрйендәрҙән, биҙәүескә һалырға теләгән рәсемдән тора. Уларҙы тигеҙ ара ҡалдырып төшөрәбеҙ. Ептең ҙурлығы сәстең оҙонлоғона бәйле.

Алдан уйланған биҙәктәр килеп сығырлыҡ итеп ептәргә мәрйендәр һәм сәйләндәр теҙәбеҙ. Бер өлөшөн эшләп бөткәс, күн киҫәге менән нығытып ҡуябыҙ ҙа киләһе өлөшөнә тотонабыҙ. Шул рәүешле тамамлағас, осон суҡтар менән биҙәйбеҙ йәки тәңкәләр тағабыҙ.

Күн киҫәгенә артҡы яҡтан таҫма йәки бауҙар тегеп ҡуябыҙ. Ярымтүңәрәк туҡыманың арт яғына икенсеһен тегеп ҡаплайбыҙ.

Биҙәүес нисек кейелә һуң? Толомдарҙы тәүҙә үрәбеҙ, сәсмәүер йә сәсбау тағабыҙ. Сәсҡаптың өҫкө яғы бер нисә ҡыҫтырғыс менән беркетелә. Артабан толомдарҙы арт яғындағы таҫмалар менән бәйләп ҡуялар. Улар туҙмай, эйелеп-бөгөлгәндә лә төшөп ыҙалатмай. Ә матур биҙәктәр, бетеүҙәр яман күҙҙән ҡурсалай.
Гөлшат ҠУНАФИНА әҙерләне.




Теги: Сәсбау Биҙәүестәр




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook