Сәсмәүер

Сәсмәүер
Сәсте үреү өсөн ҡулланылған тағы бер биҙәүес – сәсмәүер. Уның төрлөһө була. Оҫтабикәбеҙ Асия Ғәйнуллина был юлы сәсмәүер эшләү серҙәре менән бүлешә.
Сәсмәүер өсөн ныҡлы таҫма йә бау, сәйләндәр, мәрйендәр, тәңкәләр, күн киҫәге, энә, еп, ҡайсы кәрәк була...


... «Сәсмәүер матурлыҡ өсөн генә ҡулланылмаған, уңайлы ла ул, – ти Асия Солтан ҡыҙы. – Йыш ҡына бейеүселәрҙең сәстәрен билбауына ҡыҫтырып ҡуйғанын күрәбеҙ. Был бөтөнләй дөрөҫ түгел. Ҡыҙҙарҙы, йәш килендәрҙе толомдарҙың тегеләй-былай сығып ҡамасаулауынан тап сәсмәүер ҡотҡарған да инде. Бының өсөн ике толомдо сәсмәүер менән үреп килә торғас, ҡалаҡ һөйәге тирәһендә уң яҡтағы таҫмаларҙы – һул яҡҡа, һулдағыһын уң яҡҡа күсереп, үреүҙе дауам итәбеҙ. Артабанғы «күпер» бил тапҡырында эшләнә. Был ысул – оҙон сәсле ҡыҙҙар өсөн. Сәс ҡыҫҡараҡ икән, таҫмаларҙы елкә һәм ҡалаҡ һөйәге тапҡырында алмаштырабыҙ».
Гөлшат ҠУНАФИНА әҙерләне.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се (2017) һанында уҡығыҙ.




Теги: Сәсбау Милли биҙәк Биҙәүестәр




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook