Сәсбау

СәсбауБашҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүестәре бай һәм күп төрлө. Байрам, йола мәлендә, көндәлек тормошта төҫ-башты биҙәү өсөн ҡулланылғандары бар. Түш, сәс, маңлай биҙәүестәре, беләҙек, ҡаптырма, һырға, сулпы, йөҙөктәр ҡупшыланыу өсөн генә түгел, ырыу билдәһе, ғаилә хәлен һәм социаль ҡатламын күрһәтеүсе булып та хеҙмәт иткән. Насар көстәрҙән, ен-зәхмәттән дә һаҡлаған улар ҡатын-ҡыҙҙы.
Сәсәниә, башҡорт милли әйберҙәре әҙерләү оҫтаһы Асия ҒӘЙНУЛЛИНА сәс биҙәүестәре менән таныштыра.


Күҙ тейеүҙән һаҡлау өсөн, бәләкәй саҡтан уҡ ҡыҙ баланың кейемен тәңкә, суҡ, мәрйен менән биҙәгәндәр. Сәс биҙәүестәре күп төрлө булған, һәр яҡта үҙенсә аталған. Елкәлек, елкәмес, арҡалыҡ, сәсмәү, сәсбау, сәсҡап, сулпы, сәсмәүер, үрмес, сәсүрмес, ҡаралыҡ, сәсүргес...

Сәсбау йәки сәсмәү – бәләкәс балалар, йәш ҡыҙҙар өсөн биҙәүес. Кескәй ҡыҙҙарҙың сәсе сикәләп кенә үрелә лә ҡолаҡ тапҡырынан сәсбау тағып дауам ителә. Үремдәрҙең һаны бер нисә булыуы, тиҫтәгә етеүе мөмкин – был сәстең ҡалынлығынан, оҙонлоғонан һәм әсәйҙең теләгенән тора.

Сәсбау бауҙан, ептән йә таҫманан эшләнә. Борон уны йөндән иләнгән ептән ишкәндәр. Ҡыҫҡа ғына сәсле бәпестәр өсөн 20 сантиметр самаһы еп етһә, сәс оҙонлоғо билдән түбән төшкәндәргә 1,5 метр китеүе бар.

Бауҙың ике яҡ осона суҡ тағабыҙ. Бының өсөн ябай епте, мәҫәлән, китапҡа ҡат-ҡат итеп урайбыҙ. Шунан тигеҙ генә ара ҡалдырып, дүрт урындан сәсбауға тип әҙерләнгән бауҙы беркетәбеҙ. Ике бауҙың уртаһынан епте ҡырҡабыҙ. Бер генә бөртөк ҡортбаш йәки бер нисә һуғылған (еңел) тәңкә ҡуйырға мөмкин.
Суҡ урынына ҡыҙыл төҫтәге бәләкәс кенә өсмөйөш ҡуйырға була. Бындай сәсмәүгә ҡортбаш йәки өлпөй (ҡаҙҙың һуйып, эҫе һыуға тыҡмаҫ борон алып киптерелгән ҡойроҡ осондағы мамығы) тағыу бар. Улар яман күҙҙән, насар һүҙҙән һаҡлай. Сәйлән (бисер) менән биҙәргә була.
Сәсбау




Теги: Сәсбау




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook