Көршәк аштары

Тәмле, туҡлыҡлы, файҙалы. Мейестән яңы ғына сыҡҡан көршәк ашына ни етә! Унда иттең бар төрөн, балыҡты, йәшелсәне, ярмаларҙы ла бешерергә мөмкин.

Бауырлы ҡарабойҙай бутҡаһы
400 грамм бауыр, 1 стакан ҡарабойҙай ярмаһы, 1 баш һуған, ярты стакан ҡаймаҡ, 1 стакан һурпа (йә һыу), тәменсә тоҙ, борос, лавр япрағы, үҫемлек майы кәрәк.


Бауырҙы йыуабыҙ, ҡоротабыҙ ҙа махсус сүкеш менән еңелсә генә тапайбыҙ. Шунан ҙур булмаған киҫәктәргә бүлеп, тоҙ, борос һибәбеҙ. Ҡайнар майлы табала ике яғынан 2-3-әр минут ҡыҙарғансы ғына ҡыҙҙырып алабыҙ. Ярымҡулсалап туралған һуған өҫтәйбеҙ, ул үтә күренмәле булғас, 1-2 ҡалаҡ ҡаймаҡ һалып болғатабыҙ ҙа уттан алабыҙ. Ҡарабойҙай ярмаһына һыу һалып, ҡайнатып бүрттереп сығарабыҙ.
Көршәктәргә ҡарабойҙай ярмаһы, уның өҫтөнә бауыр һалып сығабыҙ. Һәр көршәккә берәр ҡалаҡ ҡаймаҡ, лавр япрағы өҫтәп, һурпа ҡоябыҙ. 180 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә 20 – 30 минут бешерәбеҙ.

Диңгеҙ балығы
500 грамм диңгеҙ балығы, 2-3 картуф, 1-2 баш һуған, 1-2 тоҙло ҡыяр, ярты стакан һөт өҫтө, бер тотам йәшел һуған, аҡ май, тәменсә тоҙ, ҡыҙыл борос кәрәк.


Һуғанды ваҡ итеп турап, аҡ майҙа ҡыҙҙырып алабыҙ. Балыҡты йыуып-таҙартып, ҡылсыҡтарынан айырабыҙ ҙа шаҡмаҡлап турайбыҙ. Картуф менән тоҙло ҡыярҙы ла шаҡмаҡлап турайбыҙ. Көршәккә барыһын аралаштырып һалабыҙ, тоҙ, борос һибәбеҙ. Һөт өҫтө, һыу ҡойоп, уртаса эҫелектәге мейескә 40 минутҡа ҡуябыҙ.
Табынға биргәндә өҫтөнә йәшел һуған һибәбеҙ.

Икмәге лә бергә
500 грамм ит, 6 – 8 картуф, 2 баш һуған, 1-2 кишер, 1 татлы борос, 2 теш һарымһаҡ, 400 грамм бәшмәк, ярты стакан үҫемлек майы, 1 стакан ҡатыҡ (кефир), 1 йомортҡа, 100 грамм аҡ май, 1 балғалаҡ аш содаһы, 1 балғалаҡ аш һеркәһе, 1,5 – 2 стакан он, тәменсә тоҙ, борос, әнис (укроп), шәфәри (петрушка) үләндәре кәрәк.


Уртаса ҙурлыҡта туралған итте, бәшмәкте, һуғанды табала ҡыҙҙырып алабыҙ. Кишерҙе ҡырғыстан үткәрәбеҙ, картуфты шаҡмаҡлап турайбыҙ.
Көршәктең төбөнә бәшмәкле, һуғанлы ит, артабан картуф менән кишер, иң өҫкә балдаҡлап туралған татлы борос, иҙелгән һарымһаҡ һалабыҙ. Һәр ҡатлам һайын тоҙ, борос һибергә онотмайбыҙ. Ярты стакан һыу ҡоябыҙ. Көршәкте ҡаплап, мейескә ҡуябыҙ. 200 градус эҫелектә ярты сәғәт торғас, ҡапҡастарын алып, ҡамыр менән ҡаплайбыҙ ҙа тағы ярты сәғәт бешерәбеҙ.
Ҡамыр былай әҙерләнә: ҡатыҡҡа йомортҡа, тоҙ, шәкәр, иретелгән аҡ май, аш һеркәһендә һүндерелгән аш содаһын ҡушып болғатабыҙ. Он өҫтәп ҡамыр баҫабыҙ ҙа йәйәбеҙ.


Теги: Тәмлекәс Аш-һыу




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook